Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
8 Декабрь 2023, 16:22

“Уны ҡыйырһытҡандар, кәмһеткәндәр”

Кисә класташтарын атып үлтергән ҡыҙ тураһында...    

“Уны ҡыйырһытҡандар, кәмһеткәндәр”
“Уны ҡыйырһытҡандар, кәмһеткәндәр”

Брянск ҡалаһындағы 5-се гимназиялағы аяныслы фажиғә хаҡында хәбәр иткәйнек. Кисә, 7 декабрҙә, һигеҙенсе класс уҡыусыһы А. унда атыш ойошторған.  

Асыҡлауынса, ҡыҙ мәктәпкә атаһының 16-сы калибрлы “Бекас-3” һунар ҡоралын алып килгән, шулай уҡ биштәренә бысаҡ, шырпы ла һалып алған. Ул  дәрес башланыу менән класҡа ингән һәм шунда уҡ класташтарына ата башлаған.

Һигеҙенсе класс уҡыусыһы дүрт малайҙы яралай, бер ҡыҙҙы үлтерә һәм үҙ-үҙенә ҡул һала.  Ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған, полиция һәм оператив хеҙмәттәр фажиғә үҙенсәлектәрен асыҡлай.  

Шул уҡ ваҡытта йәмәғәтселек фажиғәгә килтергән сәбәптәр тураһында фекерләй, ваҡиғаны анализлай һәм ошондай хәлдәрҙе иҫкәртеү юлы бармы, тигән урынлы һорау ҡуя, сөнки, ниндәй генә саралар күрелмәһен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә ошоға оҡшаш хәлдәр булып тора һәм бер ғәйепһеҙ кешеләр һәләк була.

Әлеге ваҡытта түбәндәгеләр мәғлүм. Атыш ойошторған ҡыҙ ҡәҙимге ғаиләлә үҫкән, кейәүгә сыҡҡан апаһы Мәскәүҙә йәшәй, ә ул игеҙәге менән һигеҙенсе класта уҡыған. Атаһы һаҡсы булып эшләй, ҡасандыр һунар менән шөғөлләнгән, ҡорал иһә шул саҡтан ҡалған. Әйткәндәй, атаһы уны һатыуға ҡуйған булған. Күрше-тирә был ғаиләне фәҡәт яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай.

Атыш ойошторған А.-ны тыныс, үҙ-үҙенә йомоҡ ине, тип билдәләйҙәр. Ул кластағы бер ҡыҙ менән уртаҡ тел таба алмаған, кәмһеткәндәр, ҡыйырһытҡандар тигән мәғлүмәт тә бар. Унан тыш, ошо ике класташ ҡыҙ бер үк малайға ғашиҡ булған, уның өсөн әрләшкән, тип тә билдәләйҙәр. Нисек кенә булмаһын, А. күрә алмаған класташ ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән, теге малайҙы ла яралаған.

Әлеге ваҡытта яраланған ике үҫмерҙең хәле ауыр, уларҙы Мәскәүгә оҙаталар, ҡалғандарына урындағы дауаханала ярҙам күрһәтелә. Балалар эргәһенә Брянск өлкәһе губернаторы барып хәл белгән.

Мәктәпте шәхси һаҡлау ойошмаһы хеҙмәтләндергәне билдәле. Шулай уҡ, мәғлүмәт сығанаҡтары ошо ҡурҡыныс хәлдә юғалып ҡалмаған биология  (фажиғә тап уның дәресендә булған) һәм физкультура уҡытыусыларының ҡаһарманлығын билдәләй. Беренсеһе атыуҙан һаҡлап, балаларҙы ҡапларға ташланһа, икенсеһе яралыларға беренсе ярҙам күрһәткән.

Был ғибрәтле хәл йәмғиәтебеҙҙәге төрлө социаль проблемаларҙы асыҡ сағылдыра һәм балаларға ҡарата һәр яҡтан иғтибарлы булырға кәрәклекте иҫкәртә. Әгәр ҙә бала күңелендәге аяныслы кисерештәр ваҡытында асыҡланһа һәм уны аңлаусы, яҡлаусы табылһа, бәлки бындай ҙур фажиғә булмаҫ та ине...

Фото:gazeta.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева

 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-12-08/uny-yyyr-yt-andar-k-m-etk-nd-r-3557735

 

Автор:
Читайте нас: