Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
17 Октябрь , 10:47

Байрам йәрминкәһе ойошторолдо

Барлыҡ Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләгән ваҡытта беҙҙең мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла ситтә ҡалманы. Улар был көндө фәһемле һәм файҙалы үткәрергә уйланылар һәм мәктәбебеҙҙә “Көҙгө уңыш” байрам-йәрминкәһе ойошторҙолар. Йәрминкәлә йыйылған аҡсаны махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштарға ебәрергә тип ҡарар ителде.

Ирекмәндәр етәксеһе Рита Рим ҡыҙы Дәүләтшина Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән са­раны тантаналы рәүештә башлап ебәрҙе һәм барыһын да байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен ет­керҙе.

Байрам сараһында уҡыусылар менән берлектә ата-әсәләр һәм башҡа ауылдаштар ҙа әүҙем ҡатна­шты.

Көҙгө уңыштар, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән ҡайнатмалар, тоҙланған ҡыяр менән помидор һәм кә­беҫтәләр, ҡаймаҡ-ҡороттар, беше­релгән төрлө-төрлө тәмлекәстәр, өләсәйҙәр бәйләгән ойоҡбаштар, бейәләйҙәр йәрминкәбеҙ түрен биләне. Унда, хатта, балалар кил­тергән уйынсыҡтар ҙа бар ине.

Уҡыусыларҙың сағыу сығышта­ры, йыр-бейеүҙәре менән ара­лашып, байрамыбыҙ тағы ла күр­кәмерәк төҫ алды һәм бик күңелле үтте.

Ошондай матур саралар йәш бы­уынды илһөйәрлек рухта, һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам итергә әҙер то­роусы, үҙ илдәренең патриоттары булырҙай шәхестәр тәрбиәләүҙә бу­лышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.

Рәмилә НАМАҘҒОЛОВА,

Түбәнге Төкөн ауылы мәктәбе

директоры урынбаҫары.

Байрам йәрминкәһе ойошторолдо
Байрам йәрминкәһе ойошторолдо
Байрам йәрминкәһе ойошторолдо
Автор:
Читайте нас: