Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәктәптәрҙә
7 Сентябрь 2023, 04:40

Мәктәптә балаларығыҙҙы нисек ашаталар?

"Ҡыҙыу бәйләнеш" 2023 йылдың 15 сентябренә тиклем эшләй. Шылтыратыу бушлай.

Мәктәптә балаларығыҙҙы нисек ашаталар?Мәктәптә балаларығыҙҙы нисек ашаталар?
Мәктәптә балаларығыҙҙы нисек ашаталар?

"Роспотребнадзор" идаралығының "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны аша Башҡортостандағы мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһе буйынса һорауҙар бирергә мөмкин: 8 (800) 77-50-170.

Хеҙмәт белгестәре мәктәп менюһы өсөн аҙыҡ-түлек, туҡланыуҙы ойоштороуҙа мәктәп хакимиәтенең роле, сәләмәт туҡланыу принциптарын үтәү, шулай уҡ мәктәптә балаларҙың туҡланыуына ата-әсәләрҙең контроллек итеү мөмкинлектәре хаҡындағы һорауҙарға яуап бирәсәк.

"Ҡыҙыу бәйләнеш" 2023 йылдың 15 сентябренә тиклем эшләй, шылтыратыуҙар ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбенән кесе йомаға тиклем — 10:00-17:00, йома — 10:00-15:45, тәнәфес — 12:00-12:45

"Роспотребнадзор"ҙың Берҙәм консультация үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8 (800) 555-49-43.

Шылтыратыуҙар бушлай.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас