Был тантаналы ваҡиғаға уҡыусылар өлкән вожатый һәм класс етәкселәре менән берлектә алдан уҡ әҙерлек эштәре алып барҙылар: ойошманың закондары менән таныштылар, вәғәҙә ятланылар, тимурсылар эшен йәнләндереп ебәрҙеләр. Бына ҙур теләк менән көтөп алған көн дә килеп етте. Киләсәктә уҡыусылар уҡыуҙарын тағы ла яҡшыртырҙар, ярҙамсыл, илебеҙҙең лайыҡлы алмашсылары булып үҫерҙәр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.