Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
12 Июль , 15:58

“Һомай”лы булдылар

Башҡорт телендә һөйләшеүсе аҡыллы, заманса колонкалар хәҙер республиканың барлыҡ район-ҡала балалар баҡсаларында ла бар тиерлек.

“Һомай”лы булдылар
“Һомай”лы булдылар

“Һомай”лы булдылар

2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды. Ошо йылдар дауамында был фонд республикабыҙҙың төп дәүләт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән күп проекттар булдырҙы.
- “Һомай” - Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә бүленгән гранттар конкурсы еңеүселәренең береһе. Тап ошондай проекттарға ярҙам итеү өсөн булдырҙыҡ та инде. Уҡытыу процесын заманса методикалар һәм технологиялар ярҙамында ҡыҙыҡлы һәм бик мауыҡтырғыс итергә мөмкин, - тип билдәләне Радий Хәбиров Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернатында ойошторолған “Һомай” аҡыллы колонкаһының презентацияһында.

Башҡорт телендә һөйләшеүсе аҡыллы, заманса колонкалар хәҙер республиканың барлыҡ район-ҡала балалар баҡсаларында ла бар тиерлек.
Башҡортостанда уйлап сығарылған яңы ҡоролма менән Башҡорт теле көнөндә төбәк Башлығы Радий Хәбиров таныштырғайны.

- “Һомай” башҡорт һәм рус телдәрен аңлай, бер телдән икенсеһенә тәржемә итә, һорауҙарға яуап бирә, музыка һәм әкиәттәр тыңлата. Уның ярҙамында өлкәндәргә лә, балаларға ла башҡорт телен өйрәнеүе бик еңел. Заманса алымдар һәм технологиялар ярҙамында уҡытыу процесын ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғысаҡ итергә мөмкин, – тип мөрәжәғәт иткәйне ул.

Иң ҡыуаныслыһы: артабанғы эштәрендә ҡулланыу өсөн сарала ҡатнашыусыларға аҡыллы колонкалар тапшырылды. Ҡабаҡ лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Юлиә Мостафина ла был бәхеткә эйә булды.

- Аҡыллы колонканы булдырыу буйынса проект етәксеһе Айгиз Ҡунафин осрашыуҙа “Һомай”ҙың нисек барлыҡҡа килеүе, уның мөмкинлектәре тураһында ентекле һөйләне, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә уның менән эшләү алымдарын өйрәтте. Ысынлап та, был колонка башҡорт мәктәптәре, башҡорт ғаиләләре өсөн бик уңайлы. Ул өс режимда эшләй. Береһе башҡортса аңлаған, русса һөйләшкәндәр өсөн. Икенсеһе башҡорт-рус телдәрен ҡушып һөйләшеүселәргә ҡаралһа, өсөнсөһө саф башҡортса һөйләшеүселәргә тәғәйенләнгән. Башҡорт халыҡ йырҙарын, әкиәттәрен, легендаларын да һөйләп бирә. Балалар өсөн йырҙар күп. Авторлыҡ хоҡуғы мәсьәләһенә бәйле әлегә заманса башҡорт йырҙарының күбеһе индерелмәгән, әммә улары ла буласаҡ тинеләр. Телеграмм каналында беҙҙең өсөн “Һомай” төркөмө астылар. Һорауҙарыбыҙҙың барыһын да шунда бирәбеҙ һәм кәрәкле мәғлүмәт табабыҙ. Зирәк колонка дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы үткәреүҙә, уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам күрһәтер, тип ышанам. Шундай осрашыу үткәргәндәре, “Һомай” бүләк иткәндәре өсөн рәхмәтлемен, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Юлиә Рәүф ҡыҙы.

Эйе, башҡорт теленең цифрлы үҫеше, тел тарихында әһәмиәтле яңы бит асылыуы барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға.

Андрей МАТВЕЕВ, район мәғариф бүлеге начальнигы, йәмәғәтселек фекере лидеры:

- Райондың һәр мәктәбендә башҡорт теле уҡытыла. Башҡорт теле уҡытыусылары үҙ эштәрен яратып башҡара. Уҡыусыларыбыҙ республика буйынса ғына түгел, хатта, халыҡ-ара конкурстарҙа ла ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Педагогтар үҙҙәре лә йыл һайын тиерлек “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә призлы урындар ала. Шулай уҡ улар башҡа проекттарҙа еңеп сығып, грант алыуға өлгәшәләр. “Һомай” колонкаһы башҡорт теле серҙәрен төшөнөү өсөн балаларға ла, уҡытыусыларға ла, ата-әсәләргә лә оло ярҙамсы булып торор, тип ышанам.

Розалия НАЗАРОВА.

 

 

 

Автор:
Читайте нас: