Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәктәптәрҙә
21 Июнь 2023, 05:31

Көмөш миҙал ниндәй мөмкинлек бирә?

Аттестатында бер-ике дүрт билдәһе булған уҡыусылар көмөш миҙалға дәғүә итә ала...    

Көмөш миҙал ниндәй мөмкинлек бирә?Көмөш миҙал ниндәй мөмкинлек бирә?
Көмөш миҙал ниндәй мөмкинлек бирә?

Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисад форумында  көмөш миҙалға лайыҡ булған сығарылыш уҡыусыларының ниндәй мөмкинлектәр аласағы тураһында белдергән. Был хаҡта ТАСС хәбәр итә.

Аттестатында бер-ике дүрт билдәһе булған уҡыусылар көмөш миҙалға дәғүә итә ала. Миҙалдар сығарылыш уҡыусыһына Берҙәм дәүләт имтиханына өҫтәмә балдар бирәсәк. Әле бындай мөмкинлектәр ҡаралыу өҫтөндә. Был эш сентябргә тамамланасаҡ. Көмөш миҙалдарҙың мәктәпкә яңы уҡыу йылында кире әйләнеп ҡайтыуы көтөлә. Был - ата-әсәләр һәм уҡыусылар өсөн яҡшы һәм ғәҙел яңылыҡ.

Фото:smartik.ru

Автор:Дина Арсланова
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас