Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
10 Февраль 2023, 18:24

“Йыл уҡытыусыһы – 2023” конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Райондың “Йыл уҡытыусыһы - 2023” конкурсында быйыл 14 мәктәптән 32 педагог ҡатнашҡан. Ике ай буйына улар конкурстың төрлө этаптарын үткән, асыҡ дәрестәр күрһәткән, тәжрибә уртаҡлашҡан һәм методик материалдар туплаған. Конкурсанттар араһынан финалға туғыҙ уҡытыусы сыҡҡан.

“Йыл уҡытыусыһы – 2023” конкурсы еңеүселәре билдәләнде
“Йыл уҡытыусыһы – 2023” конкурсы еңеүселәре билдәләнде
“Йыл уҡытыусыһы – 2023” конкурсы Прибельский ауылы мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы – 2023” конкурсының муниципаль этабының еңеүселәре билдәләнде. Был сарала райондың бер төркөм алдынғы уҡытыусылары мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Райондың “Йыл уҡытыусыһы - 2023” конкурсында быйыл 14 мәктәптән 32 педагог ҡатнашҡан. Ике ай буйына улар конкурстың төрлө этаптарын үткән, асыҡ дәрестәр күрһәткән, тәжрибә уртаҡлашҡан һәм методик материалдар туплаған. Конкурсанттар араһынан финалға туғыҙ уҡытыусы сыҡҡан. Сара башланыр алдынан беҙгә был бәйгелә ҡатнашыусы иң йәш уҡытыусы менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. - Мин үҙем белем алған мәктәптә биш йыл эшләйем. Мәктәптә уҡыған саҡта биология һәм химия уҡытыусылары миңә өлгө булып торҙолар. Тап улар ошо фәндәргә ҡарата һөйөү уята алды һәм мин биология уҡытыусыһы һөнәрен үҙ иттем. Бындай конкурста тәүгә ҡатнашам, ныҡ тулҡынланам. Әле ошолай йылмайып торһам да, күңелемдә дауыл уйнай. Тәүҙә мәктәп эсендә, аҙаҡ район күләмендә асыҡ дәрестәр, төрлө саралар күрһәттек һәм бына финалға эләктем. Уҡытыусы булараҡ шуны әйткем килә: дәрескә һәр саҡ яҡшы кәйеф менән килергә кәрәк, сөнки балалар һинең кәйефеңде тойоп торалар. Әҙерләнмәйенсә, арыған ҡиәфәт менән килһәң, улар һине тыңламаясаҡ. Тәүге тапҡыр ҡатнашҡас, еңеүгә үк өмөт итмәйем, әлбиттә. Әле тәжрибә генә туплайым, әммә еңеп сыҡһам да бик шат булыр инем, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Олокүл мәктәбенең биология уҡытыусыһы Регина Исламғолова. Конкурсты асып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева: - Бөгөн беҙҙең районда әһәмиәтле ваҡиға – беҙ уҡытыусыларҙы тәбрикләйбеҙ. Илебеҙ Президенты ҡарары буйынса 2023 йыл – уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Уҡытыусы һөнәре – күп ҡырлы һәм бик ҡатмарлы. Шул уҡ ваҡытта уларҙың эше һәр саҡ күҙ уңында. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы иң яҡшы, иң талантлы, иң ҡыйыу һәм маҡсатына ынтылыусы уҡыусыларҙы асыҡлай. Бөгөн һеҙ үҙегеҙҙең барлыҡ талантығыҙҙы тулы рәүештә күрһәтә алырһығыҙ тип ышанам, - тине һәм конкурсанттарға уңыштар, ә беҙҙең бөтәбеҙгә тыныс күк йөҙө теләне. БР Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы баш белгес-эксперты Гөлназ Усманова: - Мин үҙем дә уҡыттым, әммә ошондай конкурста ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә була алманым. Шуға күрә мин һеҙгә хатта бер аҙ көнләшеп ҡарайым. Һеҙ бында үҙегеҙҙең барлыҡ эшегеҙҙе күрһәтәһегеҙ, тәжрибә туплайһығыҙ. Бөгөн һеҙҙең барығыҙға ла үҙегеҙгә ҙур бишле билдәһе ҡуйырға яҙһын, - тигән тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев та бәйгеселәргә уңыштар теләп, оло рәхмәтен белдергәс, конкурстың лауреаттары исеменә лайыҡ булғандарға һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға Дипломдар тапшырҙы. Шулай итеп уҡытыусыларҙың үҙ-ара ярышы башланып та китте. Финалға үтеүсе туғыҙ уҡытыусыларға жюри ағзалары һәм зал тулы тамашасылар алдында ике һынау тоторға тура килде. “Визитка”ла һәр уҡытыусы ҡыҙыҡлы һәм ижади рәүештә үҙе менән таныштырып үтте. Бында мәктәп уҡыусылары ла уларға ярҙамға килде. Артабан һәр уҡытыусы оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Был һынауҙы ла улар лайыҡлы үтеп сыҡты һәм үҙҙәренең яҡшы әҙерлектәрен күрһәтте. Жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләгән арала сәхнәлә талантлы уҡыусылар һәм уҡытыусылар сығыш яһаны. Шулай итеп бәйге аҙағына ла килеп етте һәм жюри ағзалары еңеүселәрҙе иғлан итте. Бына улар: Мәҙинә Равшан ҡыҙы Захаренко (Прибельский мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) - “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһы еңеүсеһе; Альбина Әбделәхәт ҡыҙы Кадрачева (Ҡабаҡ мәктәбенең география уҡытыусыһы) - “Сағыу индивидуаллек” номинацияһы; Олеся Анатольевна Алешина (Илтирәк мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы) – “Күңел матурлығы һәм шәхси һөйкөмлөлөк” номинацияһы; Инна Анатольевна Бикбаева (Боҙаяҙ мәктәбенең математика уҡытыусыһы) – “Педагогик илһамланыу һәм артистизм” номинацияһы; Розалия Илдар ҡыҙы Ғарифуллина (Олокүл мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) – “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2023” номинацияһы еңеүсеһе; Әлфиә Тимерйән ҡыҙы Ғәйфуллина (Олокүл мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2023” номинацияһы еңеүсеһе; Регина Салауат ҡыҙы Исламғолова (Олокүл мәктәбенең биология уҡытыусыһы) – “Йәш йыл уҡытыусыһы – 2023” номинацияһы еңеүсеһе; Рано Нуретдин ҡыҙы Рәхмәтова (Олокүл ауылының “Бәләкәс” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе) – “Йыл педагогы - 2023” номинацияһы еңеүсеһе; Гүзәл Салауат ҡыҙы Ғәйнетдинова (Олокүл мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы) – “Йыл уҡытыусыһы – 2023” дәржәһен яулаусы. Еңеүселәрҙең барыһы ла республика буйынса үткән “Йыл уҡытыусыһы – 2023” республика конкурсында район исеменән сығыш яһаясаҡ. Уларға уңыштар теләйек. Әлфиә Тимерйән ҡыҙы Ғәйфуллина, Олокүл мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: - Бәләкәй саҡтан уҡытыусы булырға теләнем. Апайымдар уҡытыусы булып эшләне. Уларға һоҡланып, үрнәк алып, һәр ваҡыт улар һымаҡ булғым килә ине. Шуға оҙаҡ уйлап тормайынса уҡытыусы һөнәрен һайланым. Балаларҙа телгә ҡарата һөйөү уятыу өсөн төрлө ҡыҙыҡлы алымдар ҡулланам, дәрестәрҙе уйындар менән аралаштырам, төрлө экскурсияларға йөрөйбөҙ. Шулай итеп 26 йыл Олокүл мәктәбендә балаларға белем бирәм. Һәр кеше үҙенең туған телен белергә, уның менән ғорурланырға тейеш һәм был артабан үҙенең балаларына күсергә тейеш. Дәрескә һәр саҡ яҡты йөҙ, көр күңел менән килеп керһәң, балалар ҙа һине яҡшы ҡаршы ала, матур итеп яуап бирә. Конкурста өсөнсө тапҡыр ҡатнашам. Был бәйгене ныҡ яратам, сөнки бында бик күп тәжрибә тупларға, үҙеңде төрлө яҡлап үҫтерергә була. Шулай уҡ артабан эшләү өсөн илһам, дәрт алып ҡайтаһың. Финалға сығыу еңелдән булманы. Тәүҙә асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, кластан тыш сара күрһәттек. Артабан республика кимәлендә районды лаййыҡлы күрһәтербеҙ, тип ышанам. Гүзәл Салауат ҡыҙы Ғәйнетдинова, абсолют еңеүсе, Олокүл мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы: - Уҡытыусы – иң яҡты, иң мәртәбәле һөнәр. Быйылғы йылдың уҡытыусыға бағышланғаны өсөн һәм тап ошо һөнәр эйәһе булғаным өсөн шатмын. Бына 26 йылдан ашыу – сирек быуат буйына ошо изгелекте уҡыусыларыма таратам. Ә улар мине һәр ваҡыт үҙҙәренең белеме менән ҡыуандыра. Бөгөнгө конкурс барлыҡ конкурсанттарҙы илһамландырғандыр, артабан эшләргә дәрт өҫтәгәндер тип ышанам. Һәр уҡытыусы – ул үҙ эшенең оҫтаһы, һәр балала шәхес күрә белә. Уҡыусыларыбыҙ – беҙҙең киләсәк. Беҙ быны бер ҡасан да онотмаҫҡа тейешбеҙ. Бындай конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашмайым һәм йылдан-йыл уҡытыусыларҙың үҫешен күрәм. Конкурста ҡатнашҡан һәр уҡытыусы еңеүгә лайыҡтыр, тип уйлайым. Барлыҡ хеҙмәттәштәремә еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем һәм республика кимәлендә лайыҡлы сығыш яһарға тырышасаҡмын. Розалия НАЗАРОВА. Автор фотолары.
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: