+5 °С
Болотло
Коронавирусҡа ҡаршы көрәш оператив штабы ултырышында был хаҡта ҡарар ҡабул ителде, тип белдерәләр төбәк Мәғариф һәм фән министрлығында. Алдан 8 ноябрҙә көҙгө каникулдар тамамланып, уҡыуҙар башланыр, тип планлаштырғайнылар. Хәҙер уҡыусылар ике аҙна контактһыҙ режимда буласаҡ. Республикала урынлашҡан башҡа өҫтәмә белем усаҡтары, колледждар, юғары уҡыу йорттары 8 ноябрҙә дистанцион форматта уҡый башлаясаҡ.