

Ваҡиғаларға бай булды
Быйылғы август кәңәшмәһе лә йылдағыса ваҡиғаларға бай булды. Тәүге көндө уҡытыусылар һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәре кәңәшмәнең секция ултырышына йыйылды. Бында улар белем биреү эшенең сифаты, хәл итәһе проблемаларҙы уртаға һалып, һөйләшеү алып барҙы.
Икенсе көнө иһә мәғариф хеҙмәткәрҙәре район Мәҙәниәт һарайында уҙған пленар өлөштә осраштылар. Бында килгән һәр кешене һәр ваҡыттағыса күҙҙең яуын алып торорҙай бай һәм эстәлекле күргәҙмәләр ҡаршы алды. Хатта, Ҡабаҡ лицейы ҡунаҡтарҙы үҙҙәре етештергән туңдырма менән һыйланылар.
Тантаналы өлөштөң төрлө бәйгеләрҙә ҙур уңыштарға ирешкән райондың алдынғы уҡыусыларын тәбрикләүҙән башланыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне тиергә була.
Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе, ветеран уҡытыусыларҙы, йәш белгестәрҙе, ауыл хакимиәте башлыҡтарын бер урынға туплаған сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева асты һәм тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Әлфир Сабировҡа бирҙе. Ул барыһын да яңы уҡыу йылы менән тәбрикләп, изге теләктәрен әйткәндән һуң, район мәғарифы мәсьәләләрен бәйән итте, киләсәккә пландар менән таныштырҙы.
- Яңы уҡыу йылына барлыҡ мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында косметик ремонт башҡарылды. Ефремкин һәм Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәптәрендә эшләнелгән капиталь ремонтҡа 100 милллион һумдан артыҡ аҡса һалынды. Ҡырмыҫҡалыла яңы мәктәп төҙөү һорауы буйынса БР мәғариф һәм фән министрлығы менән бергә ентекле эш алып барыла. Йыл аҙағына ниндәйҙер аныҡлыҡ индерелер тип ышанабыҙ.
1 сентябрь көнө районда 733 беренсе класс уҡыусыһы парта артына ултырасаҡ. Был һандың элекке йылдар күрһәткестәренән юғарыраҡ булыуы ҡыуандыра, - тине ул.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Филүс Миназов та үҙенең сығышында республика буйынса мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтары менән бүлеште һәм министрлыҡтың Почет грамоталарын түбәндәге уҡытыусыларға тапшырҙы:
Рәлиҙә Мозафар ҡыҙы Әҙиәтуллина, Олокүл мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;
Гөлнара Рәсих ҡыҙы Алдаҡаева, Прибельский мәктәбенең технология уҡытыусыһы;
Земфира Тимербай ҡыҙы Баймөхәмәтова, Ҡырмыҫҡалының 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Илүзә Рифғәт ҡыҙы Бикмәтова, Ф.Әсәнов исемендәге Боҙаяҙ мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы;
Людмила Сергеевна Васильева, Һыуыҡ Шишмә мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Лариса Миңлеәхмәт ҡыҙы Кучаева, Ҡырмыҫҡалының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өлкән методисы;
Илмира Викторовна Мөлөкова, Ҡырмыҫҡалының “Бал ҡорто” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Рәмилә Рим ҡыҙы Намаҙғолова, Түбәнге Төкөн мәктәбенең математика уҡытыусыһы;
Александр Сергеевич Пухов, район мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методик үҙәге инженер-программисы;
Валентина Ивановна Ростовцева, Подлубов мәктәбенең математика уҡытыусыһы;
Светлана Сәлихйән ҡыҙы Сәитғәлина, Ҡырмыҫҡалы гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы;
Рима Йосоп ҡыҙы Сафина, Яңы Ҡыйышҡы мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы;
Лариса Роберт ҡыҙы Таумбаева, Ҡабаҡ лицейының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы;
Гөлсинә Сәғит ҡыҙы Хәсәнова, Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбе уҡытыусыһы.
Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина, райондың мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев һәм башҡа сығыш яһаусылар был көндө мәғариф өлкәһендәге уңыштарҙы һанап үтте, ҡайһы бер мәсьәләләргә айырым иғтибар бүлде. Шулай уҡ сараны ойоштороусылар төрлө номинацияларҙа еңеүсе мәктәптәрҙе, айырым уҡытыусыларҙы һәм йәш белгестәрҙе лә билдәләп үтергә онотманылар.
Шайморатов мәктәбе уҡытыусыһы Айнур Абакачев, Салауат Әйүпов башҡарыуындағы йырҙар, “Далан” һәм “Йондоҙ” ансамблдәренең дәртле бейеүҙәре август кәңәшмәһенә йәм өҫтәне. Яңы уҡыу йылы тик яңы уңыштары менән генә ҡыуандырһын!
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.