Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәктәптәрҙә
14 Февраль 2025, 06:53

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе

2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының муниципаль этабы финалы үтте. Конкурстың еңеүсеһе булып Ҡырмыҫҡалы гимназияһының физик культура уҡытыусыһы Вадим Шинов танылды. Уға төбәк конкурста һөҙөмтәле сығыш яһауын, туған районының данын лайыҡлы яҡлауын теләйбеҙ.

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһеҺөнәри оҫталыҡ бәйгеһе
Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе

2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының муниципаль этабы финалы үтте. Был сара “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә һәм белем биреү сифатын күтәреү маҡсатында уҙғарыла. Уҡытыусыларҙы ижади эштәргә, эҙләнеүҙәргә дәртләндереүсе бәйге хәҙер матур йолаға әүерелде. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы педагогтарҙың һөнәри оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, уларҙы яңы ҡаҙаныштарға илһамландыра, һәм шулай уҡ йәмғиәттә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрә.
Сарала ҡатнашыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева сәләмләне.
- Уҡытыусы - донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат. Был һүҙҙә күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға булған мөхәббәт хистәре тупланған. Ысынлап та, кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары, уҡытыусы күңелендә урын алғандыр. Хөрмәтле коллегалар, һөнәрегеҙгә тоғро булыуығыҙ, һәләтегеҙ, районыбыҙҙың киләсәгенә индергән көндәлек өлөшөгөҙ һәм балаларҙы ихлас яратыуығыҙ өсөн ихлас рәхмәт һеҙгә. Ә инде “Йыл уҡытыусыһы-2025” конкурсында ҡатнашыусыларға уңыштар һәм еңеү теләйем, - тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы.
Быйыл конкурста райондың 13 белем биреү ойошмаһынан 43 уҡытыусы ҡатнашты, уларҙың 6-һы финалға үтте. Бәйгелә ҡатнашыусылар ике ай дауамында төрлө һынауҙар үтте: асыҡ дәрестәр, дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса дәрестәр үткәрҙе, үҙ тәж­рибәләре менән уртаҡлашты, төрлө методик материалдар тәҡдим иттеләр. Район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Сыңғыҙова был конкурста юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡытыусыларға Дипломдар тапшырҙы.
Артабан сәхнәгә финалға сығыусы 6 педагог күтәрелде. Бына улар: Прибельский мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Венера Туляшева, Илтирәк мәктәбенең рус теле уҡытыусыһы Тамара Степанова, Сахай мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Баязитова, Ҡырмыҫҡалы гимназияһының физик культура уҡытыусыһы Вадим Шинов, Яңы Ҡыйышҡы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Анна Стэпа һәм Иҫке Бәпес мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Ләйсән Абдуллина. Финалсылар үҙҙәре менән таныштырҙы һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Һәр уҡытыусы дәрестәре мауыҡтырғыс, балаларға ҡыҙыҡлы булһын өсөн төрлө алымдар, заманса технологиялар ҡулланыуы, заман менән бергә атлауҙары тураһында бәйән итте. Уларҙа смайликтар, мнемотехника ҡулланыу, хәрәкәтле уйындар ойоштороу тураһында һөйләп миҫал килтерҙеләр. Мәҫәлән, мнемотехника иһә мәктәп программаһынан абстракт төшөнсәләрҙе тормош ваҡиғалары һәм күренештәре менән бәйләргә мөмкинлек бирә, шуның менән хәтерләү процесын ябайлаштыра. Шулай итеп оҫталыҡ дәрестәрендә уҡытыусылар практикала яңы технология һәм методтарҙы нисек ҡулланыуҙары тураһында һөйләп кенә ҡалманы, ә күрһәтә лә алды. Конкурста ҡатнашыусыларҙың хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары уларҙың сығыштарын сағыуыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итергә булышлыҡ итте һәм дәрт һәм көс биреп торҙо.
“Йыл уҡытыусыһы-2025” конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе булып Ҡырмыҫҡалы гимназияһының физик культура уҡытыусыһы Вадим Шинов танылды.
- “Йыл уҡытыусыһы-2025” конкурсында еңеүсе булыуым минең өсөн оло мәртәбә. Был еңеүем артабан да уңыштарға өлгәшеүемә этәргес булыр, тип ышанам. Гимназия директоры һәм коллективы, минең 5 «а» класы уҡыусылары һәм ата-әсәләре яғынан ярҙам миңә көс бирҙе. Шулай уҡ әсәйем Гүзәл Рифҡәт ҡыҙына ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Республика кимәлендә лә һынатмаҫҡа тырышасаҡмын. Ҡырмыҫҡалы ерендә ысын профессионалдар эшләүен күрһәтеү өсөн ныҡлап әҙерләнәсәкмен, - ти Вадим Владимирович.
Вадим Шиновты еңеүе менән ҡотлайбыҙ hәм уға тағын да ҙурыраҡ ижади уңыштар, үҙ көсөнә ышаныс, ниәтләгән проекттарының hәм яңы бай йөкмәткеле идеяларҙың тормошҡа ашыуын, төбәк конкурста һөҙөмтәле сығыш яһауын, туған районының данын лайыҡлы яҡлауын теләйбеҙ.
Башҡа конкурсанттар ҙа үҙҙәренең хеҙмәттәрен һәм һөнәргә һөйөүен күрһәтте. Һөҙөмтәләр буйынса һәр кем үҙ номинацияһында еңеүсе булды. “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында Сахай урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Баязитова еңеү яуланы. “Сағыу индивидуаллелек” номинацияһында Прибельский мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Венера

10:05

Түләшева еңеүсе булды. Венера Венер ҡыҙы шулай уҡ “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһына лайыҡ булды. Иҫке Бәпес мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Абдуллина “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2025” исеменә һәм Илтирәк мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тамара Степанова “Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2025” исеменә лайыҡ булдылар. Яңы Ҡыйышҡы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Анна Стэпа конкурстың “Йәш уҡытыусы-2025” номинацияһында еңеүсе тип танылды.
Конкурстың муниципаль эта­бында еңеүселәр “Башҡортостан йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йылы уҡытыусыһы”, “Йәш йыл уҡытыусыһы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” һәм “Йыл педагогы” бәйгеләренең төбәк этабында район исеменән сығыш яһаясаҡ.
Һәр конкурс - кешелә яңы таланттар асыуға һәм яңы һәләттәр үҙләштереүгә этәрә, бер-берең менән тәжрибәләр уртаҡлашыу өсөн яҡшы майҙан булып тора. Сираттағы конкурс уҡытыусы һөнәренең абруйлы һәм ылыҡтырғыс булыуын, уҡытыусының йәмғиәттәге ролен һәм социаль йәһәттән әһәмиәтен тағы бер тапҡыр раҫланы.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас