

Был мәртәбәле бүләккә районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Мөкәй мәктәбенән Фәниә Ишҡарина һәм Ефремкин мәктәбенән Лилиә Юлдашбаева ла лайыҡ булды. Фәниә Ҡасим ҡыҙы был өлкәлә ҙур стажға эйә булған тәжрибәле мөғәллимә булһа, Лилиә Азамат ҡыҙы ла йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙ һөнәрен яратып, бар күңелен һалып башҡарған һәләтле уҡытыусы. Улар икеһе лә уҡытыуҙан тыш, уҡыусылар менән район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар алалар. Шулай уҡ уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ла еңеүҙәргә өлгәшә.
Фәниә Ҡасим ҡыҙын һәм Лилиә Азамат ҡыҙын оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла яңы ҡаҙаныштар, үрҙәр яулауҙарын һәм белем алырға ынтылған уҡыусыларының күберәк булыуын теләп ҡалабыҙ.
Гөлсәсәк Аласова.