Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
29 Март , 12:20

Юғары кимәлдә үтте

Подлуб ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыларының Төбәк-ара семинары уҙҙы. Ул Ғаилә һәм Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәр­лек йылдарына арналды.

Юғары кимәлдә үтте
Юғары кимәлдә үтте

 

Юғары кимәлдә үтте

Подлуб ауылы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыларының Төбәк-ара семинары уҙҙы. Ул Ғаилә һәм Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәр­лек йылдарына арналды.

 “Башҡорт теле дәрестәрендә һаулыҡ мөмкинлек­тәре сикләнгән уҡыусыларға психологик-педагогик үҫеш тенденцияларына заман­са алымдар ҡулланыу” те­маһына бағышланған семи­нарҙа М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Ата-әсәләр өсөн психологик-педагогик ярҙам үҙәге белгесе Зилә Әбдрәшит ҡыҙы Хөсәйенова, “КенгуRu” балалар үҫеше үҙәге етәксеһе Раушания Әхтәм ҡыҙы Саби­това ҡатнашты.

Подлуб мәктәбе директо­ры Гөлгөнә Фазылйән ҡыҙы Кәлимуллина ҡунаҡтарҙы сәләмләгәс, бер аҙ мәктәптең тарихына байҡау яһаны, семи­нарҙың программаһы менән таныштырҙы.

Зилә Әбдрәшит ҡыҙы “Үҙ балаһына уңышлы шарттар тыуҙырыу өсөн ата-әсәләр­гә нисек ярҙам итергә? Шул иҫәптән заманса белем би­реү киңлектәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға” темаһы буйынса уҡытыусыларға аңлайышлы телдә доклад һөйләгәс, прак­тик алымдар күрһәтте һәм ди­дактик уйындар уйнатты.

Раушания Әхтәм ҡыҙы ябай ғына таратыу материалдары аша һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һәлә­тен үҫтереү хаҡында һөйләне.

“Алтын ҡурай” проекты ав­торы һәм етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡа­рамағындағы Ата-әсәләр ко­митеты ағзаһы, Силәбе ҡалаһы Хөкүмәтенең этноблогеры Ру­шания Нишанова телекүпер аша бәйләнешкә сыҡты.

Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге дәүләт бюджет дөй­өм белем биреү учреждениеһы­ның дефектологы Айһылыу Сирбаева “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә пси­хик яҡтан үҫеше артта ҡалған уҡыусыларҙа телмәрҙе һәм фе­керләүҙе үҫтереү алымдары” темаһы буйынса Дыуан райо­нынан онлайн режимда оҫта­лыҡ дәресе күрһәтте.

Йылайыр районынан кил­гән БР Башлығы гранты алы­усы, башҡорт телендә сыҡҡан шиғырҙар һәм хикәйәләр йыйынтығы һәм “Аҡмулла” уҡытыу фильмы авторы Флүрә Шәрәфетдинова уҡытыусы­ларға балаларҙы тәрбиәләү буйынса яҡшы кәңәштәрен бирҙе.

Семинарҙың икен­се өлөшөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рушания Йыһанурова һәм башланғыс кластар уҡытыу­сыһы Әлмира Сабирова милли кейемдәге ҡурсаҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтһә, йәйәнән атыу буйын­са тренер Рушания Сабитова сарала ҡатнашыусыларҙы уҡ атырға өйрәтте.

Байрам концерты менән тамамланған юғары кимәл­дә ойошторолған семинарҙан уҡытыусылар ҡәнәғәт ҡалды.

Башҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыусылары өсөн һөҙөмтәле Төбәк-ара семинар ойошторғаны өсөн Подлуб мәктәбе директоры Гөлгөнә Кәлимуллинаға оло рәхмәт белдерәбеҙ.

Нәркәс ҠОҘАҠАЕВА,

район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы.

Автор:
Читайте нас: