Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
24 Март 2023, 21:45

Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүселәре билдәләнде

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2023”, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023" исемдәрен кемдәр яуланы?     

Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсына тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. Уларҙың тәүгеһе быйыл – 33-сө, икенсеһе 28-се тапҡыр үткәрелде.

Сарала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К.Б. Толкачев, БР мәғариф һәм фән министры А.В. Хажин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, уҡыу йорттары етәкселәре, баһалама ағзалары, хөрмәтле ветеран педагогтар ҡатнашты. “Был конкурстарҙа ҡатнашҡан уҡытыусылар урын өсөн генә ярышмай, улар тәжрибә уртаҡлаша, үҙҙәре лә оҫталыҡ туплай”, - тине үҙ сығышында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин.

Конкурсанттар баш ҡаланың төрлө мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр бирҙе, матбуғат конференцияларында ҡатнашты. Быйылғы конкурстың тәрбиә темаһына арналған өлөшө республикабыҙҙа иғлан ителгән Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылына арналды.

Төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле сара рәүешендә барҙы. Быйыл бәйгелә 61 уҡытыусы үҙ көсөн һынаны. Улар араһында милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып барған педагогтар ҙа бар ине. Иң көслө тип табылған 5 конкурсант финалға сыҡты. Шулай итеп, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023" конкурсы еңеүсеһе булып  Нефтекама башҡорт гимназияһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина танылды. Йылайыр районынан Зөлфирә Таһирова, Өфө ҡалаһындағы 2-се "Смарт" күп йүнәлешле гимназияһынан Юлиә Әбүбәкирова, Өфөнөң айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнгән 114-се белем биреү үҙәгенән Яҙгөл Сирбаева, Благовещендан Зифа Байморатова конкурстың лауреаттары булараҡ билдәләнде.

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы быйыл биш йүнәлеш буйынса ойошторолдо, уларҙа 150 педагог һынау тотто. Шулай итеп, Өфөнән 45-се мәктәп уҡытыусыһы Эмиль Сәғитов – “Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы”; Бүздәк районынан Зөлфиә Мансурова – “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”; Баҡалы коррекцион мәктәбенән Сажиҙә Залилова – “Дистанцияла белем биреү уҡытыусыһы”; Дыуан районынан Валерий Швалев – “Йылдың йәш уҡытыусыһы”. Ә инде “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исемен Өфө ҡалаһының 39-сы гимназияһынан Артём Баянов яуланы.

Шулай уҡ быйыл икенсе тапҡыр республика мәктәптәре командалары араһында BRAIN-PUZZLE Соты тип аталған үҙенсәлекле конкурс уҙғарылды. Унда Нефтекама ҡалаһы уҡытыусылары еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Икенсе урынды Өфө уҡытыусылары командаһы яуланы, Бәләбәй педагогтары өсөнсө урынға сыҡты.

Еңеүселәр һәм конкурста ҡатнашҡан, үҙ һөнәрен ихлас күңелдән яратҡан уҡытыусылар хөрмәтенә йыр-моңдар яңғыраны, абруйлы баһалама ағзалары, саҡырылған ҡунаҡтар ихлас теләктәрен еткерҙе. Төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған бәйгеселәргә дипломдар, аҡсалата бүләктәр, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Мәғариф һәм фән министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика комитетының, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының, уҡыу йорттарының һәм башҡа ойошмаларҙың, милли баҫмаларҙың Маҡтау грамоталары һәм махсус бүләктәре тапшырылды.

Юлай Кәримов һәм Рәмилә Мусина фотолары.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: