+24 °С
Ямғыр


Республика Мәғариф министрлығының дәүләт белем биреү ойошмалары етәкселәре эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау критерийҙарына үҙгәрештәр индереү тураһында бойороғо хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Яңылыҡтарға ярашлы, һөҙөмтәлелекте баһалау критерийҙарына дәүләт заданиеһын үтәү, электрон һәм дистанцион уҡытыуҙы ҡулланып, белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу, уҡыусыларҙың ҡәнәғәт булыу-булмауы, яңы программалар индереү, финанс-хужалыҡ дисциплинаһын үтәү, белем биреү сифатын баһалау һәм башҡалар индерелгән, тип яҙа "Башинформ" агентлығы.