Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңгән һәм призлы урындар өсөн тапшырылған премияларына өҫтәмә рәүештә Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала еңеү яулаған һәм призлы урындар өсөн премиялар ҡарала.
Еңеүселәр һәм уларҙың уҡытыусылары — 5-әр мең, призерҙар һәм уларҙың педагогтары 3-әр мең һум алырға тейеш.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин әйтеүенсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада 1987 йылдан башлап үткәрелә. Ә төбәк-ара кимәлдә 1996 йылдан ойошторола. Йылдан-йыл олимпиадала Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләре уҡыусылары ҡатнаша, төрлө йылдарҙа Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы балалары ҡатнашты.
34 йыл үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала 9 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.