Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
29 Март 2023, 15:00

Ил ҡеүәте – уҡытыусы биргән белемдә!

Баш ҡалала "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2023" төбәк-ара конкурсы үтте. Унда Олокүл урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Ғайфуллина ҡатнашып, “Ижади эҙләнеүҙәр һәм үҙенсәлекле ҡарарҙар” номинацияһында еңеүсе булды һәм диплом менән бүләкләнде. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ ауыр ҙа, яуаплы ла, ҡыҙыҡлы ла уҡытыусы хеҙмәтенә бар күңелен һалған һәм һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр өҫтөндә булған Әлфиә Тимерйән ҡыҙы менән.

Ил ҡеүәте – уҡытыусы биргән белемдә!
Ил ҡеүәте – уҡытыусы биргән белемдә!
- Әлфиә Тимерйән ҡыҙы, ни өсөн был һөнәрҙе һайланығыҙ?
- Мин бәләкәй саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Кемдәрҙер һатыусы йәиһә башҡа һөнәр эйәләре булып уйнаһалар, мин һәр ваҡыт туғандарымды, тиҫтерҙәремде йыйып ултыртып, гел уҡытыусы булып уйнай торғайным. Моғайын, шул саҡтан уҡ минең күңелемдә уҡытыусы һөнәренә һөйөү уянғандыр һәм миңә ошо юлдан китергә этәргес биргәндер.
- Һеҙҙеңсә, бөгөнгө көндә заман уҡытыусыһына талаптар ниндәй?
- Заман башҡа – заң башҡа тигән кеүек, заман үҙгәреү менән уҡытыусыға талаптар ҙа үҙгәреп тора. Уҡытыусы бит ул шәм кеүек һәр ваҡыт ялҡынланып янып торорға тейеш. Ул һәр яҡлап әҙерлекле, киң эрудициялы булғанда ғына уҡыусылар уға ылыға, унан өлгө ала һәм уға оҡшарға теләй. Спорт һәм сәнғәт өлкәһендә берҙәй ҡайнап, йырлап-бейеп, уйнап йөрөгән, уҡыусыларынан бер аҙым алдан барған уҡытыусы ғына заман уҡытыусыһы булалыр. Бының өсөн һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә, үҙ-үҙеңде камиллаштырырға, тырыш һәм ныҡышмал булырға кәрәк.
- Тәрбиә ғаиләнән башланырға тейеш. Ошо фекер менән килешәһегеҙме?
- Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр тигән халыҡ мәҡәлендәгесә, тәрбиә нәҡ ғаиләнән башлана. Баланың ҡаҙаныштары, киләсәктәге уңыштары тик ғаилә менән бәйле. Ғаилә аяғында ныҡ баҫып тора һәм балаларына төплө тәрбиә бирә икән, тимәк балалар ҙа ата-әсәһенә оҡшарға теләп, тәртипле, миһырбанлы, иманлы булып үҫә.
- Һеҙҙең эшегеҙҙә иң ауыры?
- Эшемдә ауырлыҡтар бер ҙә күрмәйем. Алдыма ниндәй маҡсаттар ҡуям, бар көсөмдө, белемемде һалып, шуға ирешергә ынтылам.
- Һеҙҙең шундай булыуығыҙға нигеҙ һалған, иңдәрегеҙгә ҡанат ҡуйған остаздарығыҙ хаҡында ла телгә алһағыҙ ине.
- Иң беренсе сиратта, мәктәп йылдарында күңелемә тәүге орлоҡтар һалған уҡытыусым - Шәрипҡол мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Райхана Нуфат ҡыҙы Хәмитоваға рәхмәтлемен. Уның матур итеп үткәргән дәрестәре әле лә иҫемдә, нәҡ уға оҡшарға тырышып, ошо һөнәрҙе һайланым һәм уға тоғро ҡалып киләм дә. Ә инде Салауат педагогия колледжында уҡығанда башҡорт теле уҡытыусыһы Рәшиҙә Түрйәнова, Стәрлетамаҡ педагогия академияһында уҡығанда Рәмзәнә Абуталипова шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҙур һөйөү уятты. Рәмзәнә Әсҡәт ҡыҙы яҡташтарын - беҙҙең район ҡыҙҙарын ныҡ ярата ине. Үҙе берәй ҡайҙа сыҡҡанда, Әлфиә, кил әле, минең урынға уҡытыусы булып тораһың, мин ҡалдырған эштәрҙе ҡыҙҙарҙан эшләтерһең, тип йөкмәтә ине. Ике йыл ярым БР мәғарифты үҫтереү институтында икенсе юғары белем алған саҡта Зәкиә Ғәбитова Шундай бик мөләйем, аҡыллы, яҡты йөҙлө мөғәллимә булып иҫтә ҡалған. Ул беҙҙе күп нимәгә өйрәтте, уға ла рәхмәтем ҙур.
- “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында иң ауыр һәм иҫтә ҡалған этаптар?
- Был конкурста минең өсөн иң ауыры - оҫталыҡ дәресе булды. Сөнки, беҙ бит инде уҡытыусылар, ә методистар түгел. Уйынды методик яҡтан хеҙмәттәштәргә дөрөҫ итеп еткерергә кәрәк ине. Ә дәрес менән кластан тыш сараны йырлап-бейеп, көлөп-илап үткәрҙек, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
- Был ярышта яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн нимәләр йәиһә ниндәй булыу кәрәк?
- Тормошта нисек барһың, шундай булып ҡалырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына уйҙарыңды кешеләргә еткерә, маҡсаттарыңа ирешә алаһың, шул саҡта һине аңлаясаҡтар һәм һиңә ҡарап һоҡланасаҡтар.
- Педагогтарҙы бөгөн нимә борсой?
- Әлеге ваҡытта балалар үҙ телендә һөйләшмәй. Ата-әсәһе башҡорт була тороп, бала рус телендә аралаша. Беҙҙе бөгөн ошо мәсьәлә бик ныҡ борсоуға һала. Һәр ғаилә үҙ телендә һөйләшһен, әсә телен яратһын һәм ғорурлаһын ине. Телебеҙ юғалмаһын, артабан да беҙҙе һөйөндөрөп, үрҙәргә өлгәштерһен ине.
- Йәштәргә уҡытыусы булырға кәңәш итер инегеҙме?
- Уҡытыусы - илаһи һәм мәртәбәле һөнәр эйәһе. Ул һәр ваҡыт йәш, алсаҡ, һәр саҡ балалар эргәһендә үҙе лә бала кеүек, уларҙың күңелдәре бер ваҡытта ла ҡартаймай. Шуға күрә, әлбиттә, йәш быуын балаларын уҡытыусы булырға өндәйем.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Әлфиә Тимерйән ҡыҙы. Киләсәктә һеҙгә тағы ла яңы ҡаҙаныштарға өлгәшергә яҙһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: