

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторолған Стәрлетамаҡ районының Наумовка моделле ауыл китапханаһына яңы балалар китаптары килтерелде. Улар муниципаль район аҡсаһы иҫәбенә гарантиялы йөкләмә сиктәрендә һатып алынды.
Комплектация барышында, тәү сиратта, китапхана менән ҡулланыусыларҙың өҫтөнлөктәре иҫәпкә алынды. Яңы китаптар араһында Рәсәй һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре, шул иҫәптән яратҡан классика һәм популяр заманса әҙәбиәт бар.
Яңы балалар китаптары – төрлө-төрлө һәм һәр кемдең зауығына тура килә: һоҡланғыс шиғырҙар һәм тылсымлы әкиәттәр, иҫ киткес мажаралар һәм ҡыҙыҡлы детективтар! Һәр кем күңеленә ятҡанды табыр. Бер һүҙ менән әйткәндә, каникулда мауыҡтырғыс уҡыу өсөн иң ҡыҙыҡлы әҙәбиәт тупланған.
Уҡыусыларҙы Наумовка моделле ауыл китапханаһына уҡырға саҡыралар.
"Мин яңы китаптарға шул тиклем шатмын. Хайуандар тураһында уҡырға яратам, Холли Веббтың бөтә китаптарын да тиерлек уҡып сыҡтым. Хәҙер Дейзи Медоустың китаптарын уҡый башланым. Тимәк каникулдарҙа күңелһеҙ булмаясаҡ", - тип уртаҡлашты китапхана уҡыусыһы, 5 класс уҡыусыһы Виолетта Уҙаманова.
Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте.