Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
1 Сентябрь 2022, 15:36

Яңы уҡыу йылына барыһы ла әҙер

Көн артынан көн үтә. Шулай итеп, әле генә башланған кеүек булған йәйге каникулдар ни аралалалыр тамамланды һәм яңы уҡыу йылы башланды.

Яңы уҡыу йылына барыһы ла әҙер
Яңы уҡыу йылына барыһы ла әҙер

Яңы уҡыу йылына барыһы ла әҙер

Көн артынан көн үтә. Шулай итеп, әле генә башланған кеүек булған йәйге каникулдар ни аралалалыр тамамланды һәм яңы уҡыу йылы башланды. Йыл һайын ошо көндәрҙә уҡытыусылар август кәңәшмәһенә йыйылып, үткән йылға йомғаҡтар яһай, киләһе уҡыу йылына пландар ҡора. Быйылғы йыйылыш та төрлө ваҡиғаларға, тәьҫораттарға бай булды.

Район мәҙәниәт һарайы алдында һәм фойела мәғариф хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән төрлө күргәҙмәләр күҙҙең яуын алырлыҡ,  ә ҙур залға көр кәйефле, зауыҡлы кейенгән мәғариф хеҙмәткәрҙәре, педагогия хеҙмәте ветерандары, йәш белгестәр, ауыл советы башлыҡтары һәм башҡа ҡунаҡтар райондың август кәңәшмәһенә йыйылған. 

Сараның мәртәбәле ҡунаҡтары – район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Гөлнара Сәхәбутдинова, БР-ҙың халыҡ артисы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ағзаһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев президиумда урын алғас, Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәренә еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләне һәм 2023 йыл илебеҙ президенты В.Путин тарафынан Уҡытыусы йылы итеп иғлан ителеүе тураһында хәтергә төшөрөп үтте. РФ мәғариф министры Сергей Кравцовтың видеомөрәжәғәтен тыңлағас, барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәрен Әлфир Фәрхәт улы сәләмләне:

- Район уңыштары – ул һеҙҙең уҡыусыларығыҙҙың уңыштары, һеҙең оло хеҙмәтегеҙҙең емештәре. Барлыҡ мәғариф учреждениелары яңы уҡыу йылына әҙер. Төрлө кимәлдәге ремонт эштәре өсөн белем усаҡтарына өс миллион һумдан күберәк аҡса бүленде. Константиновка һәм Олокүл ауылдары мәктәптәрендә капиталь ремонт тамамлана. Ббарығыҙҙы ла Ҡырмыҫҡалыла яңы мәктәп төҙөлөшө мәсьәләһе борсоуын аңлайым. Ҡыҙғанысҡа, был йүнәлештә әлегә ҡыуанырлыҡ яңылыҡтар юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, быйылғы уҡыу йылында 630 уҡыусы 1-се класҡа уҡырға барыуы планлаштырыла. Был һан беҙҙә демографик хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәреүен һәм мәктәптәрҙең тулы режимда эшләйәсәге хаҡында белдерә, - тигән һүҙҙәрен еткерҙе.

Быйыл Башҡортостан һәм Донецк Халыҡ Республикаһы хеҙмәттәшлек үҫеше тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Әлеге көндә беҙҙең республика уларға оло ярҙам күрһәтә. Был турала йөкмәткеле видеоролик күрһәтелде.

Гөлнара Сәхәбутдинованың сығышы балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү, белем усаҡтарына капиаль ремонт яһау мәсьәләләренә ҡағылды:

- Барлыҡ мәктәптәрҙә һәм колледждарҙа 1 сентябрҙән һәр яңы уҡыу аҙнаһы Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы флагтарын тантаналы рәүештә күтәреү һәм гимндар тыңлауҙан башланасаҡ, - тине ул һәм “Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы” билдәһен Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Рәүиә Баҡыеваға тапшырҙы. Шулай уҡ ул БР мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән Бекетов мәктәбенең физика һәм математика уҡытыусыһы Маргарита Богаченко, район мәғариф бүлеге методисы Юлиә Вәлиева, Ҡабаҡ мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Фәнзилә Ҡаранаева, Олокүл мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Сафина, Түбәнге Төкөн мәктәбе директоры Эльвира Үтәкова һәм 2022 йылда берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу һәм үткереүҙә юғары һөнәри кимәл күрһәткәндәре өсөн Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбенең физика уҡытыусыһы Рәсимә Әхмәрова, сит телдәр уҡытыусыһы Айгөл Шәйхетдинова, Ҡабаҡ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фирүзә Мостафина, Ҡырмыҫҡалы гимназияһының физика уҡытыусыһы Айҙар Сыңғыҙовтарҙы бүләкләне.

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үҙ сиратында кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән ялҡынлы сәләмләп, яңы уҡыу йылында ҙур уңыштар теләне һәм “2021-2022 йылда иң өлгөлө балалар баҡсаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсеһе дипломы менән Ҡырмыҫҡалының 1-се балалар баҡсаһы етәксеһе Нәзирә Диарованы ҡотлағас, матур итеп ҡумыҙҙа уйнап ебәрҙе.

Артабан мәғариф хеҙмәткәрҙәрен Андрей Матвеев тәбрикләне:

- Районда 32 мәктәп (20 базалы һәм 12 филиал), 10 балалар баҡсаһы, 6 филиал һәм 7 мәктәпкәсә белем биреү төркөмө, 3 өҫтәмә белем биреү ойошмаһы, мәктәп-ара уҡыу комбинаты һәм “Виктория” балалар лагеры эшләп килә. Әлеге көндә мәктәптәрҙә 6403 уҡыусы теркәлгән, былтырғы йыл менән сағыштырғанда 82 уҡыусыға күберәк. Балалар баҡсаһына 2156 бала, өҫтәмә белем биреү ойошмаларына 4560 бала йөрөй. Мәғариф өлкәһендә 827 педагог эшләй. Уларҙың 528-е уҡытыусы, 186-һы тәрбиәсе, 31-е уҡытыусы-тренер, - тигән һандарға туҡталып китте ул һәм мәғариф өлкәһендә көтөләсәк яңылыҡтар менән таныштырҙы.

Һәүәләй мәктәбе директоры Наталья Әхмәтова, Олокүл ауылы балалар баҡсаһы мөдире Зилара Исхаҡова үҙҙәренең сығыштарында эш тәжрибәләре менән таныштырҙы.

Август кәңәшмәһе һәр ваҡыттағыса бүләкләүҙәргә бай булды. Был көндө Әлфир Фәрхәт улы “Рәсәй Федерацияһының спорт мастеры” исемен Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Руслан Байтимеровҡа тапшырҙы, ә Ҡырмыҫҡалы гимназияһы директоры Фәнис Хоҙайҙатов Ю.А. Гагарин Кубогына мәктәп Олимпиадаһындағы ҙур уңыштары өсөн Ю.А. Гагарин бюсы һәм диплом алды. Уҡыусылар спартакиадаһы йомғаҡтары буйынса 1-се урынды яулаусы Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбе (директоры М.Н. Климкин), 2-3-сө урынды бүлешеүсе Ҡырмыҫҡалы гимназияһы (директоры Ф.Ф. Хоҙайҙатов) һәм Прибельский мәктәбе (директоры Р.М. Хисмәтуллина) һәм иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән Илтерәк мәктәбе (филиал мөдире Т.Р. Степанова) спорт инвентарҙары алыу өсөн аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде. Шулай уҡ тантаналы сарала иң матур ихаталы мәғариф учреждениелары етәкселәренә, оҙаҡ йылдар уҡытыусы һөнәренә хыянат итмәгән педагог-юбилярҙар, тәү тапҡыр уҡытырға килгән йәш уҡытусылар тәбрикләнде. Беҙ ҙә мәғариф хеҙмәткәрҙәренә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ һәм уларҙы яңы уҡыу йылында яңы уңыштар, яҡшы уҡыусылар, рәхмәтле ата-әсәләр ҡыуандырып ҡына торор тигән теләктә ҡалабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА

Вставки:

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде:

  1. Марат Тимерйән улы Әбүбәкиров -  Ҡырмыҫҡалы гимназияһының физкультура уҡытыусыһы;
  2. Земфира Филорит ҡыҙы Ғәйфуллина – Константиновка мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;
  3. Наталья Александровна Грачева -  Константиновка мәктәбенең химия уҡытыусыһы;
  4. Зорина Наиль ҡыҙы Иҙрисова – Үтәгән мәктәбе директоры;
  5. Эльмира Тельман ҡыҙы Ҡолбахтина – Олокүл мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;
  6. Фуат Мөхәмәт ҡыҙы Сафин – Константиновка мәктәбенең мәктәп автобусы водителе.

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде:

  1. Эдуард Евгеньевич Еремеев – Ҡамышлы мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы;
  2. Азамат Зөлҡәрнәй улы Рәхимов – Мәктәп-ара уҡытыу комбинаты мастеры.

 

Яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса иң яҡшы тип табылған мәғариф учреждениеларына ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды:

  1. Прибельский ауылы мәктәбе (директоры Рита Мотаһар ҡыҙы Хисмәтуллина);
  2. Иҫке Ҡыйышҡы мәктәбе (директоры Регина Вәсим ҡыҙы Сәләхетдинова);
  3. Ефремкин мәктәбе (директоры Инга Александровна Кузьмина);
  4. Ҡырмыҫҡалы гимназияһы (директоры Фәнис Фуат улы Хоҙайҙатов);
  5. Яңы Ҡыйышҡы мәктәбе (филиал мөдире Резеда Мәзит ҡыҙы Ғарипова);
  6. Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбе (директоры Михаил Николаевич Климкин);
  7. Һыуыҡ Шишмә мәктәбе (филиал мөдире Гөлнара Вәсим ҡыҙы Йәнтуғанова).

Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары араһында иң яҡшылары тип табылды:

  1. Константиновка ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы (мөдире Надежда Алексеевна Минеева);
  2. Ҡырмыҫҡалының “Бал ҡорто” балалар баҡсаһы (мөдире Әлфинә Филорис ҡыҙы Дилмөхәмәтова);
  3. Сахай ауылының “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһы (мөдире Зөһрә Рәис ҡыҙы Кәбирова).

Район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр:

  1. Рәмилә Ғәндәлиф ҡыҙы Әбдрәхимова – Ҡабаҡ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;
  2. Гөлнара Рауил ҡыҙы Абдуллина – Прибельский мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;
  3. Гөлнара Зия ҡыҙы Баязитова – Сахай мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;
  4. Филүс Фарус улы Ғимранов – Константиновка мәктәбенең география, технология уҡытыусыһы;
  5. Инна Олеговна Иванова – Ҡырмыҫҡалы гимназияһының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары;
  6. Илнур Илһам улы Исламғолов – Атйетәр мәктәбенең физика һәм математика уҡытыусыһы;
  7. Илмира Викторовна Мөлөкова – Ҡырмыҫҡалының “Бал ҡорто” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
  8. Дилара Ҡасим ҡыҙы Мөхәмәтйәнова Ҡырмыҫҡалының 1-се балалар баҡсаһының Урал филиалы тәрбиәсеһе;
  9. Альмира Фәрит ҡыҙы Сабирова – Подлуб мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;
  10. Ольга Витальевна Стодольникова, Ҡамышлы мәктәбенең информатика һәм математика уҡытыусыһы;
  11. Светлана Ренат ҡыҙы Яхина – Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогы.
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: