Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
3 Май , 15:35

Күңелдәрҙе рухландырыусы «Рухиәт байрамы»

Һәр халыҡтың күренекле улдары һәм ҡыҙҙары бар, улар яҡты донъянан киткәндән һуң да тәрән эҙҙәре ҡала. Тап шуларҙың береһе - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, тел ғалимы, танып ырыуы башҡорто Әхнәф Ибраһим улы Харисов. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, туплау эшенә күп көс һалған шәхес ул Әхнәф ағай. Бал­тас районы халҡы үҙенең бөйөк улы менән сикһеҙ ғорурлана, уны ҙурлай.

Күңелдәрҙе рухландырыусы «Рухиәт байрамы»
Күңелдәрҙе рухландырыусы «Рухиәт байрамы»

Күңелдәрҙе рухландырыусы «Рухиәт байрамы»

Һәр халыҡтың күренекле улдары һәм ҡыҙҙары бар, улар яҡты донъянан киткәндән һуң да тәрән эҙҙәре ҡала. Тап шуларҙың береһе - башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, тел ғалимы, танып ырыуы башҡорто Әхнәф Ибраһим улы Харисов. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, туплау эшенә күп көс һалған шәхес ул Әхнәф ағай. Бал­тас районы халҡы үҙенең бөйөк улы менән сикһеҙ ғорурлана, уны ҙурлай.

 Ошо йәһәттән сығып, Балтас районы үҙәген­дә ике өлөштән торған бай саралар үтте: берен­сеһендә Иҫке Балтас ауылы Советтар Союзы Геройы Үлмәҫ Шакир улы Шакиров исемен­дәге 1-се урта мәктәптә “Урал батыр мәктәбе” проектын ғәмәлгә ашы­рыу сиктәрендә асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар ойошторолһа, икенсе өлөшө район мәҙәниәт һарайында фило­логия фәндәре докторы, профессор Әхнәф Ха­рисовтың тыуыуына 110 йыл тулыуға «Харисов уҡыуҙары - 2024» фән­ни-ғәмәли конферен­цияһы үтте. Был конфе­ренция Балтас ерендә икенсе тапҡыр үткәрелә.

Сарала район хаки­миәте вәкилдәре, БР мәғариф һәм фән Ми­нистрлығының милли мәғариф идаралығы на­чальнигы Илдус Ҡаһар­манов, профессор, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшере­неү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина, ошо уҡ институттан түбәндә­ге филология фәндәре докторҙары: Миңлеғә­ли Нәҙерғолов, Гөл­нур Хөсәйенова, Гөлназ Йәғәфәрова ҡат­нашты. Шулай уҡ БР- ҙың Төбәк-ара башҡорт йәмәғәт ойошмаһы “Аҡ тирмә” милли мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күз­бәкова, Башҡортостан­дың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Фе­дерацияһы мәғарифы­ның почетлы хеҙмәткәре Мәрүә Ғилметдинова, Өфө фән һәм техноло­гиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы башҡарма комитетының баш белгесе Нурислам Ҡал­мантаев, хеҙмәт ветера­ны БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхнәф Харисовтың ҡыҙы Зөлфирә (Харисова) Мамаева һәм Әхнәф Харисовтың бер туған ҡустыһының ҡыҙы Рә­филә Шабетдинова ҡат­нашты. Конкурста ҡат­нашыусылар мәртәбәле ҡунаҡтарҙың сығышын тыңлап, Әхнәф Харисо­втың башҡорт әҙәбиәте ғилемен, фольклорын, фән мәктәбен булды­рыуға күп көс һалыуы хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышты.

Артабан “Тамсылар” драма түңәрәге ағзала­ры бөйөк ғалимға ар­налған “Ғалим булғым килә” исемле фольклор күренешен тәҡдим итте. Һуңынан конкурста ҡат­нашыусы балалар ғил­ми-тикшеренеү һәм ижа­ди эштәре менән сығыш яһаны, кластан тыш эшкәртмә буйынса Гран- при алыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Тәслиә Ғә­лиуллина (Баҡалы рай­оны) залда ултырыусы балалар менән “Үҙ уйы­ным” интеллектуаль уй­ынын ойошторҙо. Кон­ференцияның башҡорт телендә рухлы йыр-бей­еүҙәр менән бергә үрелеп барыуы байрамға йәм өҫтәне. Конкурстың сит­тән тороп эшләү этабына 9 райондан төрлө номи­нацияларға 40 уҡыусы үҙ эшен ебәргән булһа, еңеүсе һәм призлы урын алыусыларҙы тәбрикләү­гә 18 уҡыусы саҡырыу ҡағыҙы алып, төп сарала ҡатнашыу бәхетенә эйә булды. Шулар араһында Бишауыл-Уңғар ауылы урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Алек­сандра Чирухина менән үҙем дә конференцияла ҡатнаштым. Алексан­дра “Әхнәф Харисов – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы” темаһы­на ижади эштәр (инша) конкурсында 3-сө урын алып, Диплом менән бүләкләнһә, миңә, уны әҙерләүсе етәксе була­раҡ, Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.

Алыҫ араларҙы яҡынайтып, яҙыусы, фило­логия фәндәре докторы, профессор, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Әхнәф Харисовтың тыуған еренә барыуыбыҙға сикһеҙ шатмын, сөнки коллегаларымдың эш тәжрибәһе менән та­ныштым, үҙем өсөн бик кәрәкле мәғлүмәт тупланым. Районда туған телдәрҙе өйрәнеүгә, үҫ­тереүгә иғтибар бүле­неүе күңелдәрҙе күтәрҙе. Туған телдә аралашыу нигеҙе ғаиләлә һалынһа ла, артабан уның балалар баҡсаһында, һуңынан мәктәптә үҫтерелеүен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. 4-5 йәшлек балаларҙың саф башҡорт телендә Р.Ға­риповтың, Б.Бикбайҙың “Туған тел” шиғырҙарын сәхнәне яңғыратып һөй­ләп тороуы – быға асыҡ миҫал булыуын күрһәтә лә инде. Залдағылар ке­скәйҙәрҙең сығышын яратып тыңланы, оҙаҡ алҡышланы. Был төбәк­тең халҡынан өлгө алы­рға ғына ҡала. Афарин­дар! Шулай уҡ Балтас районы халҡының ҡу­наҡсыллығы, һәр ҡатна­шыусыға иғтибарлы, киң күңелле булыуы, етәксе­лектең эште дөрөҫ ойо­штороуы бик оҡшаны. Район мәғариф бүлеге­нең башҡа структуралар менән тығыҙ бәйләнеш­тә эшләүе алда ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә булышлыҡ итте. Бөтәһе лә алдан уйланып эшләнгәнгә күрә, барлыҡ саралар бер тында үтте, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. Уҡыусым менән рухи яҡтан байып, дәрт­ләнеп, артабан да кон­курстарҙа ҡатнашып, яңы үрҙәр яуларға кәрәк тигән хыялдар менән ҡа­натланып ҡайттыҡ.

Ошо конкурсҡа беҙҙе хәстәрләп ебәреүсе рай­он мәғарифы начальни­гы Андрей Матвеевҡа, туған телдәр буйынса ме­тодист Нәркәс Ҡоҙаҡа­еваға, йыраҡ юлдарҙан иҫән-һау йөрөтөп алып ҡайтыусы водитель И.Насировҡа сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.

Рәмилә ИСХАҠОВА,

Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: