Даирә
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
25 Март 2022, 16:25

Матур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡ

Ауылдарыбыҙҙы пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарынан ҡулға-ҡул тотоношоп матур ғүмер итеүсе өлгөлө һәм абруйлы ғаиләләр йәмләй. Ибраһим ауылында йәшәүсе бар ғүмерҙәре фиҙаҡәр хеҙмәттә үткән һәм ете балаға лайыҡлы тәрбиә биргән Рима һәм Дамир Вәлиевтарҙың ғаиләһе лә тик маҡтауға һәм ихтирамға лайыҡ. Башҡа тиҫтерҙәре кеүек һуғыш йылдарының барлыҡ ауырлығын, әсеһен-сөсөһөн татып, үлән аштары, серегән кәлйемә ашап үҫкән Вәлиевтар мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, 65 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерә.

Матур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡ
Матур ғүмер, тигеҙ ҡартлыҡ
Дамир Нәсиха Һәм Сәйфетдин Вәлиевтарҙың биш балалары араһында иҫән ҡалған берҙән-бер бала булып үҫә. Уның атаһы Сәйфетдин Вәлиев рабфакты уҡып бөтөп, ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай. Ауылдағы байҙың урамында башланғыс мәктәп төҙөтә, колхоз ойоштороуҙа ла ҡатнаша. Һуңынан ул ҡайҙа ебәрһәләр, шул ауылға барып, уҡытыусылыҡ эшен башҡара. Шуға күрә, Дамирға район ауылдары буйлап ғаиләһе менән бергә күсеп йөрөргә тура килә. Үҫеп егет ҡорона ингәс, Байконурҙа һауа ғәскәрҙәрендә иҫәп командиры булып хеҙмәт итеп ҡайта. Армияға киткәнсе, бер йыл һөт заводында ла эшләргә өлгөрә егет.
Дамир Сәйфетдин улы хәрби хеҙмәттән ҡайтыу менән баш түбән колхоз эшенә сума. Башта бригадир ярҙамсыһы булып эшләй. Өс йыл ярым эшләгәндән һуң бригадирлыҡҡа уҡый. Ике тапҡыр квалификацияһын күтәрергә барып ҡайта. Йәш ирҙең тырышлығын һәм булдыҡлылығын күргән етәкселәр уны һөт-тауар фермаһына мөдир итеп ҡуя. Был йөктө ул егерме биш йыл намыҫ һәм ҙур яуаплылыҡ менән тарта. Ул эшләгән йылдарҙа ферма һауым буйынса ла, ит тапшырыу буйынса ла алдынғы урындарҙа килә. Колхозда тырышып эшләү менән бер рәттән ул йәмәғәтселек эштәрендә лә актив ҡатнаша. Биш йыл район Советы депутаты итеп һайлана.
Колхоз тарҡалғандан һуң Дамир Сәйфетдин улы һигеҙ йыл район ҡулланыусылар йәмғиәтенең әҙерләүселәр контораһында эшләп, халыҡтан тире, йөн йыя. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да тынғы белмәҫ ир уҙаманы тағы алты йыл халыҡҡа ат менән газ баллондары тарата, бер нисә йыл бесәнлектәрҙе ҡарауылларға йөрөй. Уның дөйөм эш стажының 55 йыл булыуына хайран ҡалырлыҡ, тотош бер кеше ғүмере!
- Сәләмәтлегем булғас, етәкселәрҙең һүҙен йыҡманым, ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләнем. Минең хеҙмәтемде күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, миҙалдар менән баһалағандары өсөн рәхмәт.
Район ҡулланыусылар йәмғиәте бөгөнгө көндә лә онотмай. Оло йәштәгеләр көнөндә күстәнәстәр ебәреп торалар. Ҡарт кешенең күңелен күреү өсөн күп кәрәкме ни, - ти хеҙмәт уҙаманы.
Рима апайҙың атаһы Сәйфулла уға өс йәшендә һуғышта һәләк булып ҡала. Әсәһе Гөлсөм өс баланы яңғыҙы ҡарап үҫтерә. Ҡыҙ 6-сы класты тамамлағандан һуң башҡаса мәктәпкә бармай. Нығынып та бөтмәгән килеш колхоз эштәренә йөрөй башлай. Йәштән үк сабыр холоҡло, аҡыллы, йөҙөнән йылмайыу китмәгән тырыш ҡыҙҙы Дамир ағай ҙа оҡшата. Бер-береһен оҡшатҡан йәштәр, оҙаҡ уйлап тормай, 1957 йылда өйләнешәләр. Уларҙы һөйөндөрөп бер-бер артлы мөхәббәт емештәре - Әмир, Хәбир, Зәбир, Азил исемле улдары, Рәйсә, Розалия һәм Резеда исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Рима апай килен булып төшкәс, ҡәйнәһе һәм уның бер туған апаһы Сәлимә менән бер ҡыйыҡ аҫтында донъя көтөп китәләр. Ҡәйнәһе менән үҙ-ара татыу, һүҙгә килешмәйенсә 38 йыл бергә йәшәйҙәр, ун ике йыл апаһын да бергә ҡарайҙар.
- Ҡәйнәм балаларҙы ҡарашырға, тәрбиәләшергә ярҙам итте. Минең ғүмерем йәйен баҫыуҙа сөгөлдөр үҫтереп, ҡышын келәттә иген елгәреп үтте. Ҡайтыуыма өй йылы, балаларҙың тамағы туҡ була торғайны. Бәләкәй генә өйҙә татыу, тыныс ғүмер иттек. Беҙҙәге кеүек сабырлыҡ әлеге йәштәрҙә булһа ине, - тип һөйләй иплелеге йөҙөнә сыҡҡан Рима инәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы елдәре лә уларҙың ғаиләһен ситләп үтмәй. Медицина колледжын тамамлап, Өфө дауаханаларының береһендә эшләп йөрөүсе 1976 йылғы ҡыҙҙары Резеда мәрхүм булып ҡала. Ярай әле уларҙың ҡайғыһын баҫырға эргәләрендә ул- ҡыҙҙары һәм ейән-ейәнсәрҙәре була. Әйткәндәй, Вәлиевтарҙың дүрт улдары ла армия хеҙмәтен үтәп, барыһы ла ауылда ғаилә ҡороп, төпләнеп ҡалғандар. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, атай-әсәйҙәренең эҙенән барып, намыҫлы хеҙмәт итәләр.Мәҫәлән, улдары Зәбир утыҙ йыл тынғыһыҙ һәм алһыҙ-ялһыҙ ветеринархеҙмәтен башҡара. Ауылдаштары уның эшенән һәр ваҡыт ҡәнәғәт, рәхмәттәр әйтеп торалар.
Рима һәм Дамир Вәлиевтар көстәренән килгәнгә тиклем ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, утыҙ башлап умарта тотоп, йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәйҙәр. Әле лә тауыҡтар аҫрайҙар, йәйен бройлерҙар алалар. Дамир Сәйфетдин улына апрель айында 88 йәш тулыуға ҡарамаҫтан, бер ҙә тик ултырырға яратмай. Әле һаман да уның утын ярырға көс-ҡеүәте булыуына күҙ теймәһен. Өйҙәрен Рима апайҙың үҙ ҡулдары менән бәйләгән аллы-биҙәкле япмалар биҙәй, тәҙрә төптәрендә гөлдәре сәскә атып ултыра. Бына шулай килгән ҡартлыҡҡа бирешмәй, маңлайҙарға һырҙар ятһа ла, һаман да күңелдәрендә йәшәү дәртен һүндермәй ғүмер итә Вәлиевтар. Уларға тағы оҙон-оҙаҡ тыныс тигеҙ ғүмер насип итһен.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: