Даирә
+19 °С
Ясно
Мәктәптәрҙә
1 Апреля 2021, 10:53

“Үҫеш нөктәһе” киң мөмкинлектәр аса

Бала саҡ – ул донъяны танып белеү, асыу һәм үҫеш осоро. Был ваҡытта уҡыусыларҙы төрлө йүнәлештәр ҡыҙыҡһындыра. Районыбыҙҙа тормошҡа ашырылған “Үҫеш нөктәһе” проектының балаларҙы фән донъяһына йәлеп итеүҙә роле ҙур.

“Үҫеш нөктәһе” тип исемләнгән цифрлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәге илебеҙҙең ауыл мәктәптәрендә 2019 йылда барлыҡҡа килә. “Мәғариф” милли һәм “Заманса мәктәп” төбәк проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре райондың өс белем усағында - Ҡырмыҫҡалы гимназияһы, Прибельский һәм Олокүл мәктәптәрендә эшләй.
Ҡырмыҫҡалы гимназия­һын­да был юҫыҡтағы эш “Тех­нология”, “Информатика”, “Тор­мош хәүефһеҙлектәре ни­геҙҙәре” фәндәре буйынса өс йүнәлештә (уҡыу, уҡыуҙан тыш һәм өҫтәмә эшмәкәрлек) алып барыла.
- Балалар һәр яҡлап үҫергә тейеш. Был йәһәттән проект ҙур мөмкинлектәр бирә. Беҙҙең гимназияға бер миллион ярым һумлыҡ заманса ҡоролма: компью­тер ҡоролмалары, 3D принтерҙар, сканер, копир, виар күҙлектәр, шлемдар, квад­ро­коптерҙар, конструкторҙар, елемле пистолеттар, дрелдәр, электролобзиктар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алынды. Элекке күнекмәләр хәҙер инде заманса техник ҡоролмалар ярҙамында башҡарыла. Дәрестәрҙә уҡыусы заманса технология, һөнәрҙәр менән таныша, улар буйынса тестар эшләй, төрлө социаль өлкәләр менән таныша. Мәҫә­лән, тормош хәүефһеҙлеге ни­геҙ­ҙәре дәрестәрендә яһалма һу­лыш яһау, тәүге ярҙам күр­һәтеү, яраны бәйләүҙә манекендар ҡул­ланыла. Был дәрестәр иң тәү­ҙә хәүефһеҙлеккә йүнәл­тел­гән. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нисек үҙен тоторға ла өйрәтәбеҙ. Шулай уҡ мәғ­лүмәти хәүеф­һеҙлек һәм интер­нетта хәүеф­һеҙлеккә лә өйрә­нәләр.
Ә дәрестәрҙән тыш эшмә­кәр­лектә төрлө саралар һәм төр­лө кимәлдәге өҫтәмә мәғариф программалары башҡарыла. Өҫ­тәмә белем биреү ҙә бер нисә йүнәлештә уҙа. Мәҫәлән, Пио­нерҙар һәм уҡыусылар йорто­ноң “Робототехника” (етәксеһе Сынғыҙов А.В.), гимназияның – “Мәктәп телевидениеһы” (Сыңғыҙов А.В.), “Сәнәғәт ди­зайны. Сәнәғәт мөхитен про­ект­лау” (Яхина С.Р.), “3D моде­лирование и прото­ти­пиро­ва­ние” (Сәғәҙиева Г.Ф.), “Шах­мат” (Әхмәҙуллин Ф.Н.) түңә­рәк­тәренә уҡыусылар ҙур теләк һәм ҡыҙыҡһыныу менән йө­рөйҙәр. Балалар бында шө­ғөл­ләнеп, үҙҙәренең белем­дәрен үҫтерә һәм артабан үҙҙәре һай­лаған фәндәр буйынса юл­дарын дауам итерҙәр, тип ыша­нам, - тип һөйләне мате­матика һәм информатика уҡытыу­сы­һы, “Үҫеш нөктәһе” етәксеһе Әлфира Рәжәпова.
Әле беҙ мәғлүмәт ифрат күп булған йәмғиәттә йәшәй­беҙ. Йәш быуындың ҡыҙыҡ­һы­ныу­ҙары көслө. Уларға белем алыу өсөн мөмкин­лек­тәр ҙә күп. Фән донъяһында гиҙеү улар­ҙы төр­лө яҡлап үҫтерә, һә­ләттәрен күрһәтергә ярҙам итә. Килә­сәк­тә ниндәй һөнәр һай­лаһалар ҙа, бөгөн “Үҫеш нөк­тә”һендә ал­­ған белем улар өсөн яңы офоҡ­тар асырға булышлыҡ итер.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Читайте нас