

Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған
Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған мөғәллимдәр тураһында бәйән итеүебеҙҙе дауам итәбеҙ.
Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе Рузилә Хафизова ла тәүге уҡытыусыһының: “Һин уҡытыусы булырһың ул”, - тигән һүҙҙәрен мәңгелеккә күңеленә һеңдереп, ошо һөнәрҙе үҙләштерә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл мәктәбендә балаларға белем бирә.
- Беренсе класҡа барғас та, киләсәктә уҡытыусы булырға хыяллана башланым. Беҙҙе башланғыс класта ир уҡытыусы уҡытты. Мәктәпкә барғансы уҡ уҡырға ла, яҙырға ла белә инем. Шуға күрә мин күбеһенсә уҡытыусы абыйға ярҙам иттем. Уҡый-яҙа белмәгән уҡыусыларҙың һәр береһе эргәһендә берәр ай ултырып, туғыҙ ай эсендә туғыҙ баланы уҡырға һәм яҙырға өйрәттем. Уҡытыусы абый шул саҡта уҡ: “Хафизова, һин уҡытыусы булырһың ул”, - тигәйне. Шул һүҙ башыма ныҡ итеп һеңеп ҡалды. Шулай уҡ бала саҡта гел генә уҡытыусы булып уйнаныҡ. Һигеҙенсе класты тамамлағас, күп тә уйлап тормай педагогия училищеһына уҡырға индем. Әсәйем дә ҡаршы булманы, - ти ул үҙенең бала саҡ хыялы тураһында.
Рузилә Нәсих ҡыҙы Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлағас, үҙенең тыуған яҡтарында – Баҡалы районында эш башлай һәм юғары белем алыу маҡсатында Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Йәш белгестең ҡалала йәшәү һәм эшләү теләге ҙур була. Шуға күрә ул Өфө ҡалаһына күсеп килеп, балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлаша.
Буласаҡ тормош иптәше, ул саҡта ҡала автобусында водитель булып эшләп йөрөгән Үрге Төкөн ауылы егете Фәнис Көҫәпҡолов менән дә уларҙы тап Өфө ҡалаһы таныштыра һәм ҡауыштыра. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан йәштәр бер нисә айҙан өйләнешәләр һәм Фәнис Мортаза улының тыуған районына ҡайтып төпләнергә ҡарар итәләр. Рузилә Нәсих ҡыҙын мәғариф бүлеге Иҫке Бәпес ауылына тарих уҡытыусыһы итеп эшкә йүнәлтә һәм улар ғаилә тормошон ошо ауылда башлап ебәрәләр. Рузилә Нәсих ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы башланғыс кластар һәм тарих уҡытыусыһы була.
Тормош иптәше Фәнис Мортаза улы иһә күп йылдар Иҫке Бәпес ауылында водитель булып эшләй. Гармун-баянда өҙҙөрөп уйнаған, үҙе йырҙар ижад иткән моңло кеше булараҡ ул, колхоз бөткәс, баш көллө мәҙәниәт усағы эшенә сума. Төрлө кимәлдәге музыкаль конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулауға ла ирешә. Әле хаҡлы ялда булһа ла, һәр ваҡыт мәҙәни байрамдарҙың уртаһында ҡайнай ул.
Көҫәпҡоловтарҙың ике балалары ла әсәләре юлынан китә. Ҡыҙҙары Гөлшат Сәғәҙиева Ҡырмыҫҡалы гимназияһында математика һәм информатика фәндәренән уҡыта. Улдары Фәнзил дә бер нисә йыл Ҡырмыҫҡалының С.М. Чугункин исемендәге мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта ул заман талаптарына яраҡлашып, программист һөнәрен үҙләштерә һәм әлеге көндә ошо йүнәлештә уңышлы хеҙмәт итә. Шулай итеп, ғаиләлә барлығы өс уҡытыусы.
Әйткәндәй, Рузилә Нәсих ҡыҙының һеңлеһе лә, ҡәйнәһе Ләйлә Ғилметдин ҡыҙы ла ғүмерҙәрен мөғәллимлек эшенә бағышлағандар. Көҫәпҡоловтарҙың өс ейән-ейәнсәре лә киләсәктә, бәлки, иң изге һөнәрҙәрҙең береһе булған уҡытыусы һөнәрен һайлар тип ышанайыҡ.
Шуны ла әйтергә кәрәк: Рузилә Нәсих ҡыҙы хаҡлы йылға сыҡҡандан һуң, күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, ныҡлап дин юлына баҫа. Уның дин ҡанундары менән тығыҙ бәйләнгән бөгөнгө йәшәйешендә лә тик уңыштар ғына юлдаш булһын тип теләйек.
Розалия БИКТИМЕРОВА.