Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
8 Декабрь 2023, 09:52

Телде һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә

Ҡабаҡ лицейы талантлы педагогик коллективы менән дан тота. Уның нигеҙендә үҙ бурыстарын намыҫ менән атҡарған коллективтың һәр ағзаһының ныҡышмалы хеҙмәте ята.

Телде һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә
Телде һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә

Ҡабаҡ лицейы талантлы педагогик коллективы менән дан тота. Уның нигеҙендә үҙ бурыстарын намыҫ менән атҡарған коллективтың һәр ағзаһының ныҡышмалы хеҙмәте ята.
Ҡабаҡ лицей директорының уҡытыу-тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Фәнисә Ғәниеваның да хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Фәнисә Рәүфил ҡыҙы йәмле Ҡыҙылғы буйында урынлашҡан Ибраһим ауылында тыуып үҫә. Ырыҫлы нигеҙҙә матур тәрбиә, белемгә ынтылыш ала. Һәүәләй ауылындағы мәктәпте тамамлағас, Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында бухгалтерлыҡҡа уҡый. Был уҡыу йортон тамамлағас, “Башҡортостан” республика гәзитенә эшкә килә. Унда бер йыл эшләгәндән һуң БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Студент сағында Ҡабаҡ ауылы егетен осратып, ғаилә лә ҡора. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, тормош иптәшенең тыуған ауылына ҡайтып төпләнәләр. Тәүҙә Иҫке Ҡыйышҡы мәктәбендә, артабан Һалйығот мәктәбендә башланғыс кластарға белем бирә. 2001 йылда Ҡабаҡ мәктәбенә эшкә килә. Шул ваҡыттан алып Фәнисә Рәүфил ҡыҙының егерме ике йыл хеҙмәт юлы ошо уҡыу йорто менән тығыҙ бәйле.
Ҙур абруй, бай тәжрибә туплаған Фәнисә Рәүфил ҡыҙына Ҡабаҡ лицейы директорының уҡытыу-тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары вазифаһын йөкмәтәләр. Тәрбиә эше белем биреү менән бер йүнәлештә, тығыҙ бәйләнештә алып барыла.
Фәнисә Рәүфил ҡыҙы - педагогия өлкәһендә 27 йыллыҡ эш стажы булған тәжрибәле уҡытыусы. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәренән дәрестәр бирә. Уҡыусыларына белем биреү, уларҙы илһөйәр, телһөйәр, маҡсатлы итеп тәрбиәләү өсөн бар тырышлығын, һәләтен һала. Заман уҡытыусыһы, үҙе белемле булыуҙан тыш, уҡытҡан балаларын да фәнни үрҙәргә, яңы ҡаҙаныштарға әйҙәргә тырыша. Уның уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа, төрлө ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүсе, призер исемдәре алып, республика кимәленә сыҡҡандары ла бар.
- Уҡыусылар менән даими эшләгән һайын уларҙың бәйгеләрҙә йәки конференцияларҙа ҡатнашыу теләге, фәнгә ҡыҙыҡһыныуы арта. Әлбиттә, башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, төп маҡсатым – уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы күберәк башҡортса аралаштырыу, башҡа милләт балаларында башҡорт теленә ихтирам тойғоһон уятыу. Беҙ, башҡорт теле уҡытыусылары, башҡорт теленең нәфислеген, йомшаҡлығын, гүзәллеген һәм уны нисек бар шул килеш киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ. Мәктәптәрҙә төрлө милләт балалары уҡый. Уларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәтергә тейешбеҙ. Килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе сисеү өсөн төрлө формалар, методтар ҡулланабыҙ, - ти тел уҡытыусыһы.
Фәнисә Рәүфил ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында милли музей мөйөшө булдырған. Был бәләкәй генә музейҙың балаларҙа телде өйрәнеү менән бер рәттән башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен белеү, уларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә әһәмиәте ҙур.
Фәнисә Рәүфил ҡыҙы төп белем биреү хеҙмәтенән тыш, асыҡ дәрестәр уҙғара, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, үҙ оҫталығын бәйгеләрҙә һынап ҡарай. Бер нисә йыл рәттән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнаша.
Фәнисә Рәүфил ҡыҙы Рәмил Рауил улы менән матур, татыу ғаилә ҡороп, күркәм тормош менән йәшәйҙәр. Улар өс ҡыҙға матур тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына сығырға ярҙам иткән. Ике ҡыҙҙары бөгөнгө көндә ғаилә ҡороп, үҙ аллы тормош көтә, ата-әсәһенә ейән дә бүләк иткән.
- Өлкән ҡыҙыбыҙ Аида БДУ-ның халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетын тамамланы. Уҡыған осоронда параллель рәүештә квалификацияһын үҙгәртеп, инглиз теле факультетын бөтөрҙө. Уны тамамлағас, Ҡабаҡ лицейында уҡытты һәм хеҙмәт юлын Нефть университетында дауам итте. Әлегә кескәй ейәнем менән декрет ялында ултыра. Уртансы ҡыҙыбыҙ Әҙилә БДУ-ның биология факультетының 5-се курсында белем ала. Иң кесебеҙ Карина - Өфө күп профилле һөнәри колледжының башланғыс кластар факультетының 4-се курс студенты. Ҡыҙҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уңыштарына бергәләп һөйөнәбеҙ, кәрәк саҡта кәңәштәр ҙә бирәбеҙ,- ти Фәнисә Рәүфил ҡыҙы.
Алдағы көндәрҙә лә эшегеҙ уңышлы, сәскән орлоҡтарығыҙ емешле, киләсәгегеҙ яҡты булһын.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: