Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
17 Май , 10:00

Ижади ҡарашлы яҡташтарыбыҙ менән осраштыҡ

Ҡабаҡ лицейында ауыл китапханаһы менән берлектә БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы Лилиә Мирза һәм мәғариф уҙаманы, әҙәби китаптар авторы Миңлеба­нат Вәлиева менән осрашыу ойошторҙоҡ.

Ижади ҡарашлы яҡташтарыбыҙ менән осраштыҡ
Ижади ҡарашлы яҡташтарыбыҙ менән осраштыҡ

Ижади ҡарашлы яҡташтарыбыҙ менән осраштыҡ

Ҡабаҡ лицейында ауыл китапханаһы менән берлектә БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы Лилиә Мирза һәм мәғариф уҙаманы, әҙәби китаптар авторы Миңлеба­нат Вәлиева менән осрашыу ойошторҙоҡ.

Китап яҙыу эше, уға күпме ваҡыт һәм хеҙмәт талап ителеүе, китап­тың уҡыусы ҡулына килеп эләккәнсе күпме юл үтеүе хаҡында уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап би­реп, яҙыусылар үҙҙәренең әҫәрҙәрен тыуҙырыуға нимә этәргес булып торо­уы хаҡында һөйләне.

Лилиә Мирза рус мәктәбендә төр­лө милләт балаларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәнен уҡытҡан саҡта дәрестәр ҡыҙыҡлы, йәнле үтһен һәм башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу өсөн ҡулы­на ҡәләм алырға мәжбүр булған. Шу­лай уҡ үҙенең туған теленә, халҡына, һүҙ сәнғәтенә ҡарата булған тәрән һөй­өүе лә быға булышлыҡ итә. Башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән йә бөтөн­ләй белмәгән уҡыусыларға белем би­реү эшен камиллаштырыу өҫтөндә ҙур эш алып бара ул. Ошо маҡсатта иң тәүҙә «Хәрефтәр донъяһында» тигән яңы әлифба китабын сығара. Был ки­тап башҡорт теле уҡытыусыларының күңеленә ята. Ошо китаптың уңышы менән ҡанатланған авторҙың балалар өсөн «Кәкүк менән ҡояш» һәм «Ҡояш ғәскәре» тигән әкиәттәр китабы донъя күрә. Башҡортса яҙылған әкиәттәрҙең рус телендәге тәржемәһе лә булған был китаптар уҡыусыларҙың ғына түгел, уҡытыусыларҙың да күңеленә хуш килә. Тәүҙә Ҡырмыҫҡалы райо­ны уҡытыусылары, ә һуңыраҡ республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендәге уҡытыусылар ҙа ул китаптарҙы дәрестәрҙә әүҙем ҡуллана башлай.

Шәжәрә менән ҡыҙыҡһыныусы­ларҙың күбәйә башлауын күргәс, Ли­лиә Мирза иҫке төрки телендә уҡы­рға өйрәнеү өсөн “Мөғәллимә” тигән әлифба төҙөй. Был китап та үҙ уҡыу­сыларын таба. Күптән түгел ул яҙған әкиәттәр «Литературные знакомства» тигән Мәскәү журналында баҫылып сыҡты.

Ғүмер буйы тиерлек мәктәптә бала­ларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән уҡытыусы Миңлебанат Хәсән ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, яҙыу эшенә тотона. Тыныс шарттарҙа ул үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлына байҡау яһай һәм үҙ балаларына мираҫ итеп ҡалды­рырлыҡ әҫәрҙәр ижад итә. Башҡорт һәм рус телдәрен берҙәй яҡшы белгән кеше булараҡ ул «Әбүләйестә үткән бала саҡ» тигән китап яҙа башлай һәм бәләкәй генә Банат исемле ҡыҙҙың яҙмышы аша башҡорт халҡының та­рихын, көнкүрешен, сәнғәтен, халыҡ йолаларын сағылдырыуға ирешә. Был китап «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына йыйылыусы яҡташтарына оло бүләк була.

Уҡыусыларының әсәләре менән даими осрашыу һәм һөйләшеү, уларҙың һәм шулай уҡ үҙенең бер туған биш апай-һеңлеләренең яҙмышы Миңлебанат Хәсән ҡыҙының икенсе китабы өсөн бик күп сюжеттар бүләк итә. Шулай итеп ул рус телендә «Испо­веди женщин или как живется тебе, се­стра?» китабын баҫтырып сығара. Унда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яҙмышы ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙә йәшәгән башҡа милләт ҡатын-ҡыҙҙарының да яҙмышы асыҡ һүрәтләнә. Әлеге көндә Миңлебанат Вәлиева бик күп һорау­сылар өсөн үҙенең тәүге китабын рус теленә тәржемә итеү өҫтөндә эшләй.

Лицейҙағы осрашыу ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле булды. Уҡыусылар ауыл­даштарының ижады менән ҡыҙыҡһы­нып, күп һорауҙар яуҙырҙы, автограф­тар алды.

Ижади ҡарашлы яҡташтарыбыҙ Лилиә Мирза менән Миңлебанат Вә­лиеваға уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, киләсәктә уларҙың әҫәрҙәрендә үҙе­беҙҙең яҡташтар – Ҡабаҡ ауылы халҡы ла һүрәтләнһен ине, тигән теләктәр менән хушлаштыҡ.

Гөлшат ХАМБАЛОВА,

Ҡабаҡ лицейы уҡытыусыһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: