Даирә
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
9 Ноябрь 2023, 12:25

Тәбиғәттән бирелгән һәләт

Уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, һин һәр саҡ тырыш һәм талапсан булырға, даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләргә, өҙлөкһөҙ белем эстәргә, за­ман талаптарына яраҡлашырға һәм һәр ваҡыт тулы яуаплылыҡ тойғоһо кисерергә тейешһең. Бөгөнгө мәҡәләм геройы ошо сифаттарҙың барыһына ла эйә һәм үҙенең 18 йыл мөғәлимлек итеү, 13 йыл директор урынбаҫары вазифаһын башҡарыу дәүерендә быны иҫбат итеүгә ирешкән.

Тәбиғәттән бирелгән һәләт
Тәбиғәттән бирелгән һәләт

Тәбиғәттән бирелгән һәләт

Уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, һин һәр саҡ тырыш һәм талапсан булырға, даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләргә, өҙлөкһөҙ белем эстәргә, за­ман талаптарына яраҡлашырға һәм һәр ваҡыт тулы яуаплылыҡ тойғоһо кисерергә тейешһең. Бөгөнгө мәҡәләм геройы ошо сифаттарҙың барыһына ла эйә һәм үҙенең 18 йыл мөғәлимлек итеү, 13 йыл директор урынбаҫары вазифаһын башҡарыу дәүерендә быны иҫбат итеүгә ирешкән. Һүҙебеҙ Түбәнге Төкөн мәктәбенең уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәмилә Намаҙғолова тураһында булыр.

Салауат ҡалаһында тыуып үҫеп, ошонда уҡ 25-се һанлы башҡорт гим­назияһын тамамлаған ҡыҙ бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия акаде­мияһының физика-математика фа­культетына уҡырға инә.

- Үҙем ҡала ҡыҙы булһам да, күңе­лем һәр саҡ ауылға тартты. Бала саҡтан каникулдарҙы ошо ауылда йәшәгән өләсәйемдә үткәрҙем. Уның менән бергә ауыл халҡының бөтмәҫ-төкән­мәҫ хужалыҡ эштәренә өйрәндем. Һәр эште бар күңелемде биреп, яратып башҡарҙым, бесәнен дә саптым, икмә­ген дә һалдым, һыйырын да һауҙым, - ти Рәмилә Рим ҡыҙы үҙенең ауыл тор­мошона мөкиббән булыуы хаҡында.

Дүртенсе курста уҡыған студент ҡыҙ Түбәнге Төкөн егете Шатморат Намаҙғолов менән бергә матур ғаилә ҡоралар. Уларҙың мөхәббәт емештәре, берҙән-бер ҡыҙҙары – Нәзилә әсәһе­нең һөнәрен һайлаған, Салауат педа­гогия колледжында белем ала.

- Кескәй саҡтан әсәйемдең эшен күреп үҫтем һәм шул ваҡыттарҙа уҡ киләсәк тормошомдо уҡытыусы һөнәре менән бәйләргә ҡарар иттем. Был һөнәрҙең бөтә нескәлектәрен, методикаһын тәүҙән үк белеп килгән­гә, миңә колледжда уҡыу еңел бирелә. Практикаларҙы көтөп алам, уҡытыу­сыларым да маҡтап ҡына тора үҙемде, - ти Нәзилә был турала.

“Уҡытыусы һөнәрен һәм нәҡ фи­зика-математика фәнен һайлауға нимә сәбәпсе булды?” - тигән һорауыма:

- Класс етәксем, математика уҡы­тыусыһы Әлмира Кәримованың дәре­стәрен йотлоғоп тыңлай, уның һөнәри оҫталығына хайран ҡала торғайным. Математика фәненән төплө белем бирҙе беҙгә. Уға педагог булыу һәләте Хоҙайҙан бирелгән. Нәҡ Әлмира Ман­сур ҡыҙы кескәй йөрәгемдә уҡытыусы булыу теләген уятты ла инде. Уның кеүек булыр өсөн тырышырға ла ты­рышырға кәрәк әле миңә. Әлбиттә, хайуандарҙы яратҡан кеше булараҡ, ветеринарға уҡыу теләге лә бар ине, әммә уҡытыусы булыу хыялы көслөрәк булып сыҡты, - тип яуапланы Рәмилә Рим ҡыҙы.

Йәш белгесте Түбәнге Төкөн ауылы мәктәбендә ҡуш ҡуллап алалар. Үҙе­нең тәүге эш көндәре тураһында тик йылы хәтирәләр генә һаҡлай.

- Шөкөр, иңдәремә ҡанат ҡуйы­усылар күп булды. Ул саҡтағы мәк­тәп директоры Фәнис Бикҡужин һәр яҡтан ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙо, күп нәмәгә өйрәтте. Татыу коллекти­выбыҙ менән бөгөнгө көндә етәксе­лек иткән Эльвира Үтәкова менән дә ҡулға-ҡул тотоношоп хеҙмәт итәбеҙ, - ти хәҙер инде байтаҡ тәжрибә туплаған педагог.

Рәмилә Рим ҡыҙының күп кенә уҡыусылары физика һәм математи­ка менән бәйле һөнәр һайлап, юғары белем алалар. Быларҙың барыһы ла үҙ һөнәре оҫтаһының эшмәкәрлеге хаҡында күпте һөйләй.

Күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән уҡытыусы:

- Тап ошо һөнәрҙе һайлағанға бер ҡасан үкенмәнем. Яратҡан эш ялҡыт­май бит ул. Ниндәйҙер саралар, кон­курстар үткәрергә кәрәк булғанда һәм ашығыс эштәр килеп сыҡҡанда төн йоҡоларын ҡалдырырға ла тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәтемә сиктән тыш яуаплы ҡараған кеше бу­лараҡ бер ваҡытта ла уфтанмайым, - ти киләһе һорауыма.

Уңған хужабикә лә ул мәҡәлә ге­ройым. Ғаиләһе менән бергәләп ихата тултырып мал көтәләр, гөрләтеп баҡса үҫтерәләр. Тормош иптәше ситтә эштә булған саҡта, барлыҡ йорт эштәре уның иңенә төшә. Шулай ҙа, әҙ генә буш ваҡыты булдымы, яратҡан ҡул эшенә тотона һала. Ул бәйләгән, тек­кән, сиккән әйберҙәрҙең, төрлө мате­риалдарҙан тыуҙырған мөғжизәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән ти­гәндәй, атаһынан өйрәнеп, ирҙәр генә башҡара торған бик күп эштәрҙе лә һә тигәнсе эшләп ҡуя, әсәһе кеүек аш-һыуға ла оҫта.

Һәләтле кешеләрҙең генә ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы булы­уына һәм һайлаған һөнәренә тоғро ҡа­лыуына, ғөмүмән, педагоглыҡ булыу һәләте лә әҙәм балаһына тәбиғәттән бирелә икәненә Рәмилә Намаҙғолова миҫалында тағы бер ҡабат инанырға тура килде миңә. Киләһе йылдарығыҙ тағы ла уңышлыраҡ булһын!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: