Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
3 Май , 15:43

«Хөсәйенов уҡыуҙары» үтте

Үтәгән мәктәбендә республика кимәлендә “Хөсәйенов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған был сара районда икенсе тапҡыр үткәрелә.

«Хөсәйенов уҡыуҙары» үтте
«Хөсәйенов уҡыуҙары» үтте

«Хөсәйенов уҡыуҙары» үтте

Үтәгән мәктәбендә республика кимәлендә “Хөсәйенов уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған был сара районда икенсе тапҡыр үткәрелә.

Сарала Ҡырмыҫҡалы рай­онының ун мәктәбе, Ғафу­ри районынан Н.А.Мәжитов исемендәге гимназия-интер­нат уҡыусылары әүҙем ҡатна­штылар.

Конференция өс этаптан торҙо. Беренсе этапта фән­ни-ғәмәли конференция сик­тәрендә уҡыусылар үҙҙәренең эҙләнеү-тикшеренеү эштәре менән сығыш яһанылар, икен­се этапта Ғайса Хөсәйеновтың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һөйләнеләр. Өсөнсө этапта үткән видеоконкурс күпселек Ғаилә йылына арналғайны.

Жюри ағзалары бала­ларҙың сығыштарын баһа­лап, һорауҙар бирҙе. Кон­ференция аҙағында “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡа­ев эштәргә йомғаҡ яһаны һәм ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, китаптар тапшырҙы.

Мәртәбәле бәйгелә райо­ныбыҙ уҡыусылары ла һынат­маны һәм еңеүҙәр яулауға өлгәште. Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенән Алексан­дра Чирухина, Олокүл мәк­тәбенән Алиса Йәнгирова, Ҡырмыҫҡалы гимназияһынан Элина Зәйнуллина 1-се урын яуланы. 2-се урынды Сахай­ҙан Эльвина Ғарипова, Һы­уыҡ-Шишмәнән Каролина Васильева, Шәрипҡолдан Арыҫлан Солтанморатов, Үтәгәндән Диана Моратова алды. Иҫке Бәпестән Гөл­наз Хәлитова, Шәрипҡолдан Фидан Бикташев, Үтәгәндән Элиза Иҙрисова 3-сө урынға сыҡтылар. Олокүл мәктәбе уҡыусыһы Әлмир Сабитов Рәхмәт хатына эйә булһа, ви­деоконкурс һөҙөмтәләре буй­ынса Үтәгән һәм Прибель­ский мәктәбе уҡыусыларына еткәндәр булманы. Бик күп фәнни хеҙмәттәр, уҡыу әсбап­тары, әҫәрҙәр, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре авторы, ғалим Ғайса Хөсәйеновтың ижады һәм хеҙмәттәре тураһында уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһынып өйрәнеүе, күренекле яҡташы­быҙҙың эшен дауам итеү, киләһе быуындарға тапшы­рыу ул.

Нәркәс ҠОҘАҠАЕВА,

район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы.

Автор:
Читайте нас: