Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
21 Декабрь 2023, 12:00

Шәжәрәне өйрәнеү – мөҡәддәс бурыс

Түбәнге Төкөн мәктәбендә «Милләтте һаҡлаһаҡ, киләсәкте һаҡларбыҙ» тигән Шәжәрә байрамы үтте.

Шәжәрәне өйрәнеү – мөҡәддәс бурыс
Шәжәрәне өйрәнеү – мөҡәддәс бурыс

Шәжәрәне өйрәнеү – мөҡәддәс бурыс

Түбәнге Төкөн мәктәбендә «Милләтте һаҡлаһаҡ, киләсәкте һаҡларбыҙ» тигән Шәжәрә байрамы үтте.

Борон-борондан шәжәрә ағасының тамырҙарын өйрәнеү, был донъяла йәшәү асылына төшөнөү һәм киләсәк быуынға аңлатыу һәр кемдең етди бурысы булған. Быуаттар дауамында шу­лай йәшәгән халҡыбыҙ.

Ата-бабаларыбыҙҙан күскән ошо ҡиммәттәрҙе һаҡлау, тәрән­гә киткән ырыу тамырҙарын өҙмәү, уны ҡоротмайынса дауам итеү бурысын уҡыусыларыбыҙ күңеленә һалыу – беҙҙең мөҡәд­дәс бурысыбыҙ.

Түбәнге Төкөн ауылы мәктә­бе лә был маҡсатҡа тоғро ҡалды һәм 6-сы, 9-сы класс уҡыусыла­ры үҙ шәжәрәләрен өйрәнеүгә бағышланған кластан тыш сара уҙғарҙы. Әлбиттә, алдан ҙур әҙерлек эштәре алып барылды: уҡыусылар нәҫел-нәсәптәре ту­раһында мәғлүмәттәр тупланы, фамилияһының данын күтәргән шәхестәр менән ҡыҙыҡһынды. Артабан һәр бер уҡыусы үҙенең шәжәрәһен төҙөнө. Улар был эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу, ижа­ди ҡараш менән тотондо һәм шәжәрәләрҙе һәр береһе үҙ фан­тазияһынан сығып, төрлө-төрлө формала яһарға тырышты.

Уҡыусыларҙың сығышта­ры музыкаль күстәнәс менән биҙәлә барҙы.

“Үткәнһеҙ бөгөнгө лә, киләсәк тә юҡ” тигән халыҡ. Түбәнге Төкөн мәктәбе уҡыу­сылары үҙҙәрен һынатмай, хәҙер ҙә һәм киләсәктә лә үҙ тамырҙа­рын белеп, халҡыбыҙҙың данлы юлын дауам итер, тип ышана­быҙ.

Рәмилә НАМАҘҒОЛОВА.

Түбәнге Төкөн ауылы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: