

Педагогик стаждары 325 йыл тәшкил итә!
Донъялағы барлыҡ кешеләр – президентмы ул йәки ябай эшсеме, барыһы ла улар ҡулы аша үтә. Һүҙем уҡытыусылар тураһында. Нәҡ ошо абруйлы һәм дәрәжәле һөнәр эйәләре беҙгә барлыҡ йәшәү серҙәрен аса. Улар ҡулында – кешелектең киләсәге, беҙҙең яҙмыш. Ә инде был изге һәм шул уҡ ваҡытта еңел булмаған педагог һөнәренең быуындан-быуынға күсә килеүе бигерәк тә ҙур дәрәжәгә эйә.
Зәйнетдиновтар-Сөләймәновтарҙың педагогтар династияһының башында Фазыл Зәйнетдинов тора. Ул XIX быуат аҙағында Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ошо ауыл мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Усмания” татар мәктәбендә белем ала.
Беренсе донъя һуғышы башланыу менән Фазыл Нәғим улы фронтҡа алына. 1917 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайтып, бер йыл китапханасы булып эшләгәндән һуң ул Стәрлетамаҡта өс айлыҡ педагогик курс үтә һәм ауыл мәктәбе уҡытыусыһы тигән дәрәжәгә эйә була.
Фазыл Зәйнетдинов үҙенең педагогик эшмәкәрлеген 1918 йылда Атйетәрҙең 1-се баҫҡыс мәктәбендә башлай. 1925 йылда уға “Халыҡ уҡытыусыһы” тигән танытма, һуңыраҡ “Урта мәктәп уҡытыусыһы” тигән аттестат тапшырыла. 1930 йылда Боҙаяҙ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнгән тәжрибәле педагог ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетында белемен камиллаштыра. 1938 йылда ул Боҙаяҙ районы мәғариф бүлеге мөдире вазифаһына тәҡдим ителә.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Фазыл Нәғим улы “Хеҙмәт отличиеһы өсөн”, “Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. 1948 йылда ул Мәскәүҙә уҙғарылған мәғариф хеҙмәткәрҙәре съезына делегат итеп һайлана һәм унда Ленин ордены менән бүләкләнеүсе Боҙаяҙ районынан берҙән-бер уҡытыусы була.
Фазыл Зәйнетдиновтың ғаиләһендә алты балаға ғүмер һәм тәрбиә бирелә. Камил улдары Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Риф һәм Марс Зәйнетдиновтар юғары техник белем алып, ҙур уңыштарға ирешә, абруйлы вазифалар биләй. Атаһының педагогик юлын улы Урал, ҡыҙҙары Дания һәм Ғәлиә дауам итә.
Урал Фазыл улы Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, күп йылдар Өршәк, Һәүәләй, Боҙаяҙ, Надеждино мәктәптәрендә география һәм физик культура дәрестәренән уҡыта, Боҙаяҙ балалар йортоноң директоры вазифаһын башҡара. Уның ҡыҙҙары Динә һәм Бэлла аталарының һөнәрен һайлай. Динә Урал ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы Илтуған мәктәбендә уҡыусыларға рус һәм инглиз телдәренән белем бирһә, Бэлла Урал ҡыҙы әлеге көндә лә Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбендә инглиз теленән уҡыта.
Дания Фазыл ҡыҙы Өфө педагогик училищеһын тамамлағандан һуң 40 йыл буйына Нуриман районында балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй. Уның ике килене лә 40 йылдан ашыу Нуриман районы балаларына белем һәм тәрбиә биреү эшен башҡара.
Ғәлиә Фазыл ҡыҙы Бөрө педагогик институтының тарих факультетын тамамлай һәм Боҙаяҙ, Муса, Атйетәр мәктәптәрендә уҡыта. Артабан, хаҡлы ялға сыҡҡансы Боҙаяҙ балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй.
Уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе, Ғәлиә Фазыл ҡыҙының ейәнсәре, Фазыл Нәғим улының бүләсәре Лилиә Сөләймәнова тыуған ауылында, Боҙаяҙ мәктәбендә оҙайтылған көн төркөмөндә хеҙмәт юлын башлай. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған белгес 1992 йылдан алып Фәнил Әсәнов исемендәге Боҙаяҙ мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса уҡыусыларға белем бирә. 2009 йылда ошо мәктәптең директоры итеп тәғәйенләнә һәм әлеге көнгәсә был яуаплы вазифаны башҡара.
Лилиә Сөләймәнованың улы Азат - дүртенсе быуын тарихсы. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында юғары белем алған Азат Салауат улы әлеге көндә Ф.Әсәнов исемендәге Боҙаяҙ мәктәбендә физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәренән уҡыта. Ул етәкләгән Мөҙәрис Сөләймәнов исемендәге хәрби-патриотик клубта тәрбиәләнеүселәр биш йыл рәттән “Хәтер вахтаһы” сиктәрендә Ленинград һәм Смоленск өлкәләрендәге ҡаҙыныу эштәрендә ҡатнаша.
- Шәжәрәмдә уҡытыусылар династияһы булыуы менән сикһеҙ ғорурланам. Нәҫелебеҙҙәге дөйөм педагогик стаж 325 йыл тәшкил итә. Туғандарым - мөғәллимлек эшенә мөкиббән ғашиҡ булған, үҙ эшен яратҡан кешеләр.
Педагогтар династияһы – ул бигерәк ғәжәп күренеш! Туғанлыҡ ептәре менән бәйләнгән кешеләрҙең күбеһе бер үк һөнәрҙе һайлағандар. Нимә ул был: гендан киләме, “ҡан саҡырыуы”мы, мираҫ буйынса тапшырыла килгән уҡытыусылыҡ һәләтеме? Әллә, яҙмышты билдәләүсе юғарынан килгән берәй көсмө? Ата-әсәләр эҙҙәре буйынса ғына уҡытыусы булыу мөмкин түгел. Мотлаҡ күңел ҡушыуы булырға тейеш! Мин үҙ һөнәрем, кешелек донъяһын ниндәйҙер яҡшы, мөһим нәмәгә өйрәтә алыу мөмкинлегем булыуы менән ғорурланам.
Беҙҙең ғаиләбеҙҙең педагогик династияһы артабан да дауам итерме икән? Уныһын әлегә белмәйем. Әммә уҡытыусы һөнәренең күңел талабы булырға тейеш икәнен яҡшы беләм, - ти Лилиә Шамил ҡыҙы.
Ә беҙ инде үҙ сиратыбыҙҙа, был ғаиләнең мөғәллимлек династияһы киләсәктә лә дауам итер һәм тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшер тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Розалия НАЗАРОВА.