Прибельский мәктәбенең 7 “В” класы уҡыусыһы Аслан Биктимеров яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә һәм төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Ул көрәш, ирекле көрәш, грек- рим көрәше буйынса ярыштарҙа ҙур һөҙөмтәләргә ирешкән.
- Сағыу хис-тойғолар, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар, яңы дуҫтар һәм иң яҡшы вожатыйҙар өсөн мин “Артек”ка сикһеҙ рәхмәтлемен. Был минең тормошомдағы иң бәхетле өс аҙна булды. Үҙемдең отрядым, дуҫтарым, вожатыйҙар һәм “Артек” менән айырылышыу ҡыйын ине, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Аслан.
- “Артек”ка юлламаны нисек алдың тип һорайҙар күптәр. Грамоталарым буйынса заявка бирҙем дә, конкурстан үттем, “Янтарный” лагерына эләктем. Был лагерь түгел, ә әкиәт донъяһы! Ошо иҫ киткес урын – һәр кемдең бала саҡ хыялы. Бында һәр ваҡыт күңелле, һин һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүлһең, һинең эргәңдә яҡшы вожатыйҙар һәм өс аҙна эсендә бер ғаиләгә әйләнгән ысын дуҫтарың! Һин бында бөтә уңайлыҡтары булған корпуста, алты кешелек бүлмәлә йәшәйһең. Тәҙрәнән иҫ киткес күренеш күренә!
Һауа торошона ҡарап, һәр лагерь үҙ төҫөндәге барлыҡ кейем менән тәьмин итә. Шуға күрә унда күп кейем алып барырға ла кәрәкмәй. Ашханала “Швед өҫтәле” принцибы менән бик тәмле итеп, үҙең теләгәнде һайлап алып ашайһың. Һәр смена үҙенең тематикаһы буйынса төрлө-төрлө саралар ойоштора. Бында күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ! Хатта бик оялсан балалар ҙа уйындарҙа ҡатнаша, дуҫтар таба. Ҡырым тәбиғәте иҫ киткес – эргәлә генә диңгеҙ шаулай, тирә-яҡта йәшеллек. Бында килгән һәр бала ниндәйҙер яңы һөнәр үҙләштереп ҡайта. Бер тапҡыр булһа ла, “Артек”та булырға яҙһын һәр берегеҙгә! – тип һүҙгә ҡушыла Ҡырмыҫҡалы гимназияһының 6 “А” класы уҡыусыһы Дарья Шинова.
Ошо уҡ гимназияның 7 “Б” класында белем алыусы Арина Хәмиҙуллина тхэквондо менән шөғөлләнә. Бөтә Рәсәй турнирҙарында күп тапҡырҙар еңеү яулағаны өсөн ул “Артек”ка барыу бәхетенә ирешкән. Прибельский мәктәбенән Карина Кинйәғолованың яратҡан шөғөлдәре бигерәк күп. Ул музыка мәктәбенең фортепиано класында, моделдәр мәктәбендә һәм ирекле көрәш менән шөғөлләнергә өлгөрә. Барлыҡ ҡаҙаныштары уны ла “Артек”ка алып барған. “Бөгөндән тағы унда барыр инем”, - ти ул.
Төрлө ярыш-турнирҙарҙа әүҙем ҡатнашыусы Ҡырмыҫҡалы гимназияһының тағы бер уҡыусыһы Данияр Сафинға ла (6 “А” класс) Ҡырымда ял итеү тик яҡшы тәьҫораттар ғына бүләк иткән.
Тағы бер артековсыбыҙ – Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбенең 9 “А” класы уҡыусыһы Динислам Тажетдинов яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Йыл һайын интеллектуаль олимпиадаларҙа һәм төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Хәрби-патриотик сараларҙан, “Гагарин кубогы”нан да ситтә ҡалмай. Барлыҡ уңыштары уны “Артек”лы иткән. “Бындай бәхетте һәр бала татып ҡараһын ине”, - тигән теләктә ул.
Ошо уҡ мәктәптең 8 “Б” Шайморатов класында уҡыусы Динә Ғилметдинова бала саҡтан спорт мәктәбендә полиатлон менән шөғөлләнә һәм еңел атлетика, саңғы ярыштарында тәүге урындар яулай. Спортта юғары күрһәткестәргә ирешкәне, хәрби-патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн уның күптәнге “Артек” лагерына юллама алыу хыялы тормошҡа аша.
- Миңә унда бик оҡшаны, үҙемә яңы дуҫтар таптым. “Хрустальный” лагерының “Ҡара диңгеҙ шкиперҙары” отрядына эләктем. Беҙ ишкәкле кәмәлә диңгеҙҙә йөҙҙөк, диңгеҙ төйөндәре бәйләргә өйрәндек, Морзе азбукаһын ятланыҡ һәм башҡа бик күп һөнәрҙәр үҙләштерҙек. Мөғжизәле лагерға тағы барғым килә, - ти Динә.
Ҡырымдың тәбиғәте, төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, шоколадлы фонтан, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән тиҫтерҙәре менән танышыу, ҡыҫҡаһы, “Артек” тик онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ғына ҡалдырған һәләтле уҡыусыларыбыҙҙа. Әйткәндәй, быйыл “Артек” үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Егерме бер көн буйына үткән сараларҙы яҙып бөтөрөрлөк тә түгел. Быларҙың барыһы ла һәр бер баланың күңелендә юйылмаҫ хәтирәләр булып һаҡланыр.
Районыбыҙ уҡыусылары ошо һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итеүсе барлыҡ уҡытыусыларына, тренерҙарына, мәктәп етәкселегенә, ата-әсәләренә оло рәхмәттәрен белдерәләр.
Барлыҡ изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, киләсәктә тағы ла бейегерәк үрҙәр яуларға яҙһын һеҙгә, беҙҙең артековсыларыбыҙ! Ә башҡаларға бындай бәхетте татырға яҙһын!
Лилиә ТАЖЕТДИНОВА.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.