Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
27 Ғинуар 2023, 10:02

Аҙна һорауы Быйылғы йылдың Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип аталыуының әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ?

Илдар Мөхәмәтйәров, Иҫке Муса ауылы:- Был йылдың “Уҡытыусы һәм остаз йылы” тип иғлан ителеүе йәмғиәттә юғары урын алып тороу һәм мөһим эш алып барыу тураһында һөйләй. Ҡайһы берәүҙәрҙең элек уҡытыусы һөнәренең абруйы бар ине, хәҙер юҡ, тигәндәре лә осрай. Мин бының менән тулыһынса килешеп етмәйем. 

Аҙна һорауы Быйылғы йылдың Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип аталыуының әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ?
Аҙна һорауы Быйылғы йылдың Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип аталыуының әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ?

Уҡыусылар араһында төрлө бәйгеләр үткәрелә, призлы урындар алалар. Был эштәргә остаздар һәр яҡлап ярҙам итә. Артабан уҡыусылар булған белемдәрен имтихандарҙа ҡулланып, үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инәләр. Ошондайҙарҙың, әлбиттә, абруйы ҙур була. Быйылғы йыл сиктәрендә үтәсәк һәр сараның уҡытыусы һөнәре абруйын арттырыуҙа мөһим роль уйнаясағында шигем юҡ.
Һәр эштә матди яҡ та мөһим роль уйнай. Закондар ҡабул ителеп, уҡытыусыларға эш хаҡы артыр, тип өмөтләнәм. Шул саҡта мәктәптәргә йәш уҡытыусылар күпләп килер. Быйылғы йылда быға ныҡлы иғтибар бирелер, тип өмөт итәм. Шулай ҙа йәштәр эште һәм балаларҙы яратып килһендәр ине.

Рәмилә Намаҙғолова, Түбәнге Төкөн мәктәбе:
- Быйыл мәғарифҡа ныҡлы иғтибар бирелеп, педагог һөнәренә хөрмәт һәм был һөнәр эйәләренең абруйы артыр. Уҡытыусыларҙың булған проблемалары йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итер. Ата-әсәләр менән бәйләнеш яҡшырыр, яңы ҡоролмалар алыныр. Ә тәжрибәле педагогтар үҙҙәренең идеялары һәм эштәре менән башҡалар менән бүлешер, тип өмөт итәм.

Гөлнур Ишемғолова, Алайғыр ауылы:
- Уҡытыусы үҙе янып, башҡаларға яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Быйылғы йылда ҡәҙерле уҡытыусыларға тейешле хөрмәт күрһәтелер, уларҙың яуаплы эше лайыҡлы баһаланыр һәм йәштәрҙә педагогикаға ҡыҙыҡһыныу артыр, тип уйлайым. Бына шуға ла йылдың уҡытыусыларға арналыуының әһәмиәте булыр.

Фәнзилә Хисамова, Бишауыл-Уңғар ауылы:
- Уҡытыусы киң даирә, зыялылыҡ өлгөһө булып тора. Ул балаларҙы ғына тәрбиәләп ҡалмай, ул үҙ өҫтөндә лә эшләй торған һөнәр эйәһе. Киләсәгебеҙ уҡытыусылар ҡулында: ниндәйҙәр тәрбиәләнә, шундай киләсәк. Уҡытыусылар ғүмер буйы күңелдә йәшәйҙәр. Минең дә, уларҙың күбеһе был яҡты донъяла булмаһалар ҙа, мәңге хәтерҙә... Бигерәк тә класс етәксебеҙ Венера Әйүп ҡыҙы Заһиҙуллинаға рәхмәтлебеҙ. Ул беҙгә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төплө белем биреп кенә ҡалманы, ғәҙеллеккә, намыҫлы булырға, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтте. Шуға ла класташтарыбыҙ менән һаман да бер-беребеҙгә яҡынбыҙ, бер туғандар кеүекбеҙ.
Венера Әйүп ҡыҙы кеүек уҡытыусылар күберәк булһын ине. Ошо һөнәргә иғтибар йүнәлтеү, уҡытыусыларға тейешле хөрмәт күрһәтеү генә түгел, йәштәрҙең педагогикаға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, уларҙы педагогик вуздарға йәлеп итеү көн ҡаҙағында тора. Был йүнәлештәге башҡарыласаҡ эштәр ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Фәниә Сәлимгәрәева яҙып алды.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: