Даирә
+17 °С
Облачно
Мәктәптәрҙә
18 Марта 2021, 18:20

Балалар ашауҙан баш тартҡайны...

"Төшкө аш гел бер төрлө, һыуыҡ. Ҡай саҡта әсегән тәм килеп тора. Йогурттар күпкән була. Ә аш һалынған һауыт-һаба бысраҡ".

Өфө ҡалаһының 89-сы мәктәбендә белем алған баланың әсәһе Валентина Ярина “Инцидент-менеджмент” системаһына мөрәжәғәт ҡалдырған.
“Балалар мәктәп ашханаһында ашауҙан баш тартты. Төшкө аш гел бер төрлө, һыуыҡ. Ҡай саҡта әсегән тәм килеп тора. Йогурттар күпкән була. Ә аш һалынған һауыт-һаба бысраҡ, тип зарлана балалар. Беҙҙең класс тотошлай ашханаға йөрөүҙән баш тартты. Был мәсьәләне күптән күтәрһәк тә, мәктәп етәкселегенең яуабы бер: “Мәсьәлә хәл ителә, тиҙҙән ыңғай яҡҡа үҙгәреш буласаҡ”. Тик эш һаман да алға китмәй”.
Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте иһә был мөрәжәғәткә түбәндәге яуапты әҙерләгән:
"Мәктәп ашаханаһында санитар-эпидемиологик талаптар күҙәтелә. Мәғариф үҙәгендә аш-һыу сифатын күҙәтеү буйынса махсус комиссия булдырылған. Уның составына ата-әсәләр ҙә инә ала. Теләгегеҙ булһа, һеҙ ҙә был сарала ҡатнаша алаһығыҙ. Аш-һыуҙы әҙерләү һәм таҙалыҡ мәсьәләләрен директор гел тикшереп тора. Эҫе аш уҡыусылар ашханаға ингәс кенә тәрилкәләргә һалына. Күптән түгел балалар төшкө аш ашаған мәлдә мәктәпкә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин килеп китте. Әлеге тикшереү ваҡытында билдәләнгән етешһеҙлектәр бөтөрөлдө".
Был мөрәжәғәттән һуң бер ай самаһы ваҡыт үтеүгә Валентина Ярина мәктәп етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре яҙып ҡалдырған. Балалар ашханала туҡлана башлаған. Быға тиклем билдәләнгән етешһеҙлектәр бөтөрөлгән, тип билдәләй әсә.
Фото: yamama2.ru
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас