Мәктәп йылдары... Улар ғүмерҙең иң яҡты хәтирәләре булып күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Йылдар уҙғас та әле шул саҡтағы хәтирәләргә тағы, тағы әйләнеп ҡайтырбыҙ. Икенсе йортобоҙға әйләнгән һөйөклө белем усағыбыҙ хәтеребеҙҙә мәңгегә яҡты иҫтәлек булып уйылып ҡалыр.
Тәү сиратта рәхмәтебеҙҙе ошо яҡты, матур, күркәм мәктәбебеҙҙең директоры Үтәкова Эльвира Тәҡиулла ҡыҙына белдерәбеҙ. Эльвира Тәҡиулла ҡыҙы талапсан да, кешелекле лә, яуаплы ла. Уның ошо сифаттары күптәргә өлгө булырлыҡ.
Беҙҙе 5-се кластан үҙ ҡанаты аҫтына алған класс етәксебеҙ Рәмилә Рим ҡыҙы Намаҙғоловаға айырым рәхмәт юллағыбыҙ килә. Һеҙ үҙегеҙҙең тәрбиәгеҙ, алдан күрә белеү һәләтегеҙ, тәрән аҡылығыҙ менән беҙҙе дөрөҫ юлдан барырға өйрәттегеҙ. Барлыҡ уңыштарыбыҙҙа, донъяға ҡарашыбыҙҙа Һеҙҙең ҙур өлөшөгөҙ бар. Түҙемлелегеҙгә һоҡланабыҙ. Һеҙҙән дә яҡшыраҡ уҡытыусыны табыуы ҡыйындыр ул. Һеҙ беҙҙең менән бергә шатлыҡтарыбыҙға, уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙға ҡыуандығыҙ, ауырлыҡтар килгәндә һәр саҡ иң тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыҡтығыҙ, кәйефтәребеҙҙе күтәрҙегеҙ. Һәр бер изге теләктәрегеҙ, яғымлы һүҙҙәрегеҙ ҡанатландырҙы, яңы үрҙәргә әйҙәне. Рәмилә Рим ҡыҙы, бергәләшеп үткәргән байрамдарҙы, тәбиғәт ҡосағында үткәргән ялдарҙы, сәйәхәттәрҙе бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Ә бешергән бәлештәрегеҙҙең тәме һәр саҡ Һеҙҙе, мәктәбебеҙҙе хәтерләтеп торор. Биш йыл буйына Һеҙҙең менән бергә төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Бындай саралар тормош юлында ҡыйыу, ышаныслы булырға өйрәтте, таланттарыбыҙҙы һәм мөмкинлектәребеҙҙе асырға ярҙам итте.
Шулай уҡ мәктәбебеҙҙәге барлыҡ уҡытыусыларға рәхмәт әйткебеҙ килә. Беҙҙе иң белемле, иң алсаҡ, шатлыҡтарыбыҙҙы үҙенеке иткән, борсолоуҙарыбыҙҙы үҙ йөрәге аша үткәргән уҡытыусылар уҡытыуы менән бәхетлебеҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа ғүмер буйы бурыслыбыҙ. Һәр яулаған үрҙәребеҙ, еңеүҙәребеҙ һеҙҙеке лә булыр. Биргән белемегеҙ, сабырлығығыҙ, изгелегегеҙ, иғтибарығыҙ өсөн алдығыҙҙа баштарыбыҙҙы эйәбеҙ.
Ҡанаттарыбыҙ нығытҡан белем усағы менән хушлашабыҙ, тормош тигән ҙур донъяға аяҡ баҫабыҙ һәм төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралышабыҙ. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, һиндә белем алған саҡтар, бер туғандай яҡын булған класташтар һис ҡасан да онотолмаҫ.
Хуш бул, ғәзиз мәктәбебеҙ, бәхетле үҫмер сағыбыҙ!
Түбәнге Төкөн ауылы мәктәбенең 9-сы сығарылыш класс уҡыусылары.