Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
3 Май 2021, 11:22

50 уҡытыусыға – 50 мең һумлыҡ премия

Конкурс эштәрен түбәндәге электрон почта адрестары буйынса 15-25 май арауығында Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына ебәрергә кәрәк:

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 15 ғинуарындағы ҡарарына ярашлы, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан дөйөм белем биреү һәм дәүләт һөнәри белем биреү ойошмаларының иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларын билдәләп, уларҙы аҡсалата бүләкләү маҡсатында республика конкурсы уҙғарылып килә.
Коронавирус инфекцияһына бәйле санитар-эпидемиологик хәл-торошто иҫәпкә алып, быйылғы конкурс дистанциялы алымда ойошторола.
Конкурс эштәрен түбәндәге электрон почта адрестары буйынса 15-25 май арауығында Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына ебәрергә кәрәк:
- [email protected] – башҡорт теле уҡытыусылары өсөн (Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы);
- [email protected] – рус теле уҡытыусылары өсөн (институттың гуманитар белем биреү кафедраһы).
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 50 иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы 50 мең һум күләмдәге аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк. Эштәрҙе баһалағанда һөнәри эшмәкәрлек һөҙөмтәләре, мәғариф үҫешенә индергән шәхсән өлөш иҫәпкә алынасаҡ.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанма аша танышырға мөмкин: https://education.bashkortostan.ru/documents/active/48984/
Мәғариф өлкәһендә үткәрелгән бындай конкурстар, уҡытыусыларҙы дәртләндереү саралары ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: nazaccent.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: