Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
7 Декабрь 2023, 11:08

Рухиәт байрамы үтте

Ефремкин ауылы мәктәбендә мәртәбәле сара - «Урал батыр мәктәбе» проектын ғәмәлгә ашырыу: һөҙөмтәләр, перспективалар» тип аталған республика семинары уҙҙы.

Рухиәт байрамы үтте
Рухиәт байрамы үтте

Рухиәт байрамы үтте

Ефремкин ауылы мәктәбендә мәртәбәле сара - «Урал батыр мәктәбе» проектын ғәмәлгә ашырыу: һөҙөмтәләр, перспективалар» тип аталған республика семинары уҙҙы.

Унда Өфөнән ҡунаҡтар һәм ре­спубликабыҙҙың башҡа төбәктәренән килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балалар баҡсалары етәкселәре ҡатнашты.

Арҙаҡлы педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның авторлығындағы Башҡортостан Башлығы грантына ойошторолған “Урал батыр мәктәбе” проектының нигеҙендә “Урал батыр” эпосы ята. Был проект «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге тарафынан өс йыл элек тормошҡа ашырыла башла­ны. Уның төп идеяһы — эпостағы ама­нат һүҙҙәре аша йәш быуынға белем, тәрбиә биреү.

Семинар эшен тантаналы рәүеш­тә асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева:

-Ҙур сараны үткәреү өсөн беҙҙең районды һайлауығыҙ өсөн беҙ бик шатбыҙ. Бөгөнгө сара файҙалы булыр тип ышанам, -тине һәм изге теләк­тәрен юлланы.

-Сараның Ефремкин ауылында үтә тигәнен ишеткәс: “Унда ла башҡорт­тар йәшәйме икән ни?” -тип аптырап, уйланып килгәйнек. Бында килгәс, ишек төбөнән үк башҡортса иҫәнлә­шеп, йылы ҡаршы алғас, борсолоуҙа­рыбыҙ шунда уҡ юғалды, -тине үҙенең сығышында БР-ҙың мәғариф һәм фән министрлығы белгесе Рита Аҡбулатова.

Ефремкин мәктәбе директоры Инга Кузьмина ла ҡунаҡтарҙы сәләм­ләп, иң изге һүҙҙәрен еткерҙе.

-“Урал батыр мәктәбе” проек­ты 2020 йылдан алып эшләй. Тәүге презентацияны үткәргән саҡта Ҡыр­мыҫҡалы районынан Миләүшә Ғәй­фуллина, Фәниә Ишҡарина һәм Лилиә Юлдашбаева килгәйне. Ул саҡта үҙебеҙ ҙә проекттың киләсәгенә шикләне­берәк тора инек. Бына ошо өс уҡытыусы ҡайттылар ҙа, ең һыҙғанып эшкә тотондолар. Әлбиттә, уларға район етәкселеге, мәғариф бүлеге ярҙам итте. Бына бөгөн улар, ҙур семинар йыйып, үҙҙәренең эшен күрһәтә. Проекттың барлыҡ йүнәлештәре буйынса ентекле эш алып барылһа, халҡыбыҙҙың да, илебеҙҙең дә киләсәге яҡты булыр, сөнки беҙҙең маҡсат – балаларға тәр­биә биреү. Уҡыусыларға белем генә би­реү аҙ. Әгәр тәрбиә юҡ икән, уҡыусы­лар ил, кешелек, изгелек тойғоларын белмәйәсәк. Бала иң тәүҙә тәрбиәле булырға тейеш, -тине артабан сығыш яһаусы “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙә­ге рәйесе Рәйсә Күзбәкова.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты до­центы Айһылыу Хөсәйенова ла һүҙ алып, был проекттың маҡсаты һәм һөҙөмтәһе менән таныштырып үтте.

Тантаналы өлөш тамамланыу менән семинарҙа ҡатнашыусылар ике өлөшкә бүленеп, асыҡ дәрестәр­гә таралышты. Ефремкин мәктәбе­нең башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева 9-сы класта “Урал батыр” эпосы. Һүҙ төркөмдәре­нең бүленешен ҡабатлау” темаһы буй­ынса, ә Малай мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Миләүшә Радик ҡыҙы Ғәйфуллина “Туғанлыҡтың ҡәҙерен белһәң, ҡәҙерле булырһың” (“Урал батыр” эпосы буйынса) тигән дәрес күрһәтте. Был дәрестәр буйынса фекер алышҡандан һуң уҡытыусылар Мөкәй мәктәбенең башҡорт теле уҡы­тыусыһы Фәниә Ҡасим ҡыҙы Ишҡа­рина әҙерләгән “Урал батыр” эпосын, тарихыңды беләһеңме?” тигән квиз уйынына йыйылды. Унда командалар үҙ-ара ярышты.

Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн кластан тыш саралар, оҫталыҡ дәрестәре һәм түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо.

Туған телебеҙгә һөйөү, башҡорт халыҡ ижадына ихтирам менән һуға­рылған мәртәбәле сара Мөкәй, Ма­лай, Ефремкин, Ҡырмыҫҡалы мәктә­бе уҡыусыларының йәмле сығыштары менән үрелеп барҙы.

Семинар эше Рух (Рухиәт) байрамы һәм бүләкләү менән тамамланды.

“Урал батыр мәктәбе” проекты ар­табан да үҙенең маҡсатына ирешер һәм ҙур һөҙөмтәләр бирер, тип ышанабыҙ.

 

Рәйсә КҮЗБӘКОВА, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе:

- Ҡырмыҫҡалы районында «Урал батыр мәктәбе» проектында ҡатнашы­усыларҙың сираттағы семинары үтте. Райондың Мөкәй, Малай, Ефремкин ауылы мәктәптәре уға тәүгеләрҙән булып ҡушылып, байтаҡ тәжрибә туплап өлгөрҙөләр. Сарала ҡатнашыусылар иртән «Урал батыр» эпосына һәм уны йәш быуынға тәрбиә биреүҙә файҙаланыуға арналған Юлдашбаева Лилиә Азамат ҡыҙының һәм Ғәйфуллина Миләүшә Радик ҡыҙының асыҡ дәрестәрен ҡара­ны. Һуңынан Баймаҡ һәм Мәләүез районынан килгән ҡунаҡтар тәжрибә ур­таҡлашты. Мөкәй мәктәбе уҡытыусыһы Фәниә Ҡасим ҡыҙы ойошторған квиз уйыны барыһына ла бик оҡшаны.

“Урал батыр мәктәбе” проектын ғәмәлгә ашырыу: һөҙөмтәләр, перспекти­валар» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл дә семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн файҙалы булғандыр.

Семинар Рух (Рухиәт) байрамы менән тамамланды. Рухтары нығып, эшләргә дәрт, көс йыйып таралды сарала ҡатнашыусылар. Сараны ойоштороуға ҙур көс һалған Ефремкин, Малай, Мөкәй мәктәптәре коллективтарына, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенә, уның мәғариф бүлегенә оло рәхмәт белдерәбеҙ.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: