Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәктәптәрҙә
1 Сентябрь 2023, 04:14

Төклө аяғығыҙ менән, беренселәр!

Бала саҡтың иң гүзәл миҙгелдәренең береһе - 1 сентябрҙе һәр уҡыусы, бигерәк тә тәүге тапҡыр мәктәпкә барған балалар тулҡынланып ҡаршы ала.

Төклө аяғығыҙ менән, беренселәр!Төклө аяғығыҙ менән, беренселәр!
Төклө аяғығыҙ менән, беренселәр!

Төклө аяғығыҙ менән, беренселәр!

Бала саҡтың иң гүзәл миҙгелдәренең береһе - 1 сентябрҙе һәр уҡыусы, бигерәк тә тәүге тапҡыр мәктәпкә барған балалар тулҡынланып ҡаршы ала.

Район буйынса быйыл 733 беренсе класс уҡыусыһы парта артына ултырһа, Иҫке Муса ауылы мәктәбендә күңелдәре ҡыуаныс, йөҙҙәре шат­лыҡлы йылмайыу менән балҡыған ун бер бала беренсегә мәктәпкә аяҡ баҫа. Ҡулдарына сәскәләр тотҡан, арҡала­рына портфелдәр аҫҡан зауыҡлы мәк­тәп формаларындағы малай-ҡыҙҙарға һоҡланып ҡарап та туймаҫлыҡ!

Беренселәрҙе тәжрибәле, утыҙ йыл педагогик эш стажы булған уҡытыусы Земфира Әнис ҡыҙы Минязева әсәй­ҙәре кеүек тәрбиәләп, мауыҡтырғыс белем донъяһына әйҙәйәсәк, донъя­ны танып белергә ярҙам итәсәк. Шу­лай уҡ бында балалар иң ышаныслы дуҫтар табасаҡ. Әйткәндәй, балалар дүрт ауылдан – Иҫке Муса, Яңы Муса, Илтуған һәм Аҡтүбә ауылдарынан йөрөп уҡыясаҡ.

Уҡыусыларға яҡты, йылы, заман­са бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған мәктәптә тырышып уҡыуҙарын теләйбеҙ. Уҡыу осоро һөйөнөс менән тулы, мауыҡтырғыс, имен булһын һәм йылы хәтирәләр ҡалдырһын!

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Автор фотоһы

Автор:
Читайте нас