Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
10 Октябрь , 12:25

Тәбиғәттән бирелгән һәләт

Ҡасандыр үҙем дә хеҙмәт юлымды уҡытыусы булып башлағас, был һөнәр эйәләренең эшен аңлап ҡабул итәм. Уҡытыусылар – балаларға белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә күңелдәренә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе лә.

Тәбиғәттән бирелгән һәләт
Тәбиғәттән бирелгән һәләт

Тәбиғәттән бирелгән һәләт

Ҡасандыр үҙем дә хеҙмәт юлымды уҡытыусы булып башлағас, был һөнәр эйәләренең эшен аңлап ҡабул итәм. Уҡытыусылар – балаларға белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә күңелдәренә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе лә.

 

 Бөгөнгө әңгәмәсемә – Подлуб урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры һәм башҡорт теле уҡыты­усыһы Гөлгөнә Кәлимул­линаға остазлыҡ һәләте тәбиғәттән бирелгән.

- Гөлгөнә Фазылйән ҡыҙы, уҡытыусы һөнәрен һай­ларға нимә этәргес булды?

- Мин тыумышым менән Йылайыр райо­нының йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Юлдыбай ауылынанмын. Ғаиләләге дүрт баланың иң кинйәһе булдым. Ата- әсәйем ғүмер буйы мәк­тәптә эшләнеләр. Атайым хәрби әҙерлек һәм музыка дәрестәрен алып барһа, әсәйем алгебра һәм гео­метриянан белем бирҙе. Уларҙың икеһе лә музы­каль яҡтан һәләтле ине. Атайым баянда уйнап ебәрһә, әсәйем бейергә төшөп китер ине. Шулай итеп миңә кескәй саҡтан әсәйемдең итәгенә йәбе­шеп йәки ағайымдарҙың елкәһенә ултырып мәк­тәп һәм сәхнә тормошон күреп үҫергә тура кил­де. Алты йәштән музыка мәктәбендәге фортепиано класында шөғөлләндем. Унда ете йыл белем алғас, Өфөләге педагогия кол­леджының музыка бүле­гендә уҡыным. Һуңынан район Мәҙәниәт һарайы­на эшкә урынлаштым да, шул уҡ йылды Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына сит­тән тороп уҡырға индем. Үҙе лә ошо факультетты тамамлағас, был ҡарарым­ды атайым ҡыуанып ҡабул итте. Шунан Өфөләге Ав­тотранспорт колледжы­на секретарь булып эшкә төшөп, унда йәштәр сәй­әсәте эше буйынса бел­гес дәрәжәһенә тиклем күтәрелдем. Башҡорт теле дәрестәре индерелгәс, ике йыллыҡ курс үтеп, колледжда уҡыта башла­ным. Бына шулай, ура­уыраҡ юлдар аша булһа ла ата-әсәйемдең һөнәре мине үҙенә тартты. Эшем­де яратып башҡарам һәм тап ошо һөнәрҙе һайлаға­ным өсөн бер ваҡытта ла үкенгәнем юҡ.

- Ҡырмыҫҡалы районы тарафтарына ниндәй елдәр ташланы?

- Тормош иптәшем һәм балалар менән һәр саҡ үҙ йортобоҙ тураһында хыялландыҡ һәм 2016 йылда Ҡырмыҫҡалы районына сиктәш булған, Шишмә районына ҡараған Һабыр ауылынан йорт һатып алып, ошонда төпләндек. 2019 йылда Бекетов ауылы мәктәбенә башҡорт теле дәрестәрен уҡытырға саҡырҙылар. Һуңыраҡ тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары ва­зифаһын да йөкмәттеләр. 2022 йылдың сентябренән алып Подлуб мәктәбен етәкләйем.

- Етәкселек эше, кол­лективығыҙ менән та­ныштырып үтһәгеҙсе. Мәктәп бинаһы бик бо­ронғо күренә...

- Әлбиттә, етәкселек эшенә өйрәнеп китеүе еңелдән булманы. Кол­лективыма рәхмәт, аңлап ҡабул иттеләр, бергәлә­шеп өйрәндек. Әлеге көндә коллективыбыҙҙа 25 хеҙмәткәр тырышып хеҙмәт итә. Уларҙың 16- һы уҡытыусы. Кадрҙар мәсьәләһе буйынса ҡыт­лыҡ кисермәйбеҙ, шу­ныһы ҡыуандыра. Белем усағына йәш белгестәрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ. Коллективыбыҙ татыу, дәртле. Йырларға, бейер­гә, төрлө сараларҙа ҡат­нашырға атлығып ҡына торалар. Быйылғы уҡыу йылында 1-11-се кластарҙа барлығы 132 уҡыусы иҫәпләнә. Эйе, ысынлап та мәктәбебеҙ бинаһы бик боронғо. Киләһе йылда рәсми рәүештә мәктәп булып иҫәпләнеүенең 160 йыллығын билдәләргә йыйынабыҙ. Тарихҡа күҙ һалһаҡ инде, был бина 1837 йылда уҡ төҙөлгән, әммә 1865 йылға тиклем уның сиркәү мәхәлләһе училищеһы булараҡ архив документтары һаҡлан­маған. Был бина регио­наль кимәлдә архитек­тура ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта мәктәбебеҙгә капиталь ремонт һәм реконструк­ция эшләү мәсьәләһен хәл итергә тырышам. Шуны ла әйтеп үтке килә: икенсе йыл рәттән “Мәктәптәрҙә инициативалы бюджет­лау проекты” сиктәрендә уҙғарылған республика конкурсында еңеү яулауға ирештек. Субсидия аҡ­саһына тәүге йылда 905 мең һумға, икенсе йылына 855 мең һумға мәктәпкә кәрәкле ҡорамалдар һа­тып алынды.

- Етәкселек эшенән тыш һеҙ башҡорт теле дәрестәрен дә алып ба­раһығыҙ. Уҡыусыларҙың абруйын яулау өсөн педагог ниндәй сифаттарға эйә бу­лырға тейеш?

- Эйе, уҡыусыларҙы башҡорт теле серҙәре, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йола­лары менән таныштырыу эшенә бар күңелемде һа­лам. Былтыр район буй­ынса “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыу­сыһы” номинацияһында еңеү яулап, республика кимәлендәге конкурста ҡатнашыу бәхетенә эйә булдым. Шулай уҡ үткән уҡыу йылында мәктәбе­беҙгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын Төбәк-ара семинарға йый­ҙыҡ. Ул Ғаилә һәм Һаулыҡ мөмкинлектәре сиклән­гән кешеләр тураһында хәстәрлек йылдарына ар­налды.

Педагог ниндәй булырға тейеш тигәндә инде, тәү сиратта, әлбиттә, һәр бер уҡытыусы үҙ предметын биш бармағылай белергә тейеш. Шулай уҡ ул за­ман менән бергә атларға, заманса технологияларҙы үҙләштерергә бурыслы. Китап, дәфтәр менән генә дәрес үткәреп, уҡыусы­ларҙы ҡыҙыҡһындырып, фәнгә һөйөү уятып бул­май. Уҡыусылар менән уртаҡ тел тапҡанда ғына, уларҙың хөрмәтен яулап була тип уйлайым.

- Ғаиләгеҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине?

- Ғаиләбеҙҙә өс ҡыҙ үҫ­терәбеҙ. Тормош иптәшем Алик Вәсим улы һөнәре буйынса инженер. Иң ҙур ҡыҙыбыҙ Лилиә Өфөлә­ге колледжда белем алып, күңеленә ятҡан һөнәр буйынса Санкт-Петербург ҡалаһында эшләй. Амалия Бекетов мәктәбенең 4-се класында, ә Алана Подлуб мәктәбенең 1-се класында уҡый. Ҡыҙҙарыбыҙҙың ба­рыһы ла һүрәт төшөрөргә маһирҙар, ә ике бәләкәсе­беҙ пианинола уйнай, сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Алана шулай уҡ йырларға ярата, тхэквондо менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.

- Гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙҙәрегеҙ ҙә барҙыр...

- Һәр кем үҙе тыуып үҫкән Тыуған илен, туған телен яратырға һәм хөр­мәт итергә тейеш тигән фекерҙәмен. Шулай уҡ, минеңсә, һәр ваҡыт алға ынтылып йәшәргә, яңы һөнәр үҙләштерергә, яңы шөғөл табырға кәрәк. Бөгөнгө заманда бер һөнәрҙең дә артығы юҡ. Шуны ла әйткем килә: мәктәп – баланың икен­се өйө булһа, уҡытыусы – уның икенсе ата-әсәһе. Нисек кенә ауыр бул­маһын, педагог һөнәрен һайлағанһың һәм ошо бөйөк исемде йөрөтәһең икән, тырыш һәм ныҡыш булыу зарур. Ә уның өсөн даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләргә, белемеңде ка­миллаштырырға, шулай уҡ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашырға ын­тылыу мотлаҡ, тип уйлай­ым.

- Гөлгөнә Фазылйән ҡыҙы, һорауҙарыма ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн рәх­мәт! Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгә­шергә яҙһын!

Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: