Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
20 Май 2021, 15:45

Балалар таҙалыҡ яҡлы

Балалар менән бергә экологик өмәләрҙә ҡатнашыуҙың әһәмиәте бик ҙур. Берен­се­нән, улар хеҙмәт тәрбиәһен алһа, икен­се­нән, тәбиғәтебеҙҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә.

Беҙ ҙә Мөкәй урта белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары менән бергә ауылыбыҙҙың йылға буйын таҙартырға сыҡтыҡ. Малай-ҡыҙҙарға был турала тәҡдим итеүем булды, улар бер тауыштан риза ла булдылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәтебеҙҙең торошо маҡтанырлыҡ түгел: тирә-йүн сүп-сар менән тулған. Балалар менән “һә” тигәнсе уларҙы йыйып, тоҡтарға тултырҙыҡ. Сауаплы эштән һуң балалар ҡәнәғәт булып таралышты. Афарин уларға! Киләсәктә лә шулай йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы кешеләр булып үҫегеҙ, тәбиғәткә ҡарата яуаплы, һаҡсыл мөнәсәбәттә булығыҙ!
Әлиә Рәхмәтуллина.
Мөкәй мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: