Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
14 Март , 12:35

Донъяның ожмахҡа тиң хозурлығы

Көндән-көн йылы нурҙарын һибеп, яҙ яҡынлаша. Ҡарҙар иреп бөтөргә лә күп һорамаҫ ул. Шуға күрә күмәкләп уйлаштыҡ та, ҡыш бөтөнләй үк киткеләгәнсе, саф һауала саңғыла йөрөп ҡалайыҡ тип ауыл ситендәге әрәмәлеккә юлландыҡ.

Донъяның ожмахҡа тиң хозурлығы
Донъяның ожмахҡа тиң хозурлығы

Донъяның ожмахҡа тиң хозурлығы

Көндән-көн йылы нурҙарын һибеп, яҙ яҡынлаша. Ҡарҙар иреп бөтөргә лә күп һорамаҫ ул. Шуға күрә күмәкләп уйлаштыҡ та, ҡыш бөтөнләй үк киткеләгәнсе, саф һауала саңғыла йөрөп ҡалайыҡ тип ауыл ситендәге әрәмәлеккә юлландыҡ.

Вәт, исмаһам, бына ҡайҙа икән ул донъяның ожмахҡа тиң хозурлығы! Ап- аҡ ҡарҙа сып-сыбар эҙҙәрҙең ниндәйе генә юҡ. Эргәлә генә мәңге туңмай торған шишмә сылтырап аға. Әлеге эҙҙәрҙең хужалары һыу эсергә тип шунда килгәндәрҙер инде. Русалина менән Ильяс һоҡланыуҙарын йәшермәйенсә: “Урмандың ҡышҡыһын был тиклем дә матур булырын күҙ алдыбыҙға ла кил­термәгәйнек”, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты.

Ысынлап та, үҙе бер сихри донъя. Күңелдәр күтәренке, байрам кәйефе биләй һәр кемде. Ана, егеттәребеҙ ҙә класташ ҡыҙҙарын 8 Март байрамы менән ҡотланы. Кәйефтәр тағы күтәрелеп китте. Бындай шәп сәйәхәтте йо­лаға әйләндереп, киләһе йылда, 6-сы класта уҡығанда ла, дауам итербеҙ әле тигән ҡарарға килдек.

Эльвина ФӘЙЗУЛЛИНА.

Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡыусыһы.

Донъяның ожмахҡа тиң хозурлығы
Донъяның ожмахҡа тиң хозурлығы
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: