Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
8 Декабрь 2023, 09:38

Теүәл фәндәр үренә әйҙәй

Физика уҡытыусыһы Ҡабаҡ лицейында өсөнсө йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙен һәләтле педагог булараҡ күрһәтергә өлгөргән.

Теүәл фәндәр үренә әйҙәй
Теүәл фәндәр үренә әйҙәй

Теүәл фәндәр үренә әйҙәй
Физика уҡытыусыһы Юлиә Ғайсина Ҡабаҡ лицейында өсөнсө йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙен һәләтле педагог булараҡ күрһәтергә өлгөргән.
Юлиә Ғәли ҡыҙы “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса Ҡабаҡ ауылына эшкә килгән. Учалы ҡалаһында бер нисә йыл мәктәптә, мәғариф бүлегендә һәм балалар санаторийында эшләп, байтаҡ тәжрибә туплаған уҡытыусыны мәктәп коллективы шунда уҡ үҙ итә. Үҙ итмәҫлек тә түгел шул! Уның кеүектәр тураһында, ғәҙәттә: “Талантлы кеше, бар яҡлап та талантлы”, - тиҙәр. Ысынлап та, Юлиә Ғайсина бар яҡлап та талантлы – баянда ла уйнай, йырлай ҙа, әллә күпме спорт төрҙәрен үҙ итә, аш-һыу оҫтаһы, ҡул эштәренә маһир, баҡса үҫтерергә ярата. Район буйынса үткәрелгән “Хорҙар алышында” ул “Иң яҡшы соло башҡарыусы” булараҡ Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнергә лә өлгөргән. Шул уҡ ваҡытта үҙенең фәнен һөйөүсе уҡытыусы, ойоштороу һәләтенә эйә булыусы класс етәксеһе лә ул.
- Физика – ул етди фән. Балаларҙы компьютерҙан һәм телефондан бер аҙға булһа ла айырып, фәнгә ҡарата һөйөү уятыу өсөн бик күп көс талап ителә. Өйҙә ата-әсәләр быны аңлап ҡабул итһә һәм ҡулдарынан килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙһа, әлбиттә, күпкә еңелерәккә тура килә. Ғөмүмән, уҡыусыларҙы теүәл фәндәргә ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһындырыу өсөн, хатта, әртис булырға ла тура килә беҙгә. Иң тәүҙә һәр баланың нимәгә ылыҡҡанын күрергә кәрәк, унан һуң шул йүнәлеште үҙеңдең дәрестәреңдә ҡулланырға тырышаһың. Белеүегеҙсә, беҙҙең лицейҙа кластар бер нисә йүнәлеш буйынса уҡытыуға бүленгәндәр. Шуға күрә төрлө кластарҙа дәрестәрҙе төрлөсә үткәрергә, төрлөсә аңлатырға тура килә. Мәҫәлән, физика-математика класында бер төрлө аңлатһаң, аграр класында икенсе төрлөрәк йүнәлеш бирәһең, ә социаль-педагогик класта инде бөтөнләй икенсе юҫыҡта эш алып барыла. Үҙең уҡытҡан фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятайым тиһәң, бына шулай һәр класҡа айырым алым таба белеү һәм уны дөрөҫ ҡулланыу мөһим. Шулай уҡ төрлө ролгә инеп, ҡайһы бер уҡыусыларға еңелерәк, халыҡсаныраҡ телдә аңлатырға тырышам. Йәшәйештән, тормош-көнкүрештән күберәк миҫалдар килтерәм. Кемдәрҙер, киреһенсә, күберәк формулалар аша аңлай. Уҡытыусы эше еңелдән түгел, әлбиттә. Әммә нисек кенә ауыр булмаһын, һайлап алған һөнәремде яратам һәм уға тоғро ҡаласаҡмын, - ти тәжрибәле педагог.
Юлиә Ғайсинаның байтаҡ уҡыусылары физика фәненән имтихан һайлай һәм ундайҙарҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Ә был инде уҡытыусының ҙур тырышлығын һәм үҙ фәненә ҡыҙыҡһыныу уята алыуын күрһәтә. Шулай уҡ ул уҡытҡан астрономия фәненән республика олимпиадаһына сығыусылар бар.
- Астрономия фәне 10-11-се кластарҙа ғына уҡытыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙемдең 7-се класта ғына уҡыған улым район буйынса олимпиадала еңеү яулап, республикаға сыҡты, - тигән ҡыуанысы менән бүлешә Юлиә Ғәли ҡыҙы.
Әйткәндәй, уның тормош иптәше Фәрит Хәлит улы Ғайсин да ошо уҡ мәктәптә физкультура дәрестәрен алып бара. Ғаиләләрендә ике бала үҫтерәләр. Гүзәл ҡыҙҙары физика-математика класын һәм сәнғәт мәктәбен “бишле” билдәләренә генә тамамлап, Өфө сәнғәт колледжында һынлы сәнғәт буйынса белем ала. Ғаяз Ҡабаҡ лицейының 8-се класында уҡый. Шашка, шахмат түңәрәгендә шөғөлләнә, шахмат буйынса республика турнирҙары еңеүсеһе. Шулай уҡ математика, физика, химия фәндәре менән ҡыҙыҡһына.
Юлиә Ғайсинаның класс етәксе булараҡ эше менән дә таныштыҡ.
- Уҡыусыларым үҙ-ара дуҫ-татыуҙар, әүҙемдәр һәм тырыштар. Әлбиттә, класс татыу булһын өсөн дә ныҡ ҡына тырышырға кәрәк. Бергәләшеп төрлө-төрлө саралар үткәрәбеҙ һәм унда күберәк уҡыусыларҙың үҙҙәрен үк йәлеп итәм. Бигерәк тә беҙ ҡыш көнө саңғыларҙа сығып, ҡырҙа билмән ашарға яратабыҙ. Тыуған көндәрҙе мәктәптән ситтә үткәрәбеҙ, төрлө парктарға, аттракциондарға йөрөйбөҙ. Мәҫәлән, пейнтбол клубында, “Арҡан паркы”нда булдыҡ. Уҡыусыларым бер-береһенең тыуған көндәрен хәтерҙә һаҡлай. Шулай уҡ һәр аҙна аҙағында тиерлек күмәкләшеп сәй эсеү йолаһы йәшәп килә. Класымдың икенсе сменалағы дәрестәре тамамланыуға, сәй әҙерләп ҡуям. Шаяра-көлөшә сәйҙәр эсеп, проблемаларҙы хәл итеп, ялға таралышабыҙ. Ысынлап та, ошондай бәләкәй генә саралар ҙа балаларҙы бергә туплай, бер-береһенә яҡынлаштыра. Бишенсе класта төрлө йүнәлеш буйынса бүленгән һәм төрлө кластарҙан йыйылған балаларҙы берләштереү, яҡынайтыу өсөн бындай ысулдар ҡулланмайынса булмай. Хәҙер инде уҡыусыларым да өйрәнеп бөттө, ҡасан берәй сара ойошторабыҙ, тип көтөп кенә йөрөйҙәр. Улар менән көн һайын яҙышып торабыҙ, хатта, каникулдарҙа ла аралашыуҙы туҡтатмайбыҙ, - тип һөйләне ул үҙенең эше тураһында.
Теүәл фәндәр үренә әйҙәүсе уҡытыусыға киләсәктә лә ошо изге эшендә ҙур уңыштар ғына юлдаш булһын.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: