Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәктәптәрҙә
26 Февраль 2025, 11:21

«Өләсәйем һандығы»нда ниҙәр бар?

Республикабыҙҙың белем биреү усаҡтарында балаларҙа халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, фольклорына һәм өлкән быуынға ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында “Өләсәйем һандығы” байрамы ойошторолоп килә.

«Өләсәйем һандығы»нда ниҙәр бар?«Өләсәйем һандығы»нда ниҙәр бар?
«Өләсәйем һандығы»нда ниҙәр бар?

Бындай күркәм сараны Би­шауыл-Уңғар мәҙәниәте йорто ла мәктәп уҡыусылары өсөн даими үткәреп тора. Быйылғы байрам Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Мах­сус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына бәйләп алып барылды. Өләсәй (мәҙәниәт йорто мөдире Фәһимә Абдрафиҡова) бала­ларҙы йылдар дауамында серле һандыҡта һаҡланған иҫтәлекле ҡомартҡылар менән таныштырҙы. Һандыҡ төбөнән үҙенең бир­нәһе - кейәүгә сыҡҡанда кейгән балитәкле күлдәге, беләҙеге, дебет шәленең тарихын ма­уыҡтырғыс итеп һөйләне. Дебет шәленең матурлығы, сатлама һыуыҡтарҙа ла ҡатын-ҡыҙҙы һалҡындан һаҡлауы, уны бөгөн дә ябынып йөрөргә кәрәкле­ген әйтеп үтте. Шәлде иңенә һалып, “Шәл бәйләнем” йы­рын йырлап, барыһын да бей­ергә төшөрҙө. Артабан һандыҡ төбөнән бер-бер артлы музыка ҡоралдарын алып, уларҙың ни сәбәпле ҡәҙерле ҡомартҡыға әйләнеүен бәйән итте: “Ба­лалар, мин был ҡурайҙы ныҡ һаҡлайым, сөнки тап ошо ҡу­райҙа әлеге көндә Украина сик­тәрендә яу яланында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдашыбыҙ Рәйеф Искән­дәров уйнап йөрөнө. Ул мәҙә­ниәт йортонда ойошторолған “Мираҫ” фольклор, “Сатҡы” халыҡ инструменттары , “Там­сы” театр төркөмдәренең әүҙем һәүәҫкәр ағзаһы ине. Илдәр тынысланып, еңеү менән ҡай­тыуын теләйек. Аллаһ бирһә, уның тыуған яҡтарына иҫән- һау ҡайтып, ошо ҡурайында сәхнә түренән моңло көйҙәрен ишетергә яҙһын. Балалар, икен­се иҫтәлекле ҡомартҡыбыҙ – ҡумыҙ. Уның тарихы бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашып, хәбәрһеҙ юғалған ауылдашыбыҙ Руслан Заһиҙул­линға бәйле. Батыр егетебеҙ ошо ҡумыҙҙа уйнай торғайны. Ул да ауыл клубында ойошто­ролған “Мираҫ” фольклор төр­көмөнөң әүҙем ағзаһы булды. Беҙ уның иҫән-һау табылыуына өмөт итеп, ауылыбыҙға ҡай­тыуын көтөп ҡалабыҙ. Өсөнсө иҫтәлекле ҡомартҡыбыҙ – гар­мун. Гармундың да ябайы түгел, яу яланында батырҙарса һәләк булған Ғөбәйҙуллин Зинфир ағайығыҙ уйнап йөрөгән тальян гармуны. Заманында Зинфир Зим улы Һәүәләй ауылы мәҙә­ниәт йортонда директор, район Мәҙәниәт һарайында йырсы, ә аҙаҡҡы йылдарҙа беҙҙең ауыл клубының әүҙем һәүәҫкәре булды. Уның гармунда уйнап, йырлап ебәргәнен, зал тып-тын ҡалып тыңлай торғайны. Батыр егеттәребеҙ – ил күрке, уларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ”.

Артабан өләсәйебеҙ ҡыйыу яугирҙәребеҙ хөрмәтенә башҡорт халҡының гимнына әйләнгән “Шайморатов гене­рал” йырын йырларға саҡырҙы. Залдағылар һандыҡтан алынған һәр ҡомартҡының серен бел­гәндән һуң, күңелдәре елкенеп, йырҙы айырым бер ғорурлыҡ менән башҡарҙы. Мәктәп уҡыусылары батырҙарға арналған шиғырҙарын да уҡып ишет­терҙе. Артабан ауылыбыҙҙың ағинәйе Флүрә Заһиҙуллина менән башҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыусыһы Рәмилә Исхаҡова Бишауыл-Уңғар урта мәктәбен тамамлаған 22 егеттең Тыуған ил алдындағы изге бу­рысын үтәү өсөн яуға китеп, ба­тырҙарса һуғышыуын билдәләп үтте. Ысынында иһә, мәктәптә­ге шуҡ малайҙарыбыҙ - бөгөнгө көндә ысын геройҙар.

Артабан ауылыбыҙҙың ағинәйе Райхана Заһиҙуллина яу яланында һәләк булған егет­тәребеҙ исеменә изге доға бағышланы.

Быуындар күсәгилешлелеген сағылдырған, милли ғөрөф- ғәҙәттәрҙе быуындан быуынға тапшырыуға ҡоролған нәфис тамаша ағинәйҙәр әҙерләп кил­тергән ризыҡтарҙы тәмләп, сәй эсеү менән тамамланды.

Рәмилә ИСХАҠОВА, Бишауыл-Уңғар урта мәктәбе­нең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас