Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
8 Август , 11:38

Башҡорт телен һыу кеүек эсә!

Гәзитебеҙ биттәрендә был ҡыҙ тураһында күп тапҡырҙар яҙылғаны булды. Үҙе рус милләтенән булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теле буйынса төрө бәйгеләрҙә еңеү яулаусы Александра Чирухина менән күптән танышырға хыяллана инем. Бына ул көн етте һәм беҙ уның менән телефон аша булһа ла һөйләшеп алдыҡ.

Башҡорт телен һыу кеүек эсә!
Башҡорт телен һыу кеүек эсә!

Башҡорт телен һыу кеүек эсә!

Гәзитебеҙ биттәрендә был ҡыҙ тураһында күп тапҡырҙар яҙылғаны булды. Үҙе рус милләтенән булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теле буйынса төрө бәйгеләрҙә еңеү яулаусы Александра Чирухина менән күптән танышырға хыяллана инем. Бына ул көн етте һәм беҙ уның менән телефон аша булһа ла һөйләшеп алдыҡ.

 “Тап-таҙа итеп башҡорт­са һөйләшә ул”, - тиһәләр ҙә Александра тураһында уның уҡытыусылары һәм ата-әсәһе, үҙе менән аралашмайынса бының ысынбарлыҡҡа тура килеүенә һаман ышанып етә алмай инем әле. Телефондың теге яғынан:

- Һаумыһығыҙ! Рәхмәт, хәл­дәрем яҡшы, әле каникулда ял итәм, атай-әсәйемә йорт эштәрендә ярҙам итәм, - ти­гән яғымлы тауышлы ҡыҙҙың саф башҡортса һөйләшкәнен ишеткәс, ниһайәт, ышандым.

Александра Биша­уыл-Уңғар мәктәбенең 10-сы класын тамамлаған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйын­са олимпиадала район буй­ынса еңеү яулап, респу­блика кимәлендә лә көсөн һанап ҡараған. “Башҡорт те­лен өйрәнеүе ҡыйын булды­мы? Киләсәктә кем булырға хыялланаһың?” – тигән һора­уҙарҙы бирҙем башҡорт телен һыу кеүек эскән ҡыҙға. Уның:

- Тәүҙәрәк телде өйрәнеүе бер аҙ ҡыйыныраҡ булды, әлбиттә. Хәҙер телде яҡшы беләм, бер ҡыйынлығын да күрмәйем. Башҡорт телен ныҡ яратам. Миңә бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙары, ҡобайырҙары оҡшай. Заман­са йырҙарҙы ла рәхәтләнеп тыңлайым, хатта, үҙем дә йырлайым. Киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға теләйем. Башҡорт те­ленә ҡарата һөйөү тәрбиәлә­гәндәре өсөн башланғыс класта белем биргән Зәлиә Тимербай ҡыҙы Хөснетдиноваға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм мине төрлө бәйгеләргә әҙерләүсе Рәмилә Филарит ҡыҙы Исхаҡоваға, класс етәк­себеҙ Рим Риф улы Исхаҡовҡа, атай-әсәйемә оло рәхмәтлемен, - тигән яуабы һоҡландырҙы.

- Ғаиләбеҙгә алған саҡта Александраға 7 йәш ине. Русса ғына һөйләшә торғайны. Бер ай эсендә саф башҡортса һөй­ләшергә өйрәнде. Хәҙер был телдә барыбыҙҙан да яҡшы­раҡ һөйләшә. Ҡыҙыбыҙға мулланан Ралина тип исем ҡуштырҙыҡ. Паспорт буйынса Александра булһа ла, беҙ уны Ралина тип йөрөтәбеҙ, - ти ҡыҙҙың әсәһе Зимфира Ғәли­ева.

- Александра – бик әүҙем ҡыҙ. Бәләкәй саҡтан уҡ төр­лө сараларҙа ҡатнаша. Район һәм республика буйынса уҙға­рылған шиғыр, инша конкурстарында алдынғы урындар алып, һәр ваҡыт беҙҙе һөйөн­дөрә. Мәктәбебеҙҙәге “Шиш­мәкәй” фольклор түңәрәгендә лә шөғөлләнергә өлгөрә, һәр бер сараның алып барыусыһы ла ул. Ҡыҙҙы үҙҙәренә тәрбиә­гә алған Зимфира һәм Айрат Ғәлиевтар һәр яҡлап ярҙам итеп, хуплап, һәр еңеүенә ҡы­уанып торалар. Башҡортса бер һүҙ ҙә белмәгән, рус мил­ләтенән булған һәләтле ҡыҙ мәктәптә лә, өйҙә ата-әсәләре, ҡартатаһы менән тик башҡортса ғына аралашып, тиҙ генә телде өйрәнде. Хәҙер инде ул үҙебеҙҙең ҡайһы бер башҡорт балаларынан да яҡшыраҡ һөй­ләшә. Ғөмүмән, афарин ҡыҙ ул! – ти ҡыҙҙың уҡытыусыһы Рәмилә Исхаҡова.

- Александра Чирухина тик “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшә. Бик актив, ара­лашыусан, ҡыҙыҡһыныусан, итәғәтле. Мәктәп һәм рай­он кимәлендәге сараларҙа ул алмаштырғыһыҙ. Быға уның матур дикцияһы, башҡорт һәм рус телдәрендә берҙәй үк кимәлдә һөйләшеүе, шулай уҡ үҙенең ихласлығы, теләге мөмкинлек бирә. Бик яҡшы хәтере, шиғырҙарҙы төшөнөп һөйләүе Александраға һүҙ сәнғәте өлкәһендә уңышлы сығыш яһарға булыша. Ул шу­лай уҡ театр сәнғәтен дә үҙ итә. Үҙенә бирелгән ролдәргә яуаплы ҡарай, кәңәштәргә ҡолаҡ һалып, образға инергә һәләтле. Быйыл “Башҡортостан ынйылары” конкурс-фестиваленә әҙерләгән тамашала бейеүсе Рәүилә Хажиева ролен уңыш­лы башҡарып, тамашасы һәм жюри иғтибарын һәм ихтира­мын яуланы, “Иң яҡшы ҡа­тын-ҡыҙ ролен башҡарыусы” номинацияһында билдәләнде, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе Алек­сандраның икенсе уҡытыу­сыһы Рим Исхаҡов.

Бар изге уй-теләктәрең бойомға ашһын, Алексан­дра-Ралина! Уңыштар һиңә!

Розалия НАЗАРОВА.

 «Кеше башҡортса бер генә һүҙ белһә, беҙ уны үҙ итәйек, уны ситләштермәйек.

Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ – бергә! Был ҙур эште бергә эшләргә кәрәк!»

Радий ХӘБИРОВ,

Башҡортостан Республикаһы Башлығы.

 

Нәркәс ҠОҘАҠАЕВА, йәмәғәтселек фекере лидеры:

- Районыбыҙ мәктәптәрендә дәүләт һәм туған телдәрҙе өй­рәнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Туған телде уҡытыу кимәлен күтәреү маҡсатында уҡытыусыларҙың методик бер­ләшмәһе эше яйға һалынған.

Уҡыусыларыбыҙ һәләтле һәм башҡорт телен туған тел бу­лараҡ та, дәүләт теле булараҡ та тырышып, ҡыҙыҡһынып өй­рәнә. Быны улар әленән-әле республика бәйгеләрендә, олимпиада­ларҙа, төрлө төбәк-ара конференцияларҙа ҡатнашып, үҙҙәренең уңыштары менән дәлилләп тора.

Балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, милли йолаларҙы һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ғаиләнең дә роле бик ҙур. Телдәрҙе өйрә­неү кешегә ҙур мөмкинлектәр аса, аралашыу даирәһен киңәйтә, белемде арттыра, аң-зиһенде байыта. Күп тел белеү, тимәк, белемгә илткән күп асҡысҡа эйә булыу, донъя мәҙәниәтен, төрлө халыҡтың рухи мираҫын өйрәнеү ул.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: