Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыр өсөн район үҙәгенә барырға тип, мәктәп автобусына ултырҙыҡ. Әле кемделер көтәбеҙ, ҡуҙғалмағанбыҙ. Ярты класс уйға батҡан, яртыһы һаман ниҙер ятлай. Ҡапыл тынлыҡты боҙоп, класташ ҡыҙ:
— Ана, бер инәй буш биҙрәләр менән килә! Туҡтатығыҙ уны! — тип уҡытыусыбыҙға ҡысҡырҙы.
Уҡытыусыбыҙ шунда уҡ автобустан йүгереп төшөп, инәйгә беҙ ҡуҙғалмайынса урынында тик тороуын, юлыбыҙҙы быумауын һораны. Әле уйлаһаң, көлкө һымаҡ. Ә ул ваҡытта имтихан алдынан бөтә ырымдарға ышана инек, белгән доғаларыбыҙҙы эстән ятлай торғайныҡ. Шул тиклем БДИ-нан ҡурҡтыҡ!
Ысынлап та, ун беренсе кластағы имтихандар уҡыусы өсөн генә түгел, ата-әсәгә лә, уҡытыусыларға ла ҙур һынауға әйләнде. БДИ-ны бөтөрөүҙәрен талап итеүселәр һаны артҡандан-арта бара, уның тирәләй йыш ҡына бәхәстәр ҡуба.
“Кем уны уйлап тапҡандыр?..”
Шулай тип уфтанған ата-әсәләрҙе лә, уҡыусыларҙы ла ишеткәнегеҙ барҙыр. Берҙәм дәүләт имтиханына оҡшаш тестар тәүге тапҡыр Францияла ҡулланыла. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында илдә төрлө сәбәптәр арҡаһында иммигранттар һаны арта. Уларҙың белем кимәле түбән була. Әммә балаларға белем бирергә, улар өсөн яраҡлашыуҙы еңелләштерер кәрәклеген бер кем инҡар итмәй. Шунлыҡтан имтихандар системаһын ябайлаштыралар. Әммә француздарға был үҙгәрештәр оҡшап етмәй. Улар, яңы система халыҡтың белем кимәлен түбәнәйтә, тип бара. Хөкүмәт тиҙҙән унан баш тартырға мәжбүр була.
Рәсәйҙә БДИ 1997 йылда барлыҡҡа килә: тәжрибә рәүешендә сығарылыш класс уҡыусыларына тест үткәрелә. БДИ-ның авторы —1998 йылдан алып 2004 йылға тиклем Рәсәйҙең мәғариф министры вазифаһын биләгән Владимир Филиппов. Ул илдәге белем биреүҙе үҙгәртеп ҡороуға ныҡлап тотона. Тап Владимир Филиппов Болон системаһын индерә. Әммә яңы система мәктәп уҡыусыларының белемен яңыса баһалауҙы талап итә. Бынан тыш, министрлыҡ алдына юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә коррупцияны юҡ итеү, ауыл уҡыусыларына юғары белем алыу мөмкинлеген асыу бурыстары ла ҡуйыла. Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары индерелә.
Өс йыл дауамында БДИ-ның формаһы, технологияһы, уны ойоштороу буйынса һорауҙар эшкәртелә, уйланыла, рәткә килтерелә. 2001 йылда биш төбәктә — Сыуаш, Марий Эл, Яҡут (Саха) республикаларында, Һамар, Ростов өлкәләрендә уны һынап ҡарау башлана. 2002 йылда инде был тәжрибәгә 16 төбәк ҡушыла. 2008 йылда БДИ-ны бөтә илдә тапшыралар. 2009 йылда, тәжрибә уңышлы үтеүен күҙ уңында тотоп, БДИ Рәсәй уҡыусылары өсөн мотлаҡҡа әйләндерелә. Шул осорҙан алып һәр кем рус теленән, математиканан һәм бер нисә үҙе һайлаған фәндән имтихандар тапшырырға тейеш.
Күпме кешенең сәстәре ағарғандыр?..
БДИ индерелгәс тә, әлбиттә, мәктәптә алған баһаларҙың, аттестаттың, миҙалдарҙың кәрәк булыуы һорау аҫтында ҡала. Әгәр юғары уҡыу йортона ингәндә аттестат роль уйнамаһа, ниңә “бишле”гә ынтылырға? Имтихан тапшырыласаҡ фәндәрҙән генә тырышырға ла, ҡалғандарынан тартып-һуҙып “өслө”гә өлгәшеү ҙә етә түгелме? Был проблема бик тиҙ ыңғай хәл ителә. Юғары уҡыу йорттары үҙ ҡарамағы менән миҙал, ҡыҙыл аттестат, олимпиадаларҙа еңгән, ГТО нормативтарын үтәгән өсөн БДИ һөҙөмтәләренә балдар өҫтәй ала. Нимә өсөн, күпме өҫтәлмә балл бирелеүен һәр уҡыу йортоноң сайтында ҡарарға була. Мәҫәлән, Өфө фән һәм технологиялар университетында ГТО-ның алтын билдәһе өсөн — 10, көмөш өсөн — 7, бронза билдәһе өсөн 5 балл өҫтәлә. Ә гел “бишле”ле аттестатҡа 10 балл ҡушыла.
БДИ-ның башҡа кире яҡтары ла күп. Имтихандарҙы тапшырам тип күпме кешенең сәстәре ағарғандыр?.. Йәмәғәтселектең БДИ-ға ҡарата иң ҙур дәғүәһе — уның тест кеүек булыуы. Белеме юҡ бала ла яуапты төртөп һайлап, имтиханды тапшыра ала, тигән фекер йөрөй. Әммә БДИ йылдан-йыл ҡатмарлаша бара. Бер нисә өлөштән торған имтихандың, ғәҙәттә, тик беренсе бүлеге генә тест рәүешендә. Ә ҡайһы бер пункттарҙа бер нисә дөрөҫ яуап бар, ҡайһы берәүҙәрендә яуапты һүҙ итеп яҙырға кәрәк. Ҡалған өлөштәрендә йә мәсьәлә сисеү, йә тулы яуап, йә инша яҙыу талап ителә.
Имтихандарҙы уҡыу йортона барып тапшырған быуын, бөгөн БДИ арҡаһында уҡыусының фекерләүе, уйлағанын эҙмә-эҙлекле итеп әйтә алыуы үҫешмәй, тип иҫәпләй. Сөнки БДИ тапшырыусынан элекке һымаҡ комиссия ағзалары алдында һорау һайлау, яуабын аңлатыу, дәлилләү талап ителмәй. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн илдә үҙенсәлекле юл табылған. Ун беренсе класс уҡыусылары декабрь айында йомғаҡлау иншаһы яҙа. Ижади эш уҡыусының фекер йөрөтә алыуын, үҙ ҡарашын яҡлау һәләтен, аң даирәһен тикшерер өсөн булдырылған. Бала әхлаҡи темаларға дәлилдәр менән нығытылған күләмле инша яҙырға тейеш. Кем дә кем кәрәкле балл йыя алмай, тағы ике тапҡыр тапшырып ҡарай. Унда ла уңышһыҙлыҡ көтһә, уҡыусы БДИ-ла тик бер йылдан ғына ҡатнаша аласаҡ.
Ата-әсәләрҙе тағы бер нәмә борсой: мәктәп белем биреү урынына тик имтихандарға ғына әҙерләй. Уҡыусыларҙың төп бурысы — уҡыу түгел, ә БДИ-ла дөрөҫ яуап ҡайтарыу. Мәҫәлән, медицина юлынан китергә теләгән бала химия, биология кеүек фәндәрҙән генә тырыша, ә гуманитар дәрестәр уның өсөн икенсе планға күсә. Һөҙөмтәлә, предметты төптән өйрәнер урынға, уҡыусылар имтиханға кәрәкле яуаптарҙы ғына ятлай.
БДИ-ның тағы бер күңелһеҙ яғы — күп уҡыусыларҙың репетиторға мөрәжәғәт итеүе. Был — ата-әсәнең елкәһенә өҫтәмә сығым. Мәҫәлән, 2025 йылда бер сәғәт өсөн Өфө репетиторҙары уртаса мең һум һорай. Дүрт фәндән имтихан биреп, аҙнаһына берәр сәғәт шөғөлләнгәндә лә айына ун алты мең һум талап ителә. Бындай сығымды барыһы ла ҡаплай алмай. Барыһын тигеҙләр өсөн булдырылған имтиханда аҡсалыларҙың мөмкинлеге күберәк килеп сыға түгелме? Йәнә бер һорау тыуа: уҡыусылар имтиханды мәктәп биргән белем менән генә тапшыра алмағас, мәғариф системаһы был бурысты атҡара алмаймы, тимәк?
Сығарылыш класс уҡыусыһына был осорҙа психологик яҡтан баҫым ҙур. Ни өсөндөр баланың башына БДИ иҫ киткес ауыр, уны тапшыра алмау тормоштағы иң ҙур фажиғә тигән уй һалына. Урта кластарҙан әҙерләнеү, металл эҙләгестәр аша үтеү, камера алдында ултырып яҙыу — барыһы ла баҫымды көсәйтә. Күҙәтеүселәр имтихан барышында күсергәнһең тип уйламаһындар өсөн, хатта ҡулды өҫтәл аҫтына төшөрөргә ярамай, тип өйрәтәләр. Ғөмүмән, стресс парта артына ултырғас та, бланкка исем шәрифеңде яҙғандан алып — башлана. БДИ бланктарында хәрефтәрҙе, һандарҙы дөрөҫ яҙырға өйрәтәләр, сөнки компьютер уҡый алмаһа, хата тип иҫәпләнәсәк.
Эйе, имтихан алдынан тулҡынланыу ғәҙәти күренеш һымаҡ. Тик ниңәлер БДИ ваҡытында иҫен юғалтҡан, стресҡа дусар булған балалар тураһында яңылыҡтар йыл да ишетелеп тора. Был күренештәр, бәлки, ата-әсәнең, уҡытыусыларҙың, мәктәп психологтарының уҡыусылар араһында тейешле кимәлдә аңлатыу эше алып бармауынан киләлер.
БДИ — тигеҙ мөмкинлектәр биреүсе
Бар етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан, БДИ инде 16 йыл тапшырыла. Һис шикһеҙ, был системаның яҡшы яҡтары ла бар. Шуларҙың береһе — илдең иң шәп юғары уҡыу йорттарына керә алыу өсөн бөтәһенә лә тигеҙ мөмкинлек тыуҙырыуы. Уҡырға ингәндә абитуриенттың ата-әсәһе кем булып эшләүе, йәшәгән урыны, кеҫәһенең ҡалынлығы ла роль уйнамай. Беренсенән, имтихандарҙы яртылаш компьютер ярҙамында тикшерәләр. Икенсенән, тикшереүсе уҡыусының фамилияһын да, исемен дә күрмәй, баһалар объектив рәүештә ҡуйыла. Өсөнсөнән, һәр юғары уҡыу йорто абитуриенттың балдарын сайттарына ҡуя, тимәк, университетҡа инеү процесы асыҡтан-асыҡ үтә.
Бер тигеҙ мөмкинлек тыуҙырыу — беренсе һәм иң мөһим ыңғай күренеш. Икенсеһе — стандартлаштырылған баһа биреү системаһы илдәге һәр баланы бер үк талаптар буйынса тикшереүгә булышлыҡ итә. Сығарылыш уҡыусылары өсөн бер төбәктә еңелерәк, икенсе өлкәлә ауырыраҡ һорауҙар уйланылмай. Ниндәй генә мәктәптә, гимназияла уҡыуына ҡарамаҫтан, барыһын да бер иш һынау көтә.
Өсөнсө ыңғай күренеш тип ғәҙеллекте атарға була. Уҡыусыларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә шул тиклем ҡурҡытҡан камералар, металл эҙләгестәр, имтихан барышын ҡарап ултырыусыға штрафтар һалыныуы — бер кем дә күсерә алмаһын өсөн булдырылған. БДИ барышында мәктәптә асыла алмаған йә төрлө сәбәптәр арҡаһында баһаһы кәметелгән балаға ғәҙел балл ҡуйыласағы ҡыуандыра.
Тотошлай илдә бер үк имтихандар булыуы юғары уҡыу йортона инеүҙе күпкә еңеләйтә. Был иһә — дүртенсе ыңғай күренеш. Хәҙер күп кенә учреждениелар документтарҙы онлайн ҡабул итә. Тимәк, юлға ваҡыт, аҡса сарыф итергә кәрәкмәй. Алдағы йылдағы имтихан балдарын ҡарап, ниндәй уҡыу йортона инә алыуыңды күҙаллап була. Етмәһә, имтихан һөҙөмтәләрен бер нисә йыл дауамында ҡулланырға мөмкин. Әйтәйек, ингән уҡыу йорто оҡшамаһа, киләһе йыл ҡабаттан имтихан тапшырмай ғына икенсеһенә күсеп була.
БДИ-ның алтынсы яҡшы яғы тотошлай мәғарифҡа ҡағыла. Ул илдә белем биреү системаһын күҙәтергә мөмкинлек бирә. Уның һөҙөмтәләре ярҙамында теге йәки был төбәктә мәғариф ни хәлдә икәнен тикшереү — хәҙер еңел генә эш. Йылдан-йыл ҡатмарлаштырылған имтихандар яңыртылған дәреслектәр сығарырға, етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләргә мөмкинлектәр аса.
БДИ-ның етенсе ыңғай яғы тип уның уҡыусы өсөн дә, уҡытыусы өсөн дә өҫтәлмә дәрт сығанағы икәнен билдәләргә була. Уҡыусы абруйлы уҡыу йортона инергә теләһә, юғары балдарға ынтыласаҡ. Тимәк, уҡыясаҡ, үҙ өҫтөндә эшләйәсәк. Педагогтарға ла стимул ҡаралған: бала имтиханда 100 балл йыйһа, уҡытыусыһына 50 мең һум премия түләнә.
Кемдеңдер бер хатаһы арҡаһында
БДИ-ны үҙем ике тапҡыр тапшырҙым. Беренсе тапҡыр ун беренсе класта. Ул ваҡытта, рус теле һәм математиканан тыш, химия менән биологияны һайлағайным. Мәктәптә уҡыу ғәҙәттәгесә барҙы, ә имтихандарға төштән һуң килеп айырым әҙерләндек. Бынан тыш, өйҙә лә һәр кем үҙаллы шөғөлләнде. Таңғы өскә-дүрткә тиклем варианттар эшләп ултырғаным хәтеремдә. Дөйөм белем кимәле кәмей тигәндәре менән килешергә лә булалыр, сөнки сығарылыш класында үҙем һайлаған предметтарға ғына етди ҡараным, ҡалғандар өсөн артыҡ борсолманым.
БДИ психологик яҡтан баҫым яһай тигән дәлил менән дә ризамын, сөнки беҙҙең шаулы класс ун берҙә нисектер тынып ҡалды. Хатта бер уҡытыусыбыҙ: “Ниңә улай һөмһөрөгөҙ ҡойолоп йөрөй? Башҡа уҡыусыларҙы ҡурҡытып бөтәһегеҙ бит!” — тигәйне. Шуға ҡарамаҫтан, төндәрен йоҡламай әҙерләнеп, алда әйтеп киткәнемсә, доғалар уҡып, ырымдарға ышанып, барыбыҙ ҙа имтихандарҙы уңышлы тапшырҙыҡ, үҙебеҙ теләгән уҡыу йорттарына инә алдыҡ.
БДИ-ла йыйған балдарым уртаса һөҙөмтәнән саҡ ҡына юғарыраҡ булды һәм мин Санкт-Петербург дәүләт технологик университетына уҡырға инә алдым. Әммә бер йыл уҡығас, химик-инженер һөнәре күңелемә ятмағанын аңланым. Беренсе курсты тамамлағандан һуң икенсе уҡыу йортона күсергә булдым. Иң ҡыҙығы шунда башланды. Аттестаттың, башҡа документтарымдың күсермәһен почта аша икенсе уҡыу йортона ебәрҙем. Тиҙҙән мине университеттың сайтындағы абитуриенттар исемлегенә индерҙеләр. Әммә имтихан балдары ни өсөндөр 10 ғына тип яҙылған. Аптырап, уҡыу йортона шылтыраттым. “Системала һеҙҙең балдар күренмәй, паспортығыҙҙың аҙаҡҡы ике һанын урыны менән бутап, 42 урына 24 тип яҙғандар”, — тинеләр. Мин бөтөнләй имтихан тапшырмаған булып килеп сыға. Йәһәтләп, республикалағы БДИ өсөн яуаплы ойошмаға шылтыратып хәлде аңлаттым. Улар паспорт номерын төҙәтергә вәғәҙә бирҙе. Тик барыбер документтарҙы тапшырыу ваҡытына өлгөртмәнеләр, мин уҡырға инә алмай ҡалдым. Һөҙөмәтәлә оҡшамаған һөнәр буйынса тағы бер йыл уҡырға тура килде.
2017 йылда документтарымды ҡабат икенсе университетҡа тапшырып ҡараным. Хатаны инде төҙәткәндәрҙер, тип уйланым. Әммә университетта “БДИ һөҙөмтәләре күренмәй” тигәстәр, йәнә ойошмаға шылтыраттым. Илай-илай: “Былтыр һеҙҙең арҡала керә алмағайным, тағы ла бер йылымды юғалтайыммы?”— тинем. Улар ҙа аптырашҡан булды. Әммә бер нисә сәғәт эсендә төҙәттеләр... Кемдеңдер бер хатаһы бер йылымды алды.
Шулай мин Мәскәү дәүләт өлкә университетына инеп, психолог һөнәрен үҙләштерә башланым. Ике йыл үткәс, һөнәрҙең оҡшамауы арҡаһында уны ла ташланым. Дүрт йыл үтеп китте. Ҡабаттан юғары уҡыу йортона инер өсөн БДИ һөҙөмтәләре иҫкереп тә өлгөрҙө.
Юғары белем алыу теләге бар ине. Шуға ла Йылайыр районының мәғариф бүлеге аша ғариза биреп, ҡабаттан йомғаҡлау иншаһы яҙып, рус теленән (аттестатым булғас, математиканан тапшырырға кәрәкмәй, тинеләр) һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса имтихандарға яҙылдым. Үҙаллы интернетта булған видео-дәрестәр, онлайн-тестар ярҙамында әҙерләндем. Мәктәп уҡыусылары менән бергә йөрөп, имтихандарҙы уңышлы тапшырҙым. Икенсе тапҡыр, әлбиттә, психологик яҡтан күпкә еңелерәк булды. БДИ-ны, теләк булһа, йыл да ташырып булғанын, юғары белемһеҙ ҙә юғалып ҡалмауым, аттестат менән колледжға инә алыуымды яҡшы аңлау — күңел тыныслығы бирҙе.
Берҙәм дәүләт имтихандары насар йә һәйбәт тип аныҡ ҡына әйтеп булмай. Ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бихисап. Етешһеҙлектәрен юҡ итер өсөн йылдар талап ителәсәк. Әлеге көндә төп мәсьәләләрҙең береһе — баланың психологик яҡтан зыян күреүе. Ә быны беҙ үҙебеҙ ҙә төҙәтә алабыҙ. Уҡыусылар араһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Бала ата-әсәһенең, яҡындарының, уҡытыусыларының ярҙамын тойһа, ышанысын белһә, уларҙың тыныслыҡ һаҡлағанын күрһә, тормошоноң был этабын күпкә еңелерәк үтәсәк.
Гөлфирә Абдуллина, филология фәндәре докторы, профессор, ӨФТУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты
деканы:
— Берҙәм дәүләт имтиханына ҡараштар төрлөсә. Ыңғай яғы ла, кире яғы ла бар. Был имтиханды тапшырған уҡыусыларҙың белем кимәле түбән тигән фекер менән йөҙ процентҡа килешеп бөтмәйем. Беҙҙең факультетҡа килгән уҡыусыларҙың араһында БДИ һөҙөмтәләре юғары икән, уларҙың дөйөм үҫеш кимәле лә юғары. Матур фекер йөрөтә беләләр, төрлө фәндәрҙән олимпиадала ҡатнашып, юғары ҡаҙаныштарға ирешәләр. Имтихан һөҙөмтәләре түбән булғандарҙың, бәлки, белем кимәле лә, фекерләү кимәле лә түбәндер. БДИ барыбер ҙә ҡалыплашҡан фекер йөрөтөргә өйрәтә, биремдәр тест форматында ғына булғас, эйе-юҡтан ары китеү юҡ. Тесҡа өйрәнеп киткән уҡыусыла киңерәк фекер йөрөтөү аҡһай. Психологик йәһәттән дә кире яҡтары күп. Уҡыусыларҙы урта кластарҙан уҡ ҡурҡыта башлайҙар, тапшыра алмайһың, тип теге йәки был предметты һайлатмайҙар. БДИ-ны тапшырыу ҡурҡынысы алдында торғанға күпселек балалар туғыҙынсы кластан һуң колледждарға китә башланы. Хатта депрессияға бирелгән хәлдәр йыш ҡына ишетелә, үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтары күренә. Баланың психикаһына насар йоғонто яһай, тип ныҡлы, ышаныслы әйтә алам.
Ыңғай яҡтарына килгәндә, БДИ-ның төрлө уҡыу йорттарында ҡабул ителеүен күрһәтергә кәрәк, сөнки ул дөйөм системаға индерелгән. Теге йәки был йүнәлешкә инер өсөн конкрет БДИ-ның һөҙөмтәһе булыу һәйбәт, күберәк мөмкинлектәр аса. Белем биреү ҡануниәтенә үҙгәрештәр индергәндә ошо системаны артабан дауам итергә мөмкиндер.
Шулай ҙа, минеңсә, БДИ-ның кире яҡтары күберәк. Бөгөндән системанан алып ташлаһалар, бер зарарын да күрмәйем.
Миләүшә Арыҫланова,
доцент, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан мәғарифы отличнигы:
— БДИ-ға ҡарата ҡарашым бер яҡлы ғына түгел. Ыңғай яғы: яҡшы балдар йыйып, уҡыусы теләгән һөнәренә эйә булырға уҡый, ҙур ҡалалағы университеттарға инеү мөмкинлектәре асыла.
Кире яғы: күпме нервы ашала, күпме яҙмыштар һынауға бирешеп, хатта һына, юғала. 10—11 кластарҙа уҡыусы роботҡа әйләнә: БДИ менән генә йәшәй кеүек.
Ата-әсә булараҡ шуны әйтә алам, ике балам БДИ аша үтте, өсөнсөһө:
Мин һине йәлләйем, насар балдар йыйһам, һиңә ауыр буласаҡ, шуға мин колледжға уҡырға барам, — тине.
БДИ быуыны китап уҡырға яратмай, тиҙәр. Килешмәйем, уҡырға яратҡандар бар әле! Белем кимәленең түбәнгә табан барыуын яңы технологиялар, гаджеттар осоро менән бәйләйем: интернет тулы әҙер мәғлүмәт, ниңә арып белем эҙләргә?!
Уҡыусы балаларға туған телен яратырға өйрәтергә, уҡытырға кәрәк. БДИ осоро үтер, уҡыусы балалар үҫеп, үҙҙәре ата-әсә булыр, ул саҡта нимә өйрәтер улар?
Заһиҙә МУСИНА.
Сығанаҡ: Шоңҡар журналы