Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
12 Ғинуар , 10:06

Каникулдарҙы күңелле үткәрҙек

Яңы ғына башланып торған 2024 йылдың ҡышҡы каникулдарын бик күңелле үткәрҙек. Бишауыл-Уңғар мәктәбенең 5-се класс етәксеһе Ғәлиә Вәлиева менән бергәләп Өфөгә сәйәхәткә барып ҡайттыҡ.

Каникулдарҙы күңелле үткәрҙек
Каникулдарҙы күңелле үткәрҙек

Каникулдарҙы күңелле үткәрҙек

Яңы ғына башланып торған 2024 йылдың ҡышҡы каникулдарын бик күңелле үткәрҙек. Бишауыл-Уңғар мәктәбенең 5-се класс етәксеһе Ғәлиә Вәлиева менән бергәләп Өфөгә сәйәхәткә барып ҡайттыҡ.

 Былай ҙа матур баш ҡалабыҙ байрам көндәрендә тағы ла һоҡланғы­сыраҡ күренә. Әллә ҡайҙан балҡып торған Ләлә-Тюльпан мәсете үҙе генә ни тора! Беҙ мәсет эсенә инеп, изге теләктәребеҙҙе теләнек. Ә инде Еңеү паркында ҡуйылған танк, пушкалар илебеҙҙең ҡеүәтен күрһәтеп, ғорурлыҡ хистәре уятһа, мәңгелек ут ялҡыны ата-бабала­рыбыҙҙың героик үткәнен сағылдыра, ул дәһшәтле ваҡиғаларҙың һәр саҡ күңел түрендә икәнен белдерә.

Артабан беҙҙе Ретро гараж музейы көтә ине. Элекке замандарҙа йөрөгән автомобиль, мототехниканы ҡыҙыҡһынып та, ғәжәпләнеп тә ҡараныҡ.

Ҡала советы майҙаны байрамса гөр килә. Биҙәлгән шыршы, боҙ тауы әллә ҡайҙан үҙҙәренә саҡырып тора. Ошондай форсатты фай­ҙаланмай буламы ни? Күмәкләшеп кинәнеп тау шыуҙыҡ, рәхәтләнеп ял иттек.

Был матур йөкмәткеле сәйәхәт беҙгә бик оҡшаны. Ошо күңелле мәлдәр хәтерҙәребеҙҙә мәңгелеккә уйылып ҡалыр һәм бик күп йыл­дар үткәс тә, шул ваҡытты һағынып иҫебеҙгә төшөрөп алырбыҙ.

Милана МЕРКУЛОВА,

Бишауыл-Уңғар мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: