Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
2 Ғинуар 2023, 10:50

“Башҡорт мозаикаһы” һәләтлеләрҙе йыйҙы

Прибельский урта мәктәбендә йолаға ингән “Башҡорт мозаикаһы" V Бөтә Рәсәй фестивале үтте. Быйыл ул яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың иҫтәлегенә бағышланды.

“Башҡорт мозаикаһы” һәләтлеләрҙе йыйҙы
“Башҡорт мозаикаһы” һәләтлеләрҙе йыйҙы

Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, РФ һәм БР Яҙыусылар ағзаһы Александр Хватков, ЮНЕСКО проекттарының координаторы Гүзәл Сыңғыҙова ҡатнашты.
- Йылдан-йыл фестивалдә үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләүселәр күбәйә. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Иркутск, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө ҡалаларынан, Ғафури, Шаран, Ауырғазы, Мәләүез, Стрәлетамаҡ, Бөрө, Ҡырмыҫҡалы райондарынан 712 ҡатнашыусының 458 эше ҡаралды. Был проект Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән ҡатнашыусы йөҙәрләгән балаға киң аудитория алдында үҙ уйҙарын, фекерҙәрен асып бирергә, һәләттәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә. Уҡыусылар бындай бәйгеләрҙә бер-береһе менән таныша, бер команда булып эшләргә өйрәнә, - ти бер нисә йылдар элек был проекттың башлап ебәреүсеһе Прибельский мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнзилә Байымова.
Ысынлап та, “Башҡорт мозаикаһы” фәнни-ғәмәли эшмәкәрлек алып барған, шиғырҙар яҙған, йырларға йәиһә бейергә яратҡан, презентациялар әҙерләгән һәм йәнһүрәттәр төшөргән уҡыусыларҙың барыһын да берләштерә. Шулай уҡ фестиваль йөкмәткеле класс сәғәттәрен үткәреү өсөн эшкәртмәләр тәҡдим иткән уҡытыусылар өсөн дә бик файҙалы.
Сараға килеүселәр урындағы мәктәптең С.Солтанғәлиев исемендәге хәрби-патриотик клубтың экспедицияларҙан алып ҡайтҡан экспонаттарынан торған күргәҙмәһе менән танышты. Фестивалгә тәҡдим ителгән тикшеренеү эштәре, һүрәттәр, плакаттар, фотолар “Башҡорт мозаикаһы" V Бөтә Рәсәй йыйынтығына индереләсәк.
Тантаналы өлөш бәйгелә ҡатнашыусыларҙың сығыштары һәм концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Береһенән-береһе талантлы уҡыусыларға залда ултырған һәр кеше һоҡланып ҡараны. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла диплом һәм яҡшы кәйеф алып таралышты.
Ынйы Сәлихова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: