Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәктәптәрҙә
21 Сентябрь 2023, 05:38

Яратҡан уҡытыусым

Уҡытыусы һөнәре - үтә лә ауыр һөнәр, сөнки уҡытыусы булыу яуаплы эш. Балалар менән эшләү барыһының да ҡулынан килмәй. Минеңсә, уҡытыусы дәрестәрҙә уҡыусылар аңларлыҡ, ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ итеп аңлата ла белергә тейеш. 

Яратҡан уҡытыусымЯратҡан уҡытыусым
Яратҡан уҡытыусым

Ауыр саҡтарҙа ярҙам ҡулы һуҙып: “Һин булдыра алаһың, тик бирешмәҫкә кәрәк”, - тип кәңәш биреп китеү ҙә баланы ҡанатландыра. Уҡыусылар ошондай уҡытыусынан дәрестә генә түгел, ә киләсәк тормошҡа ла үҙе өсөн тейешле һабаҡ аласаҡ. Мәктәптә уҡыу дәүерендә һәр кемдең күңел түренә инеп ҡалған яратҡан уҡытыусыһы булалыр ул, моғайын. Беҙҙең мәктәптә лә дәрестәрҙә темаларҙы балаларға еренә еткереп төшөндөргән уҡытыусылар бик күп. Әммә шулар араһынан минең яратҡан уҡытыусым - Тажетдинов Марат Рим улы. Ул беҙҙе физик культура, география, хәүефһеҙлек нигеҙҙәре кеүек фәндәрҙән уҡыта. Айырыуса сәләмәт тормош менән йәшәүгә иғтибар итә, спорт төрҙәре менән генә таныштырып ҡалмай, шулай уҡ төрлө ярыштарға йөрөтә. Еңелгән осраҡта ла, беҙгә асыуланмай, ә киреһенсә, бирешмәҫкә, борсолмаҫҡа саҡыра, булған етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә кәрәклекте аңлата. Ә инде еңһәк, ул да беҙҙең кеүек ҡыуана, беҙҙең менән ғорурлана. Ярыштарҙан арып ҡайтып ҡайтып барғанда ла, беҙгә үҙенең балалары кеүек ҡарай: төрлө тәмлекәстәр менән һыйлай, сәй эсерә, кәйефтәрҙе күтәрә.
Шулай уҡ Марат Рим улы география һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәрестәрен бик ҡыҙыҡлы алып бара. Һәр теманы ентекле аңлата, аңлашылмаған һорауҙарға ябай ғына миҫалдар менән яуап бирә, тиҙ төшөнөргә ярҙам итә.
Шулай итеп, үҙенең һөнәренә тоғро ҡалған уҡытыусы ғына уҡыусылары менән бар ваҡытын, хатта ғүмерен үткәрә. Хатта мәктәпте тамамлап сығып киткәс тә уларҙы онотмай, уҡыуҙары, тормоштары менән ҡыҙыҡһынып тора. Уҡыусылары ла ул педагог хаҡында йылы итеп иҫкә ала, хәлен белешә.
Мәктәп йылдары бик тиҙ үтә, шуға күрә уҡытыусыларҙы хөрмәт итәйек! Уҡып сыҡҡас, һағынып иҫкә алайыҡ, уларҙың алтын кәңәштәрен ҡулланып, артабан да йәшәйек, тип әйткем килә барлыҡ балаларға.
Илнара Абдрафиҡова,
Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең
9-сы класс уҡыусыһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас