

Айырыуса иҫтәлекле булды
Быйылғы 1 сентябрь байрамы Ҡырмыҫҡалының 2-се һәм Ефремкин мәктәптәре уҡыусылары, уҡытыусылары һәм ата-әсәләре өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки улар был көндө капиталь ремонттан һуң өр-яңы төҫ алған белем усаҡтарына аяҡ баҫты.
Белем көнөнә арналған тантаналы сараларҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар байрам сараһына килгәндәрҙең барыһына ла иң изге теләктәрен юлланы.
Ғүмерҙәрен аямайынса Тыуған ил өсөн батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙе лә онотманыҡ был көндө - районыбыҙҙың бер нисә мәктәбендә улар иҫтәлегенә мемориаль таҡталар асылды.
Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбендә ҡасандыр ошо уҡыу йортонда белем алған, махсус хәрби операцияла һәләк булған Айрат Ғилемшин, Эрик Ҡужин, Руслан Сөләймәнов, Рәфис Талхин, Максим Багавеевҡа һәм Төньяҡ Кавказдың ҡыҙыу нөктәһендә баштарын һалған Айрат Хөсәйенов менән Валерий Вәхитовҡа арналған хәтер таҡталары асылды.
Ефремкин мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Алексей Михайлов, Владимир Емельянов, Игорь Ивановҡа, Чечен һәм Афғанстан һуғыштарында һәләк булған Эдуард Афанасьев менән Иван Никитиндарҙың иҫтәлеген мәңгеләштерҙеләр.
Махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған Андрей Касьянов һәм Салауат Мөхәмәтйәновҡа Иҫке Бәпес һәм Бишауыл-Уңғар мәктәптәрендә мемориаль таҡталар ҡуйылды.
- Был һәйкәлдәр Ватаныбыҙ һағында тороусы батыр яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштерәсәк һәм йәш быуын өсөн илһөйәрлек өлгөһө булып торасаҡ, - тинеләр был турала сығыш яһаусыларҙың барыһы ла.
Бына шулай, бер аҙ моңһоу ҙа, шул уҡ ваҡытта шатлыҡлы ла мәлдәр кисерҙе районыбыҙ халҡы Белем көнөндә.
Розалия БИКТИМЕРОВА.
Автор фотолары.