Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәктәптәрҙә
22 Июнь 2023, 06:04

Пар һуҡмаҡтан бергә баралар

Уҡытыусы һөнәре бик яуаплы һәм ҙур хөрмәткә лайыҡ. Үҙенә ифрат күп мәғәнә туплаған “Уҡытыусы” тигән ябай бер һүҙ менән атап йөрөтөлгән һөнәр эйәләренә күп көс, сабырлыҡ, фиҙаҡәрлек, даими рәүештә белемеңде камиллаштырыу, шул уҡ ваҡытта төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыу талап ителә.

Пар һуҡмаҡтан бергә бараларПар һуҡмаҡтан бергә баралар
Пар һуҡмаҡтан бергә баралар

Бөгөнгө һүҙебеҙ ошондай изге һөнәр эйәләре - Олокүл ауылында йәшәгән Бәшировтар тураһында бу­лыр.

Рәфис Сәлих улы һәм Зәлифә Риян ҡыҙы 38 йыл ғүмерҙәрен балаларға бе­лем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған. Бөгөнгө көндә лә улар ең һыҙғанып мөғәлимлек эшен дауам итәләр.

Һабантуй байрамында Сахай ауылы тирмәһе янында башҡорт халҡының милли кейемендәге мөләйем генә ҡа­тын-ҡыҙҙы күреп ҡалдым да, эргәһенә барып:

- Һеҙ уҡытыусымы? – тигән һорау биргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.

- Эйе, Сахай мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам, - тине ул.

Ошо ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙән һуң Зәлифә Риян ҡыҙы менән яҡыныраҡ танышыу теләге тыуҙы. Һуңыраҡ уның тормош иптәше лә уҡытыусы икәнен белдем.

Зәлифә һәм Рәфис Бәшировтар бер ваҡытта Стәрлетамаҡ педагогия институтында юғары белем ала. Бе­реһе филология факультетын һайлаһа, икенсеһе технология уҡытыусыһы бу­лырға хыяллана.

Уҡыуҙарын тамамлаған йәш бел­гестәр – Бишауыл-Уңғар ауылында тыуып үҫкән Зәлифә Риян ҡыҙы һәм Эҫем ауылы егете Рәфис Сәлих улы үҙҙәренең тыуған яҡтарына ҡайтып, баш көллө уҡытыу эшенә тотоналар.

Рәфис Сәлих улы Олокүл, Шәрипҡол мәктәптәрендә уҡыусы­ларға технология дәрестәренән белем бирә. Шулай уҡ күп йылдар Шәрипҡол мәктәбендә директор вазифаһын башҡара.

“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәл тап Рәфис Бәширов өсөн генәлер ул. Уның ҡулынан кил­мәгән эше юҡ. Умартасы ла, балыҡсы ла ул. Тимерҙе иретеп-йәбештереп, күҙҙең яуын алып торорҙай әйберҙәр эшләүе тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.

- Бала саҡтан ҡул эштәре менән шөғөлләндем. Шуға күрә күңелемә иң яҡын булған технология уҡытыусыһы һөнәрен һайланым. Үҙем белгәндең барыһын да уҡыусыларыма өйрәтергә тырышам. “Һөнәрле кеше – ҡорал­лы кеше”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Тормош көткән саҡта ир-егет­тәргә барлыҡ эштәрҙе башҡарырға тура килә. Шуға ла малайҙарға был йүнәлештә төплө белем бирергә кәрәк, тигән фекерҙәмен. Яратҡан эшемде бар күңелемде биреп башҡарам, - ти Рәфис Сәлих улы үҙенең хеҙмәте ту­раһында.

- Уҡытыусы булыу – бала саҡтан килгән хыялым. Кескәй саҡтан гелән уҡытыусы булып уйнаным. Тәүҙә ҡурсаҡтарымды теҙеп ҡуйып, уларға “белем бирҙем”. Үҫә төшкәс, туғанда­рымды йыйып алып, уларға дәрестәр үткәрҙем. Шуға күрә мәктәпте тамам­лау менән тура педагогия институтына юлландым. Тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә балалар яратабыҙ. Мәк­тәптән ҡайтҡас, үҙебеҙҙең ишле ғаилә­беҙҙә балалар һәм ейәнсәрҙәр менән мәж киләбеҙ. Уҡытыусы уҡыусыларға белем генә түгел, ә ныҡлы тәрбиә лә бирергә бурыслы. Шуға ла Тыуған илгә һөйөү, атай-әсәйҙе ихтирам итеү, тирә-яҡтағыларға иғтибарлы һәм ярҙамсыл булыу кеүек төшөнсәләрҙе уҡыусылар күңеленә һеңдерергә ты­рышабыҙ. Эшемде бик яратам һәм һәр көн белем усағына ашҡынып ба­рам, - тип йөпләй тормош иптәшенең һүҙҙәрен Зәлифә Риян ҡыҙы.

Әйткәндәй, Зәлифә Бәширова үҙе лә бик күп һөнәрҙәргә эйә. Уның сәхнәләрҙе дер һелкетеп бейеүҙәре үҙе генә ни тора! “Бейеү – ул хәрәкәт. Хәрәкәттә бәрәкәт”, - ти ул үҙенең яратҡан шөғөлө хаҡында. Баҡса үҫ­терергә, ҡамыр аштары бешерергә маһир һәм үҙе белгәндәрҙе балаларына ла өйрәтә. Шиғырҙар яҙырға ла әүәҫ. Шулай уҡ ул сәләмәт тормош яҡлы - скандинав таяҡтары менән йәйәүләп йөрөргә, сәйәхәт итергә ярата.

“Иң юғары ҡаҙанышыбыҙ – бала­ларыбыҙ”, - тиҙәр бер һүҙҙән Зәлифә һәм Рәфис Бәшировтар. Дүрт балаға ғүмер бүләк иткән улар. Шулай уҡ ике ҡыҙҙы үҙҙәренә тәрбиәгә алып үҫ­тергән. Бөгөнгө көндә балаларының дүртәүһе юғары белемгә эйә булып, үҙҙәренең яратҡан һөнәрҙәре буйынса хеҙмәт итә. Бәләкәс ҡыҙҙары Эльви­на медицина университетын тамам­лай. Быйыл 11-се класты тамамлаған төпсөктәре Арыҫлан да Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, студент булыу хыялы менән яна.

Тәрбиә ата-әсәнән килә икәнен яҡшы белә Бәшировтар һәм шуның өсөн дә үҙҙәренең балалары, шулай уҡ уҡыусылары өсөн өйҙә лә, эштә лә һәр яҡлап өлгө булып торалар.

Киләсәкте тәрбиәләү – изге эш. Уҡытыу-тәрбиә эшенең һәм тормош юлдарының пар һуҡмағынан Бәширо­втар ғүмер буйы бергә бара. Был изге юлдары оҙон һәм һәр ваҡыт уңышлы булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас