Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәктәптәрҙә
1 Сентябрь 2023, 04:27

Белем иленә рәхим итегеҙ!

Йәйге каникулдар аҙағына яҡынлашты. Тиҙҙән уҡыусылар мәктәп партаһы артына ултырасаҡ. Райондың белем би­реү учреждениеларының әҙерлеге, мәғариф системаһында яңылыҡтар, 2023-2024 уҡыу йылына өҫтөнлөклө бурыстар тураһында беҙгә муниципаль райондың мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев һөйләне.

Белем иленә рәхим итегеҙ!Белем иленә рәхим итегеҙ!
Белем иленә рәхим итегеҙ!

Белем иленә рәхим итегеҙ!

Йәйге каникулдар аҙағына яҡынлашты. Тиҙҙән уҡыусылар мәктәп партаһы артына ултырасаҡ. Райондың белем би­реү учреждениеларының әҙерлеге, мәғариф системаһында яңылыҡтар, 2023-2024 уҡыу йылына өҫтөнлөклө бурыстар тураһында беҙгә муниципаль райондың мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев һөйләне.

 

- Андрей Валентинович, 2022-2023 уҡыу йылы ни­сек тамамланды? Ниндәй уңыштар менән маҡтана алаһығыҙ?

- Ҡырмыҫҡалы гим­назияһының уҡыусыһы Илнур Мөхәмәтйәнов имтихандарын 100 балға тапшырҙы. Уны юғары ка­тегориялы уҡытыусыГүзәл Ардуанова әҙерләне. «Һәр баланың уңышы» төбәк проектын ғәмәлгә ашы­рыуға ярашлы үткәрелгән олимпиадалар һәләтле ба­лаларҙы асыҡларға ярҙам итә. Уҡыусыларыбыҙ Бөтә Рәсәй, төбәк-ара һәм республика конкурстарын­да ҡатнашып, призлы урындар яулай. Шулай уҡ уҡыусыларыбыҙ йыл һайын Ю.Гагарин исемен­дәге республика олимпиа­даһының призерҙары була. 11 фән буйынса 69 бала йомғаҡлау этабына сыҡты һәм уларҙың һигеҙе еңеү яу­ланы.

- Балалар физик яҡтан һау һәм көслө булып үҫһен­дәр өсөн ниндәй эштәр башҡарыла?

- “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” спорт-мәға­риф проекты сиктәрендә С.М.Чугункин, Һәүәләй, Сихонкин, Олокүл, Ефрем­кин мәктәптәре базаһын­да 5 яңы класс асылды. Һөҙөмтәлә 12 мәктәптең 22 класында 498 башланғыс класс уҡыусылары әлеге проект буйынса шөғөлләнә. Уның маҡсаты - сәләмәт тормошто пропагандалау, уҡыусылар араһында киң күләмле спортты үҫтереү, спорт төрө буйынса үҫе­шеүҙә балаларға ярҙам итеү. Ҡырмыҫҡалы, Олокүл, Иҫке Муса, Ефремкин, Сахай, Ҡабаҡ, Һәүәләй, Прибель­ский ауылдарында 10 уни­версаль спорт майҙансығы эшләй. Бынан тыш, Ҡырмыҫҡалы ауылында ГТО нормаларын тапшырыуға әҙерләнеү өсөн 5 турник комплексы төҙөлдө. Шулай итеп, районда ГТО норма­тивтарына әҙерләнеү һәм тапшырыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылды.

- Яңы уҡыу йылына мәктәптәрҙең әҙерлеге нисек?

- 7 августан 11 авгусҡа тиклем райондың мәғариф бүлеге техник уҡытыу сараларының, хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы торошон, террорға, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте, уҡыусыларҙың си­фатлы туҡланыуын тәьмин итеүгә ашханаларҙың әҙерлеген, спорт залдарының, матди-техник базаһы торошон, йылытыу миҙгеленә әҙерлекте, шулай уҡ тирә-яҡ биләмәләрҙең төҙөкләндерелеүен тик­шерҙе. Дөйөм алғанда, барлыҡ белем биреү усаҡта­ры ла яңы уҡыу йылына әҙер.

- 2024 йылда ниндәй мәктәптәр капиталь ремонт эшләү программаһына инә?

- Федераль программаға ярашлы, 2022 йылда Константиновка һәм Олокүл мәктәптәрен капи­таль төҙөкләндереүгә - 50,6 миллион һәм 2023 йыл­да Ҡырмыҫҡалы һәм Ефремкин мәктәптәренә 112 миллион һум аҡса үҙләштерелде.

Киләһе йылға Боҙаяҙ ауылының Ф. Әсәнов исе­мендәге, Ҡырмыҫҡалы гимназияһы, Ҡамышлы, Константиновка һәм Сихонкин мәктәптәре капи­таль төҙөкләндереүгә заявка бирҙе һәм федераль программаға индерелде.

- Яңы уҡыу йылында беҙҙе ниндәй яңылыҡтар көтә?

- 2023 йылдың 1 сентябренән райондың белем биреү учреждениелары яңы федераль төп мәғариф программаларына күсә. Был берҙәм уҡытыу про­граммалары, улар дөйөм белем биреү йөкмәткеһе талаптарының мотлаҡ базаһы кимәлен билдәләй.

- Кадрҙар мәсьәләһе буйынса нимәләр әйтер инегеҙ?

- Мәғариф системаһында 1301 хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 526 уҡытыусы, уларҙың 481-е юғары бе­лемле педагог. 61 уҡытыусы урта махсус белемгә эйә. Һуңғы йылдарҙа хаҡлы ялдағы уҡытыусыларҙың иҫәбе арта. Бөгөнгө көндә улар – 152, 35 йәшкә ти­клемге белгестәр – 150. Шуны ла билдәләргә кәрәк, яңы уҡыу йылынан белем биреү процесына 2-се курс студенттарын да йәлеп итеү мөмкинлеге бар.

- Махсус хәрби операция темаһына ла ҡағылмай­ынса мөмкин түгел. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә ҡушылдымы?

- Бындай уҡыусылар өсөн балалар баҡсалары­на, түңәрәктәргә бушлай йөрөү, мәктәптә бушлай туҡланыу ойошторолдо. Махсус операцияла ҡат­нашыусыларҙың 1-се класҡа барыусы балаларына айырым иғтибар бирелә һәм биреләсәк. Уҡытыусы­ларҙан тыш, ирекмәндәр хәрәкәтенә психологтар һәм социаль педагогтар ҙа ҡушылды.

Ғөмүмән, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 724 уҡыусы 3250325,60 һумлыҡ аҡса­лата компенсация алды, 125 беренсе класс уҡыу­сыһы мәктәп портфелдәре менән тәьмин ителде. Ағымдағы йылда 870 берәмек мәктәп формаһына һәм 165 портфелгә компенсация биреү планлашты­рылған.

- Балалар баҡсаларына сират буйынса эш нисек тора?

- Районда 15 мәктәпкәсә белем биреү учрежде­ниеһы эшләй, шул иҫәптән, 9 юридик берәмек һәм 6 филиал. Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә 7 төркөм эшләй. Мәктәпкәсә белем биреүҙе тәьмин итеү 1,5 йәштән – 3 йәшкә тиклем – 100 процент, 3 йәштән ете йәшкә тиклем 100 процент тәшкил итә. 6 муниципаль мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы автономлы режимда эшләй. Ағымдағы йылдың 6 июненә балалар баҡсаларына урын алыуҙа 315 бала иҫәптә тора, шул иҫәптән 30-ы льгота буйынса.

- Быйыл нисә 1-се класс уҡыусыһы мәктәпкә бара?

- 1 сентябрҙә 733 уҡыусы тәүге тапҡыр парта ар­тына ултырасаҡ.

- Яңы уҡыу йылы алдынан уҡыусыларға һәм уҡы­тыусыларға нимәләр теләр инегеҙ?

- Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр! Яңы уҡыу менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Алда беҙҙе күп ҡыҙыҡлы һәм көтөлмәгән яңылыҡтар көтә. Уҡыусыларға тырышып уҡыуҙа­рын һәм яңы дуҫтар табыуҙарын, сығарылыш уҡы­усыларына уҡыу йылын уңышлы тамамлап, имти­хандарҙы яҡшы балдарға тапшырыуҙарын теләйем. Ата-әсәләргә – көс-ҡеүәт, уҡытыусыларға сыҙам­лыҡ һәм күңел күтәренкелеге юлдаш булһын.

Светлана КАРПОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас