Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
29 Сентябрь 2021, 22:32

Лилиәнең 15 йыл педагогик стажы бар!

Тормош девизы: һәр саҡ яңы белемгә ынтылырға, тәжрибә менән ихлас уртаҡлашырға!

Лилиәнең 15 йыл педагогик стажы бар!
Лилиәнең 15 йыл педагогик стажы бар!

Ҡәҙерле дуҫтар! 5 октябрҙә билдәләнгән Уҡытыусылар көнө айҡанлы төркөмөбөҙҙә яңы конкурс иғлан иттек, был турала барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Хәҙер республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле мөғәллимдәре “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” исеме өсөн көрәшә.

Мәртәбәле бәйгелә ҡатнашҡан Ҡырмыҫҡалы районының Ефремкин ауылы урта мәктәбендә эшләгән Лилиә Юлдашбаева шуға асыҡ миҫал. Лилиә Азамат ҡыҙы сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Мырҙа ауылынан, 1987 йылдың 17 мартында тыуған. Тормош девизы: һәр саҡ яңы белемгә ынтылырға, тәжрибә менән ихлас уртаҡлашырға!

– Эшем ныҡ оҡшай, һөнәремде яратам, – тип һөйләй 15 йыл педагогик стажы булған Лилиә Юлдашбаева. – Уҡыусы балаларым менән тиҙ уртаҡ тел табам, улар – минең ярҙамсым да, кәңәшсем дә. Ҡыҙ һәм малайҙарҙың миңә тиҙ ылығып китеүе улар менән тиң һөйләшә белеүҙәлер тим. Шул уҡ ваҡытта мине етди ҙә, талапсан да, тиҙәр. Ситтән яҡшы күренәлер инде. Данил исемле улым иһә төп таянысым.

Лилиә Юлдашбаева шәхсән үҙе лә төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙы ла төрлө ярыштарға йыш алып йөрөй.

 

Фото: Лилиә Юлдашбаева.

 https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6152bd87a384..

Автор:Илдар Акьюлов
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: