

Лайыҡлы хөрмәт ҡаҙана
Бар ғүмерҙәрен уҡытыусылыҡ хеҙмәтенә, балалар тәрбиәләүгә бағышлаған кешеләр менән һоҡланмау мөмкин түгел. Улар барыбыҙ өсөн дә аҡыл һәм сабырлыҡ өлгөһө булып тора.
Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны Хызыр Абдрахманов та ярты ғүмерен ошо изге эшкә бәйләгән. Ул үҙенең хеҙмәт юлын 1960 йылда Белорет районының Ғәбдүк ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә математика һәм физика уҡытыусыһы булараҡ башлай. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика һәм математика факультетында юғары белем ала.
1978 йылда Хызыр Абдулла улы Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Бар ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған уҡытыусы тәүге көндәрҙән үк грамоталы һәм перспективалы белгес булараҡ ҡына түгел, ә шулай уҡ һәләтле ойоштороусы булыуы һәм һәр эшкә яуаплы ҡарауы менән таныла. Уның барлыҡ ошо һыҙаттары хеҙмәттәштәренең хөрмәтен һәм абруйын яуларға булышлыҡ итә.
Директор булып эшләү осоронда татыу һәм ижади ҡарашлы педагогик коллектив туплауға ирешә, мәктәптең матди-техник базаһын йыһазландырыу өсөн күп көс түгә, спорт майҙансығы эшен яйға һала һәм спорт инвентары менән тәьмин итә. Шулай уҡ был дәүерҙә мәктәп Ҡабаҡ кирбес заводы һәм башҡа предприятиелар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә башлай. Ул Ҡабаҡ ауылының 2-се мәктәбе төҙөлөүгә ҙур өлөш индерә һәм бындағы педагогик коллективты етәкләй. Яңы мәктәпте лә кәрәкле әсбаптар һәм дәреслектәр менән тәьмин итә, хеҙмәткә өйрәтеү кабинетын һәм спорт залын йыһазландыра, уҡыусыларҙы йылы аш менән туҡландырыу шарттарын булдыра. Шул уҡ ваҡытта коллективҡа талантлы уҡытыусыларҙы йәлеп итеү эшен дә оҫта башҡара. Бихисап уҡыусыларҙың район һәм республика кимәлендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүе лә был турала күпте һөйләй.
Хызыр Абдулла улы Ҡабаҡ ауылының 2-се мәктәбе директоры вазифаһында 16 йыл хеҙмәт итә һәм, артабан, хаҡлы ялға сыҡҡансы, математика уҡытыусыһы булараҡ эшен дауам итә. Үҙенең 47 йыллыҡ хеҙмәт стажының 41 йылын ул мәғариф өлкәһенә бағышлай.
Хызыр Абдрахманов тормош иптәше Сидиҡа Нәбиулла ҡыҙы менән 55 йыл бәхетле тормош кисерә һәм улар өс улға ғүмер бүләк итәләр. Әлеге көндә барлыҡ балалары ла үҙ тормоштары менән йәшәй, ә бәхетле олатай менән өләсәй алты ейән-ейәнсәрен тәрбиәләүҙә әүҙем ярҙам күрһәтә. Абдрахмановтарҙың бер улдары – Вәли Хызыр улы -техник фәндәр кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡыта. Хызыр Абдулла улы ейәндәренә уҡыуҙарында ғына ярҙамлашып ҡалмай, ә улар менән бергә саңғыла йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә лә өлгөрә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан ул үҙе лә әүҙем һәм сәләмәт тормош алып бара, Ҡабаҡ ауылында үткән саңғы ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар ала.
Мәғариф ветераны хаҡлы ялда ла тик ятмай, ул үҙенең яратҡан шөғөлө – умартасылыҡ эшен йәйеп ебәрә. Уның умарталығынан алынған бал иң тәмлеһе тиҙәр яҡташтары.
Әлегә тиклем элекке хеҙмәттәштәренең һәм уҡыусыларының, шулай уҡ ауылдаштарының лайыҡлы хөрмәтен ҡаҙанған уҡытыусының тормош тәжрибәһе бар кешегә лә өлгө булып торорлоҡ.
Миләүшә КҮСӘБАЕВА.
Ҡабаҡ ауылы.